Ҡотой (Белорет районы)

Ҡотой (рус. Кутуйка) — Рәсәй, БАССР, Белорет районының Үҙән ауыл Советына ингән ауыл була.

Ҡотой
Дәүләт  СССР
Административ-территориаль берәмек Белорет районы
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 456 метр
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 12 декабрь 1986
Карта

Тарихы үҙгәртергә

1952 йылда — Үҙән ауыл Советы ның Ҡотой һөтсөлөк-малсылыҡ фермаһы булараҡ теркәлгән. 1960—1970 йылдарҙа СССР-ҙа дәүләт сәйәсәтенә ярашлы перспективаһыҙ тип табылған ауылдарҙы бөтөрөү йүнәлеше башлана. Был йүнәлеш сиктәрендә ауыл биләмәләре селтәрен үҙгәртеп ҡороу, ауылдарҙың бер өлөшөн бөтөрөү һәм «агроҡалалар» булдырыу тормошҡа ашырыла башлай. Был сәйәсәттең ауыр социаль эҙемтәһе — ауыл инфраструктураһына килтерелгән ҙур зыян[1] Был сәйәсәт пландары тулыһынса тормошҡа ашырылып бөтмәй, мәгәр ауылдар илдә барған киләсәкһеҙ ауылдар тигән исемлеккә эләгеп, һүнә бара. Улар иҫәбенә Үҙән ауыл Советының Ҡотой ҡасабаһы ла ингән.

1986 йылдың 12 декабрендә Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 6-2/ 396 һанлы « Ҡайһы бер тораҡ пункттарҙы иҫәп мәғлүмәттәренән ғәмәлдән сығарыу» тураһындағы Указына ярашлы, Белорет районындағы Ҡарағай кордоны, Егәҙе ауыл Советының Хоҙайбирҙе ауылы, Ноҡат ауыл Советының Ҡыҙылъяр ауылы, Нура ауыл Советының Отнурок кордоны, Үҙән ауыл Советының Ҡотой ҡасабаһы иҫәптән алып ташланыла, йәғни бөтөрөлә.[2]

Географияһы үҙгәртергә

Үҙән ауыл Советы биләмәһе тауҙар араһында урынлашҡан, Ҡотой ҡасабаһы урынлашҡан урын диңгеҙ кимәленән абсолют бейеклеге 456 метр [3].

Ҡотой ауылы ауыл Советы үҙәгенән (Үҙән) −12 км, район үҙәгенән (Белорет) — 60 км, тимер юл станцияһынан (Белорет станцияһы) 59 км алыҫлыҡта урынлашҡан булған.

1952 йылда Ҡотой һөтсөлөк-малсылыҡ фермаһынан Сермән тимер юлы станцияһына тиклем 24 саҡрым алыҫлыҡта булған.

Этимологияһы үҙгәртергә

Ҡасаба юҡҡа сығыу сәбәпле Башҡортостан Республикаһының топонимдары һүҙлегенә инмәгән, мәгәр БАССР-ҙың топонимдары һүҙлегендә уның атамаһы Ҡотой тигән антропонимдан икәнлеге теркәлеп ҡалған[4].

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Ковалёв Д. В. «Неперспективные деревни» 2018 йыл 1 август архивланған. // Большая российская энциклопедия. Том 22. — М., 2013. — С. 470—471.
  2. https://zakon-region3.ru/1/58896/ Указ Президиума ВС Башкирской АССР от 12.12.1986 N 6-2/396 «Об исключении из учетных данных некоторых населенных пунктов»
  3. Kutuyka (ингл.). GeoNames.
  4. Словарь топонимов Башкирской АССР. Уфа, Башкирское С 48 книжное издательство, 1980 г.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Административно-территориальное деление Башкирской АССР (на 1 июня 1952 г.). — Башкирское книжное издательство, Уфа, 1953. C.297.
  • Словарь топонимов Башкирской АССР. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1980 г.