Ҡужанаҡ

Башҡортостандың Ейәнсура районы тораҡ пункты

Ҡужанаҡ (рус. Кужанак) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Яңыбай ауыл Советы биләмәһенә ҡарай. Почта индексы — 453386, ОКАТО коды — 80226843004.

Ауыл
Ҡужанаҡ
рус. Кужанак
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Муниципаль район

Ейәнсура

Ауыл советы

Яңыбай

Координаталар

51°35′54″ с. ш. 57°10′40″ в. д.HGЯO

Халҡы

420[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453386

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 226 843 004

ОКТМО коды

80 626 443 121

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ҡужанаҡ (Рәсәй)
Ҡужанаҡ
Ҡужанаҡ
Ҡужанаҡ (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡужанаҡ

Географик урыны үҙгәртергә

Һаҡмар йылғаһы ҡушылдығы Ҡороюл йылғаһы буйында урынлашҡан.

Тарихы үҙгәртергә

Үҫәргән башҡорто Нәҙерғәле Аҡъюловтың яҙыуына ҡарағанда, Үҫәргәндең ике улы Болоҡ менән Таймаҫ урыҫ батшаһы Иван III (1425—1505) хакимлыҡ иткән осорҙа йәшәгән. Таймаҫтың ете улы булған: Шишәй, Бишәй, Аҫҡаҡ, Ҡунаҡ, Абаҙа, Сураш һәм Ҡыҙрас. Ҡыҙрас улдары Аҫҡар, Таҙлар, Аҡҡондоҙ, Үрген, Ҡужанаҡ, Кинйәбулат ауылдарына төйәкләнгән[4].

Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә төҙөгән ауыл. XVIII быуаттың беренсе яртыһында нигеҙ һалынған. Тәүге нигеҙ ҡороусы Ҡужанаҡ Йомаҡ(н)аев булған. 1795 йылда беренсе тапҡыр рәсми исемлектәрҙә теркәлгән. Күҙәнәк, Айыуҡаҙыр атамалары менән дә теркәлгән.

1795 йылда 9 йортта 71 кеше йәшәгән, 1866 йылда 81 йортта — 331 кеше. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 йылда шулай уҡ мәҙрәсә, һыу тирмәне, ярма ярғыс теркәлгән[5].

1930 йылдарҙан Башҡорт Ҡужанағы исеме менән теркәлгән. 1970 йылдарҙа Урыҫ Ҡужанағы, Яңы Асҡар ауылдары менән берләштерелгән. Шул ваҡыттан бирле Ҡужанаҡ исемендә[6].

Әлеге ваҡытта Ҡужанаҡ ауылында урта мәктәп, балалар баҡсһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар[7].

Халыҡ һаны үҙгәртергә

Йыл Халыҡ һаны
1939 237 [8]
1959 189 [9]
Йыл Халыҡ һаны
1970 258 [9]
1979 520 [10]
Йыл Халыҡ һаны
1989 501 [10]
2002 499 [11]
Йыл Халыҡ һаны
2010 420 [11]
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (78 %)[12].

Урамдары үҙгәртергә

  • Башҡорт урамы (рус. Башкирская улица)
  • Йылға аръяғы урамы (рус. Заречная улица)
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[13]

Тирә-яҡ мөхит үҙгәртергә

Ер-һыу атамалары

Йылғалар:

  • Ҡарабағана йылғаһы
  • Аҡшар йылғаһы
  • Бишәй йылғаһы
  • Ҡороюл йылғаһы

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  3. Ҡужанаҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Ейәнсура-Үҫәргәндәр ере
  5. Ҡужанаҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий 2022 йыл 12 апрель архивланған.
  7. Ҡужанаҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  8. Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.1 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // ӨфөКитап, 2018. — Т. 1.
  9. 9,0 9,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // ӨфөКитап, 2018. — Т. 2.
  10. 10,0 10,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // УфаКитап, 2018. — Т. 3.
  11. 11,0 11,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.4 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // УфаКитап, 2018. — Т. 4.
  12. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  13. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан