Ҡунаҡбай (Учалы районы)

Ҡунаҡбай (рус. Кунакбаево) — Башҡортостан Республикаһының Учалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 750 кеше була[2]. Почта индексы — 453740, ОКАТО коды — 80253845001.

Ауыл
Ҡунаҡбай
рус. Кунакбаево
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Муниципаль район

Учалы

Ауыл биләмәһе

Ҡунаҡбай

Координаталар

54°20′20″ с. ш. 59°18′29″ в. д.HGЯO

Халҡы

750[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453740

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 253 845 001

ОКТМО коды

80 653 445 101

ГКГН номеры

0520500

Ҡунаҡбай (Рәсәй)
Ҡунаҡбай
Ҡунаҡбай
Ҡунаҡбай (Учалы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡунаҡбай

Географик урыны үҙгәртергә

Ҡандыболаҡ йылғаһы буйында урынлаша.

  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 8 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Учалы): 12 км[3][4]

Тарихы үҙгәртергә

Ҡунаҡбай ауылына XVIII быуат уртаһында, Себер даруғаһы 1736 йылдың 11 феврале указдары буйынса, Ҡаратабын улусы башҡорттарының ҡаҙнаға тартып алынған аҫаба ерҙәрендә типтәрҙәр нигеҙ һала. Ауыл Ҡандыболаҡ йылғаһы буйында урынлаша. Ауылдың исеме уның тәүге төпләнеүсеһе исеме менән атала. 1811 йылда Ҡунаҡбайҙың старшина булып хеҙмәт иткән улы Юлдаш иҫән була. Ауыл шулай уҡ Ҡандыболаҡ исеме менән дә билдәле. 1795 йылда Ҡунаҡбай ауылында 45 йортта 244 кеше иҫәпләнә. X рәүиз ваҡытына 140 йортта 972 кеше йәшәгәнлеге асыҡлана[5]. Игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 йылда 2 мәсет теркәлгән

1920 йылда 314 йортта 1696 кеше йәшәгән[6][7].

Ҡунаҡбай ауылы бөгөн үҙгәртергә

Ҡунаҡбай ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто («Аҡтабын» гармунсылар халыҡ ансамбле, «Яйыҡ» ҡумыҙсылар халыҡ ансамбле), китапхана бар[8].

Ауылда Советтар Союзы Геройы Александр Матросовҡа һәйкәл ҡуйылған. Һәйкәлдән тыш, А. Матросовтың музейы бар. Бында Шакирйән Мөхәмәтйәновтың бала сағы хаҡында фотоһүрәттәре һәм хәтирәләре, һуғышҡа тиклемге колхоз осоро хаҡында ла ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр тупланған.

Александр Матросов һәйкәленән тыш, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре мемориалы, һуғышҡа киткән ауыл кешеләренең исеме яҙылған стенанан ғибәрәт, йондоҙ-мәңгелек утты 9 май байрамына ғына ҡабыҙалар[9].

Халыҡ һаны үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 750 384 366 51,2 48,8
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, башҡорттар күпселекте (97 %) тәшкил итә[10].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ревизия материалдарында үҙгәртергә

1811 йылда[11] Ҡунаҡбай ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.

Урамдары үҙгәртергә

  • Яр тыҡрығы (рус. Береговой переулок)
  • Көнсығыш урамы (рус. Восточная улица)
  • Тау урамы (рус. Горная улица)
  • Йылға аръяғы урамы (рус. Заречная улица)
  • Йодоҙ урамы (рус. Звездная улица)
  • Интернациональ урамы (рус. Интернациональная улица)
  • Ирәмәл урамы (рус. Иремельская улица)
  • Урман урамы (рус. Лесная улица)
  • Болон урамы (рус. Луговая улица)
  • Нурлы урам (рус. Лучистая улица)
  • Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Таулы урам (рус. Нагорная улица)
  • Яңы урам (рус. Новая улица)
  • Күл урамы (рус. Озерная улица)
  • Ерек урамы (рус. Ольховая улица)
  • Еңеү урамы (рус. улица Победы)
  • Йәйғор урамы (рус. Радужная улица)
  • Таң урамы (рус. Рассветная улица)
  • Йылға тыҡрығы (рус. Речной переулок)
  • Төньяҡ тыҡрыҡ (рус. Северный переулок)
  • Ғаилә урамы (рус. Семейная улица)
  • Күксин урамы (рус. Сиреневая улица)
  • Спорт урамы (рус. Спортивная улица)
  • Бәхет урамы (рус. Счастливая улица)
  • Тирәк урамы (рус. Тополиная улица)
  • Сәскә урамы (рус. Цветочная улица)
  • Ш.Мөхәмәтйәнов урамы (рус. улица Ш. Мухаметьянова)
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
  • Шоссе урамы (рус. Шоссейная улица)
  • Гәрәбә урамы (рус. Янтарная улица)[12]

Тирә-яҡ мөхит үҙгәртергә

Ер-һыу атамалары

Билдәле шәхестәре үҙгәртергә

Матбуғатта үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  4. Ҡунаҡбай (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 27. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 27. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  7. Ҡунаҡбай (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  8. Ҡунаҡбай (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  9. Наш Урал
  10. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  11. ревизия материалдары(недоступная ссылка)
  12. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан
  13. Башҡорт энциклопедияһы — Фәтҡуллин Ғөбәй Сәлим улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 2 август 2019)
  14. Башҡорт энциклопедияһы — Хөсәйенова Гөлнур Рауил ҡыҙы 2019 йыл 28 сентябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 28 сентябрь 2019)

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә