Ҡаҙаҡ-Башҡорт Совет Республикаһы

Ҡаҙаҡ-Башҡорт Совет Республикаһы (КБСР, рус. Казахо-Башкирская Советская Республика[1] ҡаҙ. Қазақ-Башқұрт Совет Республикасы) — РСФСР составында башҡорттар һәм ҡаҙаҡтарҙың[2] милли дәүләтселек проекты.

Ҡырғыҙ-Башҡорт Совет Республикаһы
 
 
декабрь 1919 — 16 декабрь 1919
Баш ҡала

Ырымбур

Идара итеү формаһы

Автономия

Проекттың тарихы үҙгәртергә

Ҡаҙаҡ-Башҡорт Совет Республикаһы төҙөү проекты Башҡорт милли хәрәкәте лидерҙары — Әҙеһәмов А. К., Ә. И. Бикбауов, Ә. Ә. Вәлиди, Й. Х. Йомағолов тарафынан РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе В. И. Ленинға һәм РСФСР милләт эштәре буйынса Халыҡ комиссариатының 1-се халыҡ комиссары И. В. Сталинға 1919 йылдың 4 июнендә ебәрелгән хатта, шулай уҡ Ә. З. Вәлидовтың (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — А. К. Әҙеһәмовтың) — 1919 йылдың 13 декабрендә В. И. Ленинға доклад яҙмаһында тәҡдим ителә. Һуңғыһына «Ҡырғыҙ һәм Башҡорт совет республикаларын берләштереү проекты» ҡушып бирелә.

Көнсығыш халыҡтары коммунистик ойошмаларының II съезы үткән ваҡытта — 1919 йылдың ноябрь—декабрь айҙарында, Н. Т. Таһиров, И. Рәхмәтуллин, Ә. Ә. Каспранский өс республиканы — Башҡорт, Ҡырғыҙ, һәм күҙ уңында тотолған Татар-Башҡорт[3] республикаларын ҡушыу тураһында тәҡдим индәрәләр.

Ҡаҙаҡ-Башҡорт Совет Республикаһы төҙөү проекты 1919 йылдың декабрендә Мәскәүҙә Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһынан (А. К. Әҙеһәмов, Ә. Вәлиди, Ә. Ә. Каспранский, Ф. М. Сөләймәнов), Өфө губернаһынан (Б. М. Эльцин), Ҡырғыҙ крайынан, Ырымбур губернаһынан, Төркөстан АССР-ынан, Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма комитетынан, Көнсығыш коммунистары Үҙәк бюроһынан 7 делегация ҡатнашлығында үткән кәңәшмәлә тикшерелә.

Проект 14 пункттан тора һәм территорияһын, республиканың иҡтисади һәм сәйәси нигеҙҙәрен билдәләй. Ҡазак-Башҡорт Совет Республикаһын Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан нигеҙендә булдырыу ҡарала, баш ҡалаһы Ырымбур тип уйланыла. Башҡорттар һәм ҡаҙаҡтарҙың республика власть органдарында вәкәләттәре тигеҙ булыу принцибы иғлан ителә. Республикаға киң вәкәләттәр бирелергә тейеш була:

  • иҡтисади эшмәкәрлектә —иҡтисад һәм финанстың бөтә тармаҡтары республика органдары ҡарамағында тупланыу;
  • сәйәси сферала — үҙәк һәм республика власть органдарында үҙ-ара вәкиллек;
  • хәрби эшмәкәрлектә — күҙ уңында тотолған республика территорияһында милли башҡорт һәм ҡаҙаҡ хәрби формированиелары төҙөү, башҡорт һәм ҡаҙаҡ булмаған халыҡтарҙы республиканың хәрби комиссариатына буйһоноуҙан алып ташлау.

1919 йылдың 16 декабрендә Ҡырғыҙ-Башҡорт Совет Республикаһы төҙөү проекты кире ҡағыла.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — 304 с.
  • Еникеев 3. И., Еникеев А. 3. История государства и права Башкортостана. — Уфа: Китап, 2007. — 432 с.
  • История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — 468 с.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Касимов С. Ф. Казахо-Башкирская Советская Республика.//Статья в Башкирской энциклопедии(недоступная ссылка) (баш.)
  2. До конца 1920-х гг. в российских источниках назывались киргизами.
  3. Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — С. 63. — 304 с.

Һылтанмалар үҙгәртергә