Ҡыҙылъяр (Баулы районы)

Ҡыҙылъяр — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Баулы районы ауылы. Ҡыҙылъяр ауыл биләмәһе составына керә һәм уның үҙәге булып тора.

Ауыл
Ҡыҙылъяр
татар. Кызылъяр
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Баулы

Ауыл биләмәһе

Ҡыҙылъяр

Координаталар

54°24′54″ с. ш. 53°22′51″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

XVII быуат

Халҡы

1285[1] кеше (2002)

Милли состав

татарҙар[1]

Конфессиональ составы

мосолмандар

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Телефон коды

+7 85569

Почта индексы

423940

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

92 214 832 001

Код ОКТМО

92 614 432 101

Номер в ГКГН

0188445

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ҡыҙылъяр (Рәсәй)
Ҡыҙылъяр
Ҡыҙылъяр
Ҡыҙылъяр (Баулы районы) (Татарстан)
Ҡыҙылъяр

География үҙгәртергә

Ауыл Ыҡ йылғаһы буйында, Баулы ҡалаһынан көнсығыштараҡ 11 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Тарих үҙгәртергә

Ҡыҙылъяр — ҡыр-йылан ырыуы башҡорттарының һәм типтәрҙәрҙең ауылы[2]. XVII быуатта ҡыр-йылан ырыуы башҡорттары тарафынан нигеҙләнгән[3]. Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Баулы улусы составына керә.

ХХ быуат башында ауылда 3 мәсет, һыу тирмәне теркәлгән[1]. 1914 йылда Ҡыҙылъяр кешеләре Ыҡ йылғаһының үрге ағымында, уның уң ярында Ҡыҙылъяр ауылына (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы) нигеҙ һалалар[3].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан — Баулы районы, 1935 йылдан — Ютазы районы, 1963 йылдан — Бөгөлмә районы, 1965 йылдан — йәнә Баулы районы составында була[1].

Халҡы үҙгәртергә

1795 йылда ауылда 226 башҡорт һәм 74 типтәр; 1816 йылда — 174 башҡорт һәм 44 типтәр; 1834 йылда — 498 аҫаба башҡорт, 17 керҙәш башҡорт һәм 66 типтәр; 1859 йылда — 1066 башҡорт йәшәй[2][3]. Керҙәштәр сығышы менән Байлар улусы аҫаба башҡорттарынан булған[2].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [3][1])
17951834185918861908192019261938194919581970197919892002
300581106615562701238619841550131114071401136011461285

Инфраструктура үҙгәртергә

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән, комбикорм заводы эшләй. Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].

Билдәле шәхестәре үҙгәртергә

  • Юнысова Асия Шәйехриза ҡыҙы — журналист, шағир.
  • Яруллин Фәнис Ғатаулла улы — шағир, драматург[4].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Татарская энциклопедия.
  2. 2,0 2,1 2,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 587. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 История башкирских родов, 2015, с. 125—126
  4. История башкирских родов, 2015, с. 126

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  • Западные башкиры по переписям 1795—1917 гг. — Уфа, 2001. (рус.)
  • История башкирских родов. Елан. Том 9. Часть 2 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, Р. М. Рыскулов, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — 596 с. — ISBN 978-5-85051-638-3. (рус.)