Ҡацхи бағанаһы - (рус. Кацхийский Столп, груз. კაცხის სვეტი) — Грузияның төньяғында Имеретия төбәгендәге 40 м бейеклектәге эзбизташтан торған ҡая [2]

Ҡацхи Бағанаһы
груз. კაცხის სვეტი
Нигеҙләү датаһы V быуат
Рәсем
Дәүләт  Грузия[1]
Административ-территориаль берәмек Имеретия[d], Чиатурский муниципалитет[d][1] һәм Katskhi[d]
Урын Кавказ
Епархия Грузинская православная церковь[d]
Тамамланыу датаһы X быуат
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d][1]
Указания, как добраться კაცხი[1]
Вид с воздуха
Карта
 Ҡацхи Бағанаһы Викимилектә

Географияһы үҙгәртергә

Ҡацхи бағанаһы Грузиялағы Квирила йылғаһының уң ҡушылдығы Ҡатсҡхура буйында, Ҡацхи ҡасабаһы биләмәһендә урынлашҡан. Был урын Чиатура ҡалаһынан йыраҡ түгел.

Тарихы үҙгәртергә

Бағана кеүек таш ҡая өҫтөндә VI һәм VIII быуаттарҙа ғибәҙәтхана торған. Мәжүсилек осоронда ҡаяға уңдырышлылыҡ илаһы тип һанап табынғандар. Христианлыҡҡа күскәс тә табыныу урыны булып һаҡланып ҡалған. Ҡая өҫтөнә ҡорам төҙөп ҡуйып, Осман империяһы яулап алғанса тиклем йолалар үтәгәндәр.

Сиркәү ташлап ҡуйылған. XVIII быуатта принц Вахушти Багратиони унда менергә тырышып ҡараған, әммә менә алмаған [3].

1944 йылда альпинист Александр Джапаридзе һәм яҙыусы Леван Готуа етәкселегендәге төркөм бағанаға күтәрелгән һәм ҡасандыр ҡорам торғанын асыҡлаған. Шунан бирле, бигерәк тә 1990-сы йылдарҙа христианлыҡ тергеҙелә башлауы сәбәпле, бында табынырға килеүселәр арта. Бигерәк тә Максим тигән монах 1993 йылда Ҡацхиға менеп, унда ҡыш үткәргәс, уға ҡорамды тергеҙергә хәйриә аҡсаһы йыяйып бирә башлайҙар [4].

Дәүләт ярҙамында 1999 - 2009 йылдарҙа ҡорам харабаларын археологик йәһәттән тикшереп, яңынан сиркәү һалалар һәм уны Максима Дәғүәтсе тип атай башлайҙар (рус. Максим Исповедник). Археологтар шулай уҡ бында билдәһеҙ монах һөлдәһе табалар.

Хәҙер уны урындағы халыҡ «Яңғыҙлыҡ ҡәлғәһе» тип атай[5].

Унда 1944 йылда тәүге экспедициянан һуң ҡуйылған аҫылмалы баҫҡыс буйлап менеп була.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Столп Кацхи (19 ноябрь 2012). Дата обращения: 26 июнь 2014. Архивировано 26 июнь 2014 года.