Ҡолсоғаҙы (рус. Кулсугады) — Рәсәй йылғаһы. Башҡортостан,[1] биләмәләрендә аға.

Ҡолсоғаҙы
урыҫ Кулсугады
Характеристика
Оҙонлоғо 14 км
Һыу ағымы
Тамағы Кесе Ҡыҙыл
 · Урынлашыуы йылғаһының һул ярына тамағынан 75 км өҫтәрәк ҡушыла
 · Координаталар 53°49′04″ с. ш. 58°36′25″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Кесе Ҡыҙыл → Яйыҡ → Каспий диңгеҙе

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Башҡортостан
РДҺР 12010000212112200001671
Ҡолсоғаҙы (Башҡортостан Республикаһы)
Точка
Точка
тамағы

Географияһы үҙгәртергә

Ҡолсоғаҙы йылғаһы Белорет районының Ҡолсоғаҙыташ ҡаялары янынан аға һәм шул ҡаяларға исем дә биргән. Кесе Ҡыҙыл йылғаһының һул ярына тамағынан 75 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 14 км.

Һыу реестры мәғлүмәттәре үҙгәртергә

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Яйыҡ һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһыЯйыҡ йылғаһы, Верхнеурал һыуһаҡлағысынан Магнитогорск һыуһаҡлағысына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — бассейны юҡ, йылға бассейны — Яйыҡ(һыу бассейнының Рәсәй өлөшө)[2].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса [2]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 12010000212112200001671
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 112200167
  • Бассейн коды — 12.01.00.002
  • ГӨ буйынса һаны (номеры) — 12
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 2

Этимологияһы үҙгәртергә

Ғаҙы һүҙе - боронғо башҡорт телендә йылға тигәнде аңлатҡан [3] Тәүге өлөшө ҡолсо һүҙенән дә, ҡулса һүҙенән дә булыуы ихтимал. Аныҡ ҡына легендаһы юҡ.

Кемдеңдер ҡоло ҡоллоҡтан ҡасҡан,ҡасып барғанда шул йылға башланған ерҙә ҙур таштарҙы ҡалҡытып һыу сығарған тигән риүәйәт тә матбуғатта күренеп ҡалған. Йәнәһе, атама "ҡол сығарҙы" тигән һүҙҙәрҙән хасил булған. [4].

Йәғни, халыҡ хәтере гидронимды башлыса ҡол һүҙе менән бәйләй.

Урыҫ телле сығанаҡтарҙа "Йоҡосо һылыуҡай - Спящая крсавица" тигәндән килеп сыҡҡан тигән версиялар ҙа бар, ихтимал, Йоҡосоғаҙы тигән вариантты күҙҙә тоталарҙыр [5]

Видео үҙгәртергә

Был видеоларҙа ҡаялар төшөрөлһә лә, йылға үҙәне лә күренеп ҡала. Ошондай матур ерҙәрҙә аға ул Ҡолсоғаҙы!

  • YouTube сайтында Видео Кульсугадыташ (Синие скалы)
  • YouTube сайтында Видео Кульсугадыташ или Синие скалы

Галерея үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».
  2. 2,0 2,1 РФ һыу реестры: Кулсугады (Кульсугады).
  3. Словарь топонимов Башкирской АССР. - Уфа, Башкирское книжное издательство, 1980 г.- 200 стр.
  4. ҠОЛСОҒАҘЫ АТАМАҺЫ ҠАЙҘАН КИЛЕП СЫҠҠАН?
  5. Синие скалы (Кульсугадыташ)

Һылтанмалар үҙгәртергә