Ҡаһым түрә — башҡорт халыҡ йыры.

«Ҡаһым түрә»
Йыр
Жанр

башҡорт халыҡ йыры.

Башҡарыу теле

башҡорт

Дауамлығы

3,5 мин

Риүәйәте үҙгәртергә

Һүҙҙәре

Ҡаһым түрә менгән ҡара юрға

Бора-бора килә муйынын.

Ҡаһым түрә, меҫкен, вафат булғас,

Күргәҙҙе лә майор уйынын.


Ҡаһым түрә менгән ҡара юрғаны

Һорашып та майор алалмай.

Өс йөҙ генә кеше — бик күп кеше —

Илашып та ҡәбер ҡаҙалмай.

Тарихсы Әнүәр Әсфәндиәровтың тикшеренеүҙәренән күренеүенсә, Ҡаһым Түрә — тарихи шәхес. Фамилияһы — Мырҙашев, исеме Ҡасим. Элекке Стәрлетамак ойәҙенең Айыусы ауылында тыуған, юрматы ырыуы башҡорто. 1812 йылғы һуғышҡа сотник дәрәжәһендә киткән, 1813 йылда һәләк булған.

1812 йылда француз яуы була. Башҡорттарҙың бер ғәййәре була — ул Ҡаһым түрә. Башҡорттар: «Был француз баҫып алһа, яланда ҡалабыҙ», — тип, үҙ-ара кәңәш итәләр. Улар, ғәскәр төҙөп, Ҡаһым түрә башлығында һуғышҡа китәләр. Урыҫтар менән бергәләп, француздарҙы сигендереп, илдәренең башҡалаһын баҫып алалар. Батша Ҡаһым түрәгә полковник исеме бирә.

— Тағы һеҙгә нимә кәрәк? — тип һорай батша.

— Беҙҙе ҡаҙаҡ ыҙалатмаһын ине, — тиҙәр башҡорттар. Шунан Эленйә еренә (сик еренә) — Яйыҡ буйына казачий ауылдары һалалар.

Батшаның бер майоры, көнсөллөгө килеп, Ҡаһым түрәгә ағыу эсереп ебәрә. Шунда ул үлеп ҡала. Халыҡ уның тураһында былай тип йырлаған

Нотаһы үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Ҡаһым түрә (йыр) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.