Ҡаһирә университеты

Ҡаһирә университеты (ғәр. جامعة القاهرةGāmiʿat al-Qāhirah; элек Мысыр университеты һәм Фоат университеты) — Мысырҙа европа тибындағы иң элекке университет. Ғәрәп донъяһында иң элекке донъяуи университеттарының береһе булып тора[1]; Әл-Әзһәр университетынан һуң илдең икенсе юғары уҡыу йорто.

Ҡаһирә университеты
Исеме

ғәр. جامعة القاهرة

Элекке исеме

Мысыр университеты

Асылған йылы

1908

Тип

дәүләт

Студенттар

яҡынса 200 000

Урынлашыуы

Мысыр Мысыр, Гиза

Сайт

http://www.cu.edu.eg/

Университет составына 20 факультет һәм бер нисә институт керә. Бында яҡынса 200 мең студент белем ала, 12 меңдән ашыу уҡытыусы уҡыта.

Тарихы үҙгәртергә

 
Университеттың төп бинаһы

Мысыр милли фәнни эшмәкәрҙәр булышлығы менән 1908 йылдың 21 декабрендә шәхси университет булдырыла[1]. Бөйөк Британия уның асыуына ҡамасаулауы билдәле[1]. Был университет ғәрәп донъяһында европа тибындағы тәүге юғары уҡыу йорттарының береһе булып тора, быға тиклем бында дини уҡыу йорттарына өҫтөнлөк бирелә (айырым әйткәндә Ҡаһирәлә Әл-Әзһәр университеты эшләгән).

Университеттың тәүге ректоры колониализмға ҡаршы хәрәкәт эшмәкәре Әхмәт Лотфи Әл-Сәйет була. 1925 йылда дәүләт университеты итеп үҙәгртелә һәм халыҡ мәғарифы министрлығына буйһондорола. Уға король Фоат I исеме бирелә. 1952 йылдан хәҙерге исемен йөрөтә.

Филиалдары үҙгәртергә

1938 йылда Искәндәриә ҡалаһында университеттың филиалы асыла, ул 1942 йылда айырым университет итеп үҙәртелә. 1955 йылда университет филиалы Судандың баш ҡалаһы Хартумда, ә 1962 йылда — Әл-Мансур ҡалаһында асыла.

Бүлектәре үҙгәртергә

 
Университет китапханаһы

Хәҙерге ваҡытта университет составында 20 факультет һәм бер нисә институт бар:

  • Инженерия факультеты
  • Медицина факультеты
  • Компьютер һәм информацион системалар факультеты
  • Фармацевтика факультеты
  • Ауыл хужалығы факультеты
  • Тәбиғи фәндәр факультеты
  • Иҡтисад һәм политология факультеты
  • Киң коммуникациялар факультеты
  • Археология факультеты
  • Сәнғәт факультеты
  • Коммерция факультеты
  • Махсуслаштырылған мәғариф факультеты
  • Шәфҡәт туташы эше факультеты
  • Юридик факультет
  • Физиотерапия факультеты
  • Стоматология факультеты
  • Ветеринария медицинаһы факультеты
  • Дар Әл-Улум факультеты
  • Мәктәпкәсә беле биреү факультеты
  • Статистика институты
  • Африканистика институты
  • Яман шеште тикшереү милли институты
  • Региональ һәм граждан планлаштырыу факультеты
  • Мәғарифты өйрәнеү институты
  • Лазер технологиялары милли институты
  • Асыҡ мәғариф үҙәге

Университет ҡарамағында Суэцта Океанография институты, Хургадала биологик станция, Хелуанда астрономик обсерватория һ.б. эшләй.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә