Ҡоҙаяров Ғабдулла Хәбир улы

Ҡоҙаяров Ғабдулла Хәбир улы (7 июнь 1899 йыл14 сентябрь 1984 йыл) — ғалим-офтальмолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Медицина фәндәре докторы (1962), профессор (1962), РСФСР-ҙың (1973) һәм Башҡорт АССР-ының (1967) атҡаҙанған фән эшмәкәре, РСФСР‑ҙың (1957) һәм Башҡорт АССР-ының (1940) атҡаҙанған табибы. Ленин (1961) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949) ордендары кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1969).

Ҡоҙаяров Ғабдулла Хәбир улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 7 июнь 1899({{padleft:1899|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Тыуған урыны Аблай ауылы, Зәйет улусы[d], Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 14 сентябрь 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (85 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө офтальмолог
Эшмәкәрлек төрө офтальмология[d]
Эш урыны Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшеренеү институты
Башҡорт дәүләт медицина институты
Уҡыу йорто Ғәлиә мәҙрәсәһе
Пермь дәүләт милли тикшеренеү университеты
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре

Тормош юлы үҙгәртергә

Ғабдулла Хабир улы Ҡоҙаяров 1899 йылдың 7 июнендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы) Аблай ауылында тыуған. «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡый.

1926 йылда Пермь университетының медицина факультетын тамамлай.

19331954 йылдарҙа бер нисә тапҡыр Башҡорт АССР-ының Һаулыҡ һаҡлау министрлығында баш окулист вазифаһын башҡара.

19421943 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә.

19431975 йылдарҙа Өфө трахоматоз институтында бүлек мөдире, ә 19451954 йылдарҙа — директор вазифаһын башҡара[1].

19551975 йылдарҙа Башҡортостан медицина институтының күҙ ауырыуҙары кафедраһының мөдире булып эшләй.

19751982 йылдарҙа Башҡортостан медицина институтының күҙ ауырыуҙары кафедраһында профессор булып хеҙмәт итә.

1984 йылдың 14 сентябрендә Өфө ҡалаһында вафат була.

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Профессорҙың фәнни эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше булып эпидемиологияны, клиниканы өйрәнеү, трахоманың патоморфологияһы һәм уны профилактикалау, вируслы күҙ ауырыуҙарын өйрәнеү, герпестан, глаукоманан дауалау, катарактаны операция яһау юлы менән дауалау тора[2]. Медицина фәндәре докторының трахоманы өйрәнеү һәм уға ҡаршы көрәш алып барыуҙы ойоштороуы Башҡорт АССР-ында ғына түгел, ә СССР-ҙың башҡа төбәктәрендә һәм байтаҡ сит илдәрҙә был сирҙе бөтөрөүгә килтерә.

Профессор Ҡоҙаяров Ғабдулла Хәбир улы — 160-тан артыҡ фәнни эштәрҙең авторы, ул дүрт монография: «Учебник по глазным болезням для средних медицинских работников», «Биомикроскопические изменения на роговой оболочке при трахоме», «Руководство по трахоме», «Возникновение и течение трахомы»[3] — яҙған. Офтальмологтарҙың республика мәктәбен барлыҡҡа килтергән.

Фәнни хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Биомикроскопические изменения в роговице при трахоме. Уфа, 1939;
  • Руководство по трахоме, в 2 частях. Уфа, 1970. (соавт.)

Автобиография үҙгәртергә

  • Моя жизнь — офтальмология // Габдулла Кудояров. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 172 е.: илл.

Хәтер үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының «Медицина өлкәһендәге күренекле эштәре өсөн» премияһы Ҡоҙаяров Ғабдулла Хәбир улы исеме менән аталған.
  • Өфө ҡалаһы Пушкин урамындағы ғалим йәшәгән 54/1 йортона Ҡоҙаяров Ғабдулла Хәбир улының исемен мәңгеләштереүсе мемориаль таҡтаташ ҡуйыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән[4].

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә