Ҡыҙылса (рус. Корь, лат. Morbillus) — кешенең киҫкен йоғошло ауырыуы.

Ҡыҙылса
Ҡыҙылса вирусы электрон микроскоп аша
Ҡыҙылса вирусы электрон микроскоп аша
МКБ-10

B0505.

МКБ-9

055055

DiseasesDB

7890

MedlinePlus

001569

eMedicine

derm/259 

 Ҡыҙылса Викимилектә

Уны тыуҙырыусылар үҙгәртергә

РНК‑лы Morbillivirus төрө вирустары; түбән температураларҙа бер нисә ай буйы йәшәргә һәләтле, юғары температра, ҡояш яҡтыһы, дезинфекция саралары тәьҫирендә һәләк була. Вакцина эшләнмәгән мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың 100 % уны йоҡтора ала. Ауырыу һауа аша йоға; тыуҙырғыстары тын алыу юлдарының лайлалы тиресәләренән регионар лимфа төйөрҙәренә тарала, шунда үрсей, һуңынан ҡанға үтеп инә һәм эске ағзаларҙы, үҙәк нервы системаһын һ.б. зарарлай. Инкубация осоро 9—17 көн.

Төп симптомдары үҙгәртергә

Интоксикация, йүткереү, күҙҙең лайлалы тиресәһе гиперемияһы, ауыҙҙың лайлалы тиресәләрендә специфик сабыртма, тән тиреһендә тимгелле‑бөртөклө сабыртма барлыҡҡа килеүе һ.б. Диагностикалау өсөн эпидемиологик, клиник һәм лаб. тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәре файҙаланыла. Дауалау медикаментоз, диета.

Өҙлөгөүҙәр үҙгәртергә

Пневмония, ларингит, энцефалит һ.б.

Иҫкәртеү үҙгәртергә

Актив һәм пассив иммунлаштырыу.

Ҡыҙылса (ауырыу) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.