Ҡарғалы мәсеттәре

Ҡарғалы мәсеттәреЫрымбур өлкәһеҺаҡмар районының Татар Ҡарғалыһы ауылындағы мәсеттәр. XVIIIXX быуат башында бөтәһе 10 мәсет төҙөлә: беренсеһе 1746 йылда төҙөлгән булған, икенсеһе — 1760 йылда, өсөнсөһө — 1767 йылда, дүртенсе һәм бишенсеһе — 1773 йылда, алтынсыһы — 1790 йылда, етенсеһе — 1792, һигеҙенсеһе — 1795, туғыҙынсыһы — 1884 һәм унынсыһы — 1909 йылда. Мәсеттәр янында мәҙрәсә һәм мәктәп эшләй. Һигеҙенсе һәм унынсы мәсеттәрҙең биналары һаҡланған һәм «Ҡуш манара» һәм Аҡ мәсет булараҡ эшләйҙәр. Һуңғы ваҡытта тағы ла бер мәсет төҙөлгән.

Ҡарғалы мәсеттәре
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Һаҡмар районы
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]

Ҡуш манара үҙгәртергә

  Мәҙәни мираҫ объекты, объект № 5630068000



объект № 5630068000
 
«Ҡуш манара» мәсете. 2006

«Ҡуш манара» таш мәсете (Ҡарғалының һигеҙенсе йәмиғ мәсете, татар. Ҡуш манаралы мәсет — «ике манаралы мәсет») 1795 йылда сауҙагәр Мәғҙи Ҡайсаров һәм уның улы Мөхәммәт-Рәхим аҡсаһына төҙөлә. Нигеҙе квадрат, ике манараһы менән көмбәҙле ҡыйығы булған ике ҡатлы таш бинанан ғибәрәт. 1934 йылда мәсет ябыла. Ике манараһы ла һүтелә. 1946 йыл аҙағында бина диндарҙарға кире ҡайтарыла. 1992 йылдан алып мәсет эргәһендә йәкшәмбе мәктәбе эшләй. Бинаның фронтонында «1749» һаны бар. Совет урамы, 10 адресы буйынса урынлашҡан.


Аҡ мәсет үҙгәртергә

 
Аҡ мәсет. 2006

Таш Аҡ мәсет (Унынсы Ҡарғалы йәмиғ мәсете, татар. Ак мәчет) 1909 йылда төҙөлә. Совет заманында ябыла һәм келәт итеп файҙаланыла. 2001-2006 йылдарҙа диндарҙар көсө менән тергеҙелә. 2006 йылдың 9 апреленән яңынан эшләй башлай. Совет урамы, 92а адресы буйынса урынлашҡан.

«Сәләм» мәсете үҙгәртергә

Яңы «Сәләм» мәсете төҙөлә (татар. Сәлам — «мир»), Линейная урамы, 1а адресы буйынса урынлашҡан.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Ислам на Урале: энциклопедический словарь / Коллект. автор. Сост. и отв. редактор Д.З. Хайретдинов. — М.: Медина, 2009. — 404 с., ил. — (Ислам в Российской Федерации; Вып. 5).

Һылтанмалар үҙгәртергә