Ҡолғана

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районындағы ауыл

Ҡолғана (рус. Кулганино) — Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 288 кеше[3]. Почта индексы — 453592, ОКАТО коды — 80219840001.

Ауыл
Ҡолғана
рус. Кулганино
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Бөрйән

Ауыл Cоветы

Ҡолғана

Координаталар

53°21′48″ с. ш. 57°57′10″ в. д.HGЯO

Халҡы

288[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453592

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 219 840 001

ОКТМО коды

80 619 440 101

Ҡолғана (Рәсәй)
Ҡолғана
Ҡолғана
Ҡолғана (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡолғана
Ҡолғана
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Ҡолғана ауыл советы[2]
Административ-территориаль берәмек Ҡолғана ауыл советы[2]
Почта индексы 453592
Map

Географик урыны үҙгәртергә

Ауыл Үҙән йылғаһы буйында урынлашҡан. Алыҫлығы:

Тарихы үҙгәртергә

Ауылға 19 быуат башында Верхнеурал өйәҙенең Тамъян улусы Ярлыҡап ауылы (хәҙерге Әбйәлил районы) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе тархан Ҡолғана Түлебаев исеме менән аталған. 1866 йылда 30 йортта 207 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, урман кәсептәре, һунарсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр[4][5]

1834 йылда ауылда 151 кеше, 1859 йылда — 207 кеше, 1917 йылда - 516 кеше йәшәгән. 1812 йылғы Ватан һуғышында Ҡолғана ауылынан Ишкенә Ҡоҙаҡҡолов та ҡатнаша. Ул ике миҙал кавалеры, 14-се башҡорт полкы составында 1812—1814 йылдың 19 мартында Парижды алыуҙа үҙ өлөшөн индерә. 1930 йылдың авгусында Бөрйән районын ойошторғанда Ҡолғана ауылы ошо районға инә. Ауылда колхоз, ағас әҙерләү контораһы ойошторола. 1946 йылдың 26 мартында Ҡолғананы Ҡаҙмаш ауыл Советына ҡаратып, Әбйәлил районына буйһондоралар. Ҡолғана халҡының кәртәһенә терәлеп торған ерҙәр, урмандар тулыһынса Бөрйән районы ҡарамағында ҡала. 1984 йылдың 29 декабрендәге Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Указы буйынса Ҡолғана ауылы ҡайтанан Бөрйән районына күсерелә. Бөйөк Ватан һуғышында ғына Ҡолғана ауылынан Ватанды һаҡлауҙа 55 кеше ҡатнаша. 1998 йылдың 29 сентябрь айында закондар сығарыу Палатаһы тарафынан Ҡолғана ауыл Советы ойоштороу тураһында Закон сығарыла. 10 октябрь Вәкилдәр палатаһы тарафынан хуплана һәм Ҡолғана ауыл Советы ойошторола[6].

Ауыл бөгөн үҙгәртергә

Ауыл Ҡолғана ауыл Советы үҙәге. 1900 йылда мәсет теркәлгән. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылда төп мәктәп (Әбделмәмбәт урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Тамъян гәүһәрҙәре” башҡорт халыҡ фольклор ансамбле), китапхана бар.

Халыҡ һаны үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 516
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 277
1959 йыл 15 ғинуар 215
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 226
2002 йыл 9 октябрь 281
2010 йыл 14 октябрь 288 135 153 46,9 53,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Урамдары үҙгәртергә

Урам исеме[7]:

  • Ҡыҙыл-яр урамы (рус. улица Кизиль-яр)
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)
  • Яман-йылға урамы (рус. улица Яман-ельга)
  • Шәғәли Шаҡман урамы (рус. улица Шагали Шакмана)
  • Салауат Юлаев урамы (рус. улица Салавата Юлаева)
  • Шәкирйән Мөхәмәтйәнов урамы (рус. улица Шакирьяна Мухамедьянова)
  • Муса Мортазин урамы (рус. улица Мусы Мотазина)
  • Үҙән урамы (рус. улица Узян)

Билдәле шәхестәре үҙгәртергә

Ауыл эргәһендәге ер-һыу үҙгәртергә

Мейес асығы 30-сы йылдарҙа Ҡолғана ауылынан Һарғая ауылына барған юл буйындағы бер асыҡта таштан мейес сығарып, Ҡыраҡанан ат менән ташып, ҡайын, ҡарағай утындарын мейестә яҡҡандар. Эре-эре күмерҙәрҙе, ат йөгөнә тулғас, суйын иретеү заводына ебәргәндәр. Күмерҙе Әбйәлил районының Хәлил ауылы баҙарына алып барып һатҡандар. Ялан яғының кешеләре күмерҙе мейес тоҡандырыуға, самауыр ҡайнатыуға һатып алғандар. Мейес яҡҡан урынды бөгөн ерле халыҡ Мейес асығы тип йөрөтә.

  • Атамалар тарих һөйләй[8]

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә