Үрге Үтәш (рус. Верхнеутяшево) — Башҡортостандың Балаҡатай районындағы ауыл. Үтәш ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 248 кеше[2]. Почта индексы — 452587, ОКАТО коды — 80210837003.

Ауыл
Верхнеутяшево
башҡ. Үрге Үтәш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Балаҡатай

Ауыл биләмәһе

Үтәш

Координаталар

55°38′18″ с. ш. 58°58′53″ в. д.HGЯO

Халҡы

248[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452587

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 210 837 003

ОКТМО коды

80 610 437 111

Верхнеутяшево (Рәсәй)
Верхнеутяшево
Верхнеутяшево
Үрге Үтәш (Башҡортостан Республикаһы)
Верхнеутяшево

Географик урыны үҙгәртергә

Үрге Үтәш ауылы Әй йылғаһы бассейнындағы Атарша йылғаһы буйында, район үҙәге Яңы Балаҡатай ауылынан көньяҡҡа табан 9 километр һәм Үңкерҙе (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 46 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.

Тарихы үҙгәртергә

Үтәш ауылына Себер даруғаһы Балаҡатай улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Үтәш ауылының атамаһы антропонимдан, йәғни тәүге төпләнеүсе Иҫәт провинцияһы Балаҡатай улусының отставкалағы сотнигы Үтәш Ҡотлоғужин исеменән. Үтәш ауылы 1717 йылдан билдәле, 1722 йылда үткән I рәүиз материалдарында телгә алына.

Биләмә берәмектәренә инеүе үҙгәртергә

Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1920 Балаҡатай улус Советы (1918 й.), Үтәш ауыл Советы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы   РСФСР
1926 Үтәш ауыл Советы (1923 йылдан) Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы   СССР
1935 Үтәш ауыл Советы Балаҡатай районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1941 Үтәш ауыл Советы Балаҡатай районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1990 Үтәш ауыл советы Балаҡатай районы Башҡортостан Республикаһы   Рәсәй Федерацияһы

Үрге Үтәш ауылының XX быуаттағы һәм хәҙерге үҫеше үҙгәртергә

1905 йылда дөйөм Үтәш ауылындағы 220 йортта — 1254 кеше йәшәгән.

1906 йылда Үтәш ауылында улус идаралығы булған. 2 мәсет, запас иген һаҡлау мөгәзәйе, 4 бакалея кибете иҫәпкә алынған.

1906 һәм 1913 йылдар араһында Златоуст өйәҙе территорияһында Үтәш ауылынан бүленеп сыҡҡан Үрге Үтәш ауылы барлыҡҡа килә. Ул Атарша йылғаһы буйлап өҫтәрәк урынлаша. Бүлендек ауыл Үрге Үтәш тип исемләнгәнлектән, төп ауыл Түбәнге Үтәш тип атала башлай. Үрге Үтәш ауылы 1919 йылдарға тиклем формалаша.

1920 йылда Үрге Үтәштең 93 йортонда 465 кеше булһа, төп халыҡ йәшәгән Түбәнге Үтәштең 168 йортонда — 864 башҡорт йәшәгән.

Әлеге ваҡытта ауылда Түбәнге Үтәш урта мәктәбенең филиалы — Үрге Үтәш мәктәбе, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Халыҡ һаны үҙгәртергә

Үрге Үтәш ауылында башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1920 йыл 26 август 465
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 321
1959 йыл 15 ғинуар 298
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 212 114 98 53,8 % 46,2 %
2002 йыл 9 октябрь 266 141 125 53,0 % 47,0 %
2010 йыл 14 октябрь 248 131 117 52,8 % 47,2 %

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле кешеләре үҙгәртергә

Урамдары үҙгәртергә

  • Әхтәм Ғәзизов урамы (рус.  Ахтяма Газизова (улица))
  • Ҡарамалы урамы (рус.  Карамалинская (улица))
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодёжная (улица))[3]

Тирә-яҡ мөхит үҙгәртергә

Ер-һыу атамалары

Тауҙар: Буҙатулғантау

Йылғалар: Атарша

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә