Ҡотошов Әхмәт Шаһиәхмәт улы

журналист, тәржемәсе, лексикограф, юғары мәктәп уҡытыусыһы

Ҡотошов Әхмәт Шаһиәхмәт улы (2 октябрь 1900 йыл — 26 июнь 1973 йыл) — журналист, тәржемәсе, лексикограф, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1958 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт алфавитын латин графикаһынан кириллицаға күсереү буйынса терминология комиссияһы ағзаһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1949).

Ҡотошов Әхмәт Шаһиәхмәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 2 октябрь 1900({{padleft:1900|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Тыуған урыны Ҡарайған ауылы, Өфө губернаһы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 26 июнь 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (72 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР
Һөнәр төрө тәржемәсе, журналист, лексикограф, университет уҡытыусыһы
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Әхмәт Шаһиәхмәт улы Ҡотошов 1900 йылдың 2 октябрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе[1] Ҡарайған ауылында тыуған.

ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты йүнәлтмәһе буйынса Мәскәүҙә Бөтә Союз коммунистик журналистика институтында уҡый, аҙаҡ «Башҡортостан» гәзитендә эшләй, баш мөхәррир урынбаҫары дәрәжәһенә тиклем етә. Һуңғараҡ күп йылдар дауамында Башҡортостан китап нәшриәтенең баш мөхәррире. Башҡортостан өлкә партия мәктәбендә һәм Башҡорт дәүләт университетында тәржемә оҫталығын уҡыта.

«Коммунистар партияһы манифесы»н, Ги де Мопассан, Александр Дюма, А. П. Чехов, Л. Н. Толстой әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итә. 1948 йылда Мәскәүҙә нәшер ителгән, 40000 тирәһе һүҙҙән торған «Русса-башҡортса һүҙлек»те әҙерләүҙә ҡатнаша.

СССР Журналистар союзы (1958) һәм КПСС ағзаһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • «Почёт Билдәһе» ордены (1949);
  • БАССР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (ике тапҡыр);
  • «1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы.

Хәтер үҙгәртергә

  • Тыуған ауылы Ҡарайған урамы Ә. Ҡотошов исемен йөрөтә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Кутушев Р. Н. Журналист, подаривший читателям Мопассана и Чехова. 2 октября исполняется 110 лет со дня рождения Ахмета Кутушева // Республика Башкортостан 02.10.10.
  • Кутушев, Р. Он стоял у истоков башкирской журналистики: 110 лет со дня рождения А. Ш. Кутушева / Р. Кутушев //Восход. — 2010. — 30 сентября. — С.3.
  • Рамаҙан Ҡотошов, РФ һәм Башҡортостан Республикаһы журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт мәҙәниәтенең аҡһаҡалы // гәзит Торатау, 02.10.2010 URL (башҡорт телендә)

Һылтанмалар үҙгәртергә