Үлемһеҙлек бейеклеге

1967

Иҫтәлекле урын
Үлемһеҙлек бейеклеге
Ил Россия
Ҡала Белая Калитва
Төҙөлгән ваҡыты 1967 йыл

Үлемһеҙлек бейеклеге —  1967 йылда Белая  Калитва ҡалаһының Атаев ҡасабаһында, Төньяҡ Двинаның уң ярында асылған мемориаль комплекс[1].

Тарихы үҙгәртергә

Комплекс  112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының лейтенант Аннаклыч Атаев етәкселек иткән 8-се кавкорпусының  кавалерия эскадроны яугирҙарына бағышлана. 

1943 йылдың ғинуарында Белая Калитваны азат итеү өсөн барған алыштарҙа эскадрон яугирҙары тирә яҡ территориянан бейегерәк булып айырылып торған бейеклектә нығына һәм автоматтар менән ҡроралланған, тиҫтәләрсә танк, артиллерия һәм миномет уты ярҙам иткән пехота батальонына ҡаршы һуғыша. Тигеҙ булмаған алышта атаевсылар 300 дошман һалдатын, бик күп хәрби техниканы юҡ итә. Ике тәүлек - 21, 22 ғинуарҙа дошмандың 7 һөжүмен кире ҡағып, һуңғы һулышҡаса тора[2]. Шулай итеп улар нацистар баҫып алған ҡаланы азат итеүгә үҙ өлөшөн индерә. Лейтенант А. Атаев  СССР Юғары Советы Президиумы  ҡарары менән  үлгәндән һуң исеме Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була,  уның һуғышсылары, шулай уҡ үлгәндән һуң, I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән наградлана.

Тәүҙә һәйкәл өс стела һәм Мәңгелек уттан тора. Һуңыраҡ, Еңеүҙең 40 йыллығына арнап, ике стела араһына ҡулына лавр веногы тотҡан хәсрәтле Ватан-Әсә скульптураһы урынлаштырыла.  Диуарҙың ярымтүңәрәгенә геройҙарҙың исеме соҡоп яҙылған иҫтәлекле плиталар урынлаштырылған, тотош мемориал буйынса "Үлгәндәрҙең иҫтәлегенә лайыҡлы булығыҙ" тигән яҙыу һуҙылған. Хәҙер был 79,9 бейеклеген халыҡ "Үлемһеҙлек бейеклеге" тип атай.

Һылтанмалар үҙгәртергә

  1. http://memory-map.prosv.ru/#/memorial-4074/type=map&center=48.194588843561,40.733442925537&zoom=13 Мемориал «Высота бессмертия»
  2. http://www.kalitva.ru/139935-osvobozhdenie-beloj-kalitvy-podvig-ataevcev.html 2015 йыл 4 апрель архивланған. Освобождение Белой Калитвы: подвиг атаевцев