Үрге Сирбай (рус. Верхнесюрюбаево) — Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 188 кеше[1]. Почта индексы — 453345, ОКАТО коды — 80238840003.

Үрге Сирбай
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Күгәрсен ауыл Советы (Күгәрсен районы)
Почта индексы 453345
Карта

Халыҡ һаны үҙгәртергә

Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 79 % тәшкил итә[2].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1900 йыл 193
1920 йыл 26 август 179
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 140
1959 йыл 15 ғинуар 168
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 210
2002 йыл 9 октябрь 193
2010 йыл 14 октябрь 188 88 100 46,8 53,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны үҙгәртергә

  • Район үҙәгенә тиклем (Мораҡ): 36 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Күгәрсен): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Түлгән): 62 км

Урамдары үҙгәртергә

  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)
  • Күл урамы (рус. улица Озерная)
  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная)
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)[3]

Тарихы үҙгәртергә

Сирбай ауылы Монаш түбәһенә ҡараған. 1816—1834 йылдар араһында Үрге һәм Түбәнгегә бүленә. XVIII быуат аҙағында ауылда 180 кеше йәшәгән 25 ихата була. X ревизия мәғлүмәттәре буйынса (1859), Үрге Сирбайҙа — 45 йорт булған. 300—320 кеше йәшәгән. 1920 йылда 349 кеше була.

Ауылға нигеҙ һалыусының исеме асыҡланмаған. Шулай ҙа уның улдарының исемдәре билдәле. 1816 йылда унда Италмаҫ (1779 йыл), Күлембай, Игебай, Ысыҡбай, Бикбай, Күлғолдо, Бүләкбай Сирбаевтар йәшәгән. Халыҡ малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Айғай, Ерекле, Ыҡ йылғалары буйлап күсеп йөрөйҙәр.

1842 йылда Үрге Сирбай ауылында 261 кешегә 944 бот яҙғы иген сәселгән[4].

Тағы һылтанма буйынса уҡығыҙСирбай ауылдары

Үрге Сирбай ауылы һәм Яхиндарҙың килеп сығыу тарихы(Башҡарҙы: Хәйруллина Ильмира Илшат ҡыҙы, 7-се класс. Етәксеһе: Бәҙәмшина Зәһүрә Фәйзулла ҡыҙы)[5].

Матбуғатта үҙгәртергә

Видеофильмдар үҙгәртергә

  • Хәйҙәр абзый. Үрге Сирбай ауылында хәтирәләр 19 сентябрь 2019[8]

Топонимикаһы үҙгәртергә

Үрге Сирбай ауылының тарихы һәм ер-һыу атамалары(Башҡарҙы: Шәрипова Гөлсәсәк Шәүкәт ҡыҙы, 7-се класс Етәксеһе: Бәҙәмшина Зәһүрә Фәйзулла ҡыҙы)[9].

Билдәле шәхестәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
  3. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
  4. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с. Страница 142. 2022 йыл 2 апрель архивланған.
  5. Тыуған яҡ: топонимдар һәм һөйләү теле. Диалектология һәм ономастика буйынса һәләтле уҡыусыларҙың IV Республика ғилми-ғәмәли конференция материалдары 16 апрель 2018 йыл 4-се йыйынтыҡ. 110 — 113-сө биттәр
  6. [1]
  7. [2]
  8. YouTube сайтында Видео
  9. Тыуған яҡ: топонимдар һәм һөйләү теле. Диалектология һәм ономастика буйынса һәләтле уҡыусыларҙың IV Республика ғилми-ғәмәли конференция материалдары 16 апрель 2018 йыл 4-се йыйынтыҡ. 116 — 119-сы биттәр
  10. Башҡортостан энциклопедияһы — Усманов Шамил Ғәйепйән улы 2020 йыл 26 октябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 22 октябрь 2020)
  11. Сайт «КУЛЬТУРНЫЙ МИР БАШКОРТОСТАНА». ИЗВЕСТНЫЕ ЛЮДИ КУГАРЧИНСКОГО РАЙОНА. АДЕЛЬБАЕВ ДАМИР МИНИЯРОВИЧ 2019 йыл 31 июль архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 июль 2019)

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә