Ҡышҡы спорт төрҙәре

Ҡышҡы спорт төрҙәре — ҡышҡы һалҡын айҙарҙа уйнала торған спорт төрҙәре[1]. Был спорт төрҙәренә саңғыла, конькиҙа, санала шыуыу кеүек спорт төрҙәре инә.

Ҡышҡы спорт төрҙәре
Рәсем
Пиктограмма
Ҡапма-ҡаршыһы йәйге спорт төрҙәре[d]
 Ҡышҡы спорт төрҙәре Викимилектә
Үҙәк Словакияла Ясна тау саңғыһы курорты

Ҡышҡы спорт төрҙәре ғәҙәттә ҡышҡы һыуыҡтар ноль градустан түбән булған һалҡын яҡтар өсөн хас. Әммә яһалма ҡар һәм яһалма боҙ булыуы, хәҙерге көндә бындай сараларҙы төрлө климат шарттарында ла үткәрергә мөмкинлек бирә.

Яһалма боҙ эҫе климат шарттарында ла конькиҙа шыуыуҙы һәм хоккей уйнауҙы тәьмин итеү өсөн ҡулланыла.

Дөйөм ҡышҡы спорттың шәхси төрҙәренә саңғы ярыштары, тау саңғыһы, сноуборд, саңғы кейгән килеш трамплиндан һикереү, конькиҙа йүгереү спорты, фигуралы шыуыу, сана спорты, скелетон, бобслей һәм аҡар саналарында шыуыу инә.

Дөйөм команда спорт төрҙәренә шайбалы хоккей, керлинг һәм туплы хоккей ҡарай.

Әгәр ҡатнашыусылар һаны буйынса ҡараһаң, хоккей донъяла иң популяр ҡышҡы спорт төрө булып тора. Популярлыҡ буйынса уның артынан туплы хоккей килә[2].

Ҡышҡы спорт төрҙәре күпселек осраҡта, Ҡышҡы Олимпия уйындары ише, үҙҙәренең мультиспорт турнинҙарын булдырғандар.

Тарихы үҙгәртергә

Ҡышҡыһын боҙ һәм ҡар булыуы сана, саңғы һәм конькиҙарҙың килеп сығыуына сәбәпсе була. Был, үҙ сиратында, башҡа йыл миҙгелдәренә контраст рәүештә, бары тик ҡыш миҙгеленә генә хас булған төрлө күңел асыу сараларын һәм спорт төрҙәрен барлыҡҡа килтергән. Тәбиғи, ҡышҡы спорт төрҙәре үтә һалҡын температуралы ҡыш булған яҡтарҙа бик ҙур популярлыҡ яулай.

Шул уҡ ваҡытта, ҡышҡы спорт төрҙәренең күпселеге асыҡ һауала уйнау өсөн тәғәйенләнгән. Боҙҙағы хоккей, конькиҙа йүгереү спорты, туплы хоккей кеүек ҡышҡы спорт төрҙәре, XX быуат баштарынан, бина эсендә үткәрелеүгә күсә башлай. Яһалма боҙло ябыҡ боҙлоҡтар конькиҙа шыуыуҙы һәм хоккейҙы эҫе торған миҙгелдәрҙә лә үткәрергә мөмкинлек бирә.

Ҡышҡы спорт төрҙәре исемлеге үҙгәртергә

Иҫкәрмә: Олимпия дүңгәләгенең ниндәй ҙә булһа спорт төрө менән йәнәш тороуы, был спорт төрөнөң Ҡышҡы Олимпия уйындары программаһына индерелгәнлеген күрһәтә. Паралимпия логотибы был спорт төрҙәренең Ҡышҡы паралимпия уйындары өсөн ҡаралған булыуы хаҡында һөйләй.

Конькиҙа шыуыу үҙгәртергә

Саңғыла шыуыу үҙгәртергә

 
Саңғыла шыуыу
 
Америка биатлонсыһы Тила Джереми 2002 йылғы Ҡышҡы олимпия уйындарында.
  • Акробатик саңғылар
  • Тау саңғыһы  
  • Биатлон  
  • Саңғыла уҙышыуҙар  
  • Фристайл  
  • Һауа йыланы артынан саңғыла шыуыу
  • Могул  
  • Моносаңғыларҙа шыуыу
  • Ньюскул
  • Саңғы ике көрәшлеге  
  • Саңғыла килеш мылтыҡтан атыу
  • Скиборд
  • Скибоб
  • Скиджоринг
  • Саңғы кейгән килеш трамплиндан һикереү  
  • Сноукайтинг
  • Тау саңғыһында тиҙлеккә уҙышыу
  • Спидглайдинг
  • Телемарк
  • Ҡышҡы биш көрәшлек

Санала шыуыу үҙгәртергә

 
Көнсығыш Германия бобслейсылары 1951 йылда Оберхоф трассаһында, Германия
  • Бобслей  
  • Егеүле эттәрҙә ярышыу
  • Боҙ киҫәктәрендә шыуыу
  • Сана спорты  
  • Скелетон  
  • Вок-рейсинг

Сноубординг үҙгәртергә

  • Тау сноуборд  
  • Сноуборд-кросс  
  • Слалом  
  • Сноускейт
  • Слоупстайл  

Ҡарйөрөш саналарында шыуыу үҙгәртергә

 
Йеллоустон Милли паркында ҡарйөрөш саналарында экскурсия.
  • Фристайл
  • Сноукросс
  • Күңеленә сәйәхәт
  • Кросс-кантри
  • Тауға күтәрелә.

Командалы спорт төрҙәре үҙгәртергә

 
Советтар Союзында туплы хоккей буйынса күп һанлы Донъя чемпионаттары үткәрелер була.
  • Туплы хоккей
  • Брумбол
  • Керлинг  
  • Хоккей  
  • Айсшток
  • Хәрби патрулдәр ярышы
  • Рингетт
  • Ринкбол
  • Следж-хоккей  
  • Ҡар бабайҙар төҙөү
  • Ҡар регбиһы
  • Ҡар йыландары төҙөү
  • Синхрон фигуралы шыуыу
  • Юкигассен (ҡар спорты)

Спорттың башҡа төрҙәре үҙгәртергә

  • Боҙҙа шыуышыу
  • Боҙҙағы спидвей
  • Ввелосипедта ҡарҙа йөрөү
  • Боҙҙағы каноэинг
  • Ҡарҙағы дрифт

Билдәле ҡышҡы спорт саралары үҙгәртергә

  • Ҡышҡы олимпия уйындары
  • Төньяҡ Европа уйындары
  • Донъя чемпионаты
  • ҠАрктик ҡышҡы уйындар
  • Ҡышҡы азия уйындары
  • Ҡышҡы паралимпия уйындары
  • Ҡышҡы Универсиада

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Ҡышҡы карнавал
  • Саф һауала ваҡыт үткәреү

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. winter sports, noun. Chambers 21st Century Dictionary. Дата обращения: Feb 22, 2010.
  2. Bandyn är världens näst största vinteridrott (билдәһеҙ). Bandyworld (6 октябрь 2015). Дата обращения: 18 ноябрь 2015. Архивировано 18 ноябрь 2015 года. 2015 йыл 18 ноябрь архивланған.