Ҡорбанғәлиев Артур Ришат улы

хәрби хеҙмәткәр, десантсы

Ҡорбанғәлиев Артур Ришат улы (14 декабрь 1980 йыл — 9 сентябрь 1999 йыл) — Рәсәй Федерацияһы Һауа-десант ғәскәрҙәренең хәрби хеҙмәткәре, гвардия парашют-десант полкының взвод командиры урынбаҫары, гвардия сержанты. Рәсәй Федерацияһы Геройы (1999, үлгәндән һуң).

Ҡорбанғәлиев Артур Ришат улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 14 декабрь 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[1]
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 9 сентябрь 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (18 йәш)
Вафат булған урыны Дағстан, Рәсәй
Хәрби звание Сержант
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһы Геройы

Биографияһы үҙгәртергә

Артур Ришат улы Ҡорбанғәлиев[2] 1980 йылдың 14 декабрендә Өфө ҡалаһында тыуған.

1984 йылда ата-әсәһе менән Силәбе өлкәһенең Ҡытаутамаҡ ҡалаһына күсенә. Шунда уның бала сағы һәм үҫмер йылдары үтә, 1998 йылда 7-се урта мәктәпте тамамлай.

Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренә 1998 йылдың декабрендә Силәбе өлкәһенең Ҡытаутамаҡ ҡала хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла.

Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. 1999 йылдың август башында Дағстан һәм Чечен Республикалары биләмәләрендә терроризмға ҡаршы операция (Икенсе Чечен һуғышы) башланғас, парашют-десант взводы командиры урынбаҫары (119-сы гвардия парашют-десант полкы, 3-сө парашют-десант ротаһы) гвардия сержанты Артур Ҡорбанғәлиев үҙ подразделениеһы составында хәрби хәрәкәттә әүҙем ҡатнаша.

Чечен террорсылары һәм уларҙы сит ил булышсыларына ҡаршы һуғыштарҙың береһе барышында, 1999 йылдың 9 сентябрендә Дағстандың Новолакский районында, ҡыйыу яугир-десантсы снайпер пуляһынан һәләк була.

Силәбе өлкәһенең Ҡытаутамаҡ ҡалаһында хәрби хөрмәт менән ерләнә.

Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән 1999 йылдың 30 декабрендә, хәрби бурысын үтәгән ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн, гвардия сержанты Ҡорбанғәлиев Артур Ришат улына үлгәндән һуң «Рәсәй Федерацияһы Геройы» исеме бирелә.

Хәтер үҙгәртергә

Герой иҫтәлегенә Өфө ҡалаһының Октябрь районында Урман тыҡрығындағы 14-се йорт фасадында мемориаль таҡтаташ ҡуйыла, унда алтын хәрефтәр менән Рәсәй Геройы Артур Ҡорбанғәлиевтың исеме уйылып яҙылған. Шулай уҡ мемориаль таҡтаташ Ҡытаутамаҡ ҡалаһында, Артур уҡыған мәктәптә ҡуйылған.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Герои нашего времени (О Героях России — уроженцах и жителях Республики Башкортостан) / авт.-сост. Е. А. Смирнов. — Уфа : Китап, 2016. — 327 с. : илл. ISBN 978-5-295-06554-5.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. 14 декабря родились... . Комментарии : LiveInternet - Российский Сервис Онлайн-Дневников. Дата обращения: 21 март 2013.

Һылтанмалар үҙгәртергә