Ҡарлыхан (рус. Карлыха́ново) — Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районындағы ауыл. Ҡарлыхан ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 1343 кеше булған[2]. Почта индексы — 452592, ОКАТО коды — 80210813001.

Ауыл
Карлыханово
башҡ. Ҡарлыхан
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Балаҡатай районы

Ауыл биләмәһе

Ҡарлыхан ауыл Советы

Координаталар

55°56′50″ с. ш. 58°42′04″ в. д.HGЯO

Халҡы

1343[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452592

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 210 813 001

ОКТМО коды

80 610 413 101

ГКГН номеры

0521467

Карлыханово (Рәсәй)
Карлыханово
Карлыханово
Ҡарлыхан (Башҡортостан Республикаһы)
Карлыханово

Географик урыны үҙгәртергә

Ҡарлыхан ауылы Нөгөш һәм Әй ҡушылдығы Ыйыҡ йылғалары араһында, район үҙәге Яңы Балаҡатай ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 42 километр һәм Үңкерҙе (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 76 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарихы үҙгәртергә

XIX быуаттың 2-се яртыһында Златоуст өйәҙе территорияһында Нөгөш ауылы кешеләре шул уҡ өйәҙ ерҙәрендә Ҡарлыханов утарына нигеҙ һала. Крайҙы өйрәнеүселәрҙең ҡайһы бере Ҡарлыхан (Нөгөш) ауылына утар сифатында XX быуат башында нигеҙ һалынған. 1886 йылда Ҡарлыхан ҡасабаһы Нөгөш ауылынан бүленеп сыға һәм үҙ аллы ауылға әйләнә. Был осорға тиклем ике ауыл халҡы бергә иҫәпкә алынған булған. Ҡарлыхан ауылы тигеҙ генә үҫешкән.

1895 йылда Ҡарлыхан ауылындағы 349 хужалыҡта 2480 кеше йәшәгән[4].

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше үҙгәртергә

1902 йылда 380 хужалыҡта — 2284, 1920 йылда 510 хужалыҡта — 2547 кеше йәшәгән.

1906 йылда 1883 йылда төҙөлгән сиркәү, 1884 йылдан 2 класлы министр һәм земство училищелары, 17 тимерлек, 2 мануфактура һәм 6 бакалея кибете, 3 һыу тирмәне теркәлгән.

XIXXX быуаттар сиктәрендә ауылда һарыҡ тиреһен эшкәртеүсе, 3 синиль, май төшөрөү йорто, 8 кибет булған[5][6].

Әлеге ваҡытта Ҡарлыхан ауылында урта мәктәп, 2 балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, Мәҙәниәт йорто («Родные напевы» урыҫ халыҡ фольклор ансамбле менән дан тота), 2 китапхана бар[7].

Халыҡ һаны үҙгәртергә

Ҡарлыхан ауылында урыҫтар йәшәй (2002)

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 3547
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 2467
1959 йыл 15 ғинуар 2535
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 1738 827 911 47,6 % 52,4 %
2002 йыл 9 октябрь 1640 797 843 48,6 % 51,4 %
2010 йыл 14 октябрь 1343 651 692 48,2 % 51,5 %

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле кешеләре үҙгәртергә

  • Бунаков Павел Павлович (9.04.1921—10.08.2008), педагог, тыуған яҡты өйрәнеүсе, шағир һәм йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1946—1977 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Балаҡатай районы мәктәптәре уҡытыусыһы, директоры. 1985—1991 йылдарҙа Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарының район советы рәйесе. Төбәк тарихы тураһында китаптар һәм шиғри йыйынтыҡтар авторы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры[8].
  • Усова Антонина Васильевна (4.08.1921—8.08.2014), педагог‑методист. 1951 йылдан хәҙерге Силәбе педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1973—2006 йылдарҙа физика уҡытыу теорияһы һәм методикаһы кафедраһы мөдире). Рәсәй мәғариф академияһы академигы (1995), педагогия фәндәре докторы (1970), профессор (1973). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1978). Ленин (1971) һәм 2‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2006) ордендары кавалеры[9].

Урамдары үҙгәртергә

  • Яр урамы (рус.  Береговая (улица)
  • Шишмә урамы (рус.  Ключевая (улица)
  • Ҡыҙыл партизандар урамы (рус.  Красных партизан (улица)
  • Туғай урамы (рус.  Луговая (улица)
  • Таулы урамы (рус.  Нагорная (улица)
  • Чкалов урамы (рус.  Чкалова (улица)
  • Туғай тыҡрығы (рус.  Луговой (переулок)
  • Үҙәк тыҡрыҡ (рус.  Садовый переулок)
  • Йылға аръяғы урамы (рус.  Заречная (улица)
  • Колхоз урамы (рус.  Колхозная (улица)
  • Кучин урамы (рус.  Кучина (улица)
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодёжная (улица)
  • Совет урамы (рус.  Советская (улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица)
  • Ҡырмыҫҡа тыҡрығы (рус.  Муравей (переулок)
  • Мәктәп тыҡрығы (рус.  Школьный (переулок)
  • Клуб урамы (рус.  Клубная (улица)
  • Ҡыҙылармеецтар урамы (рус.  Красноармейская (улица)
  • Ленин урамы (рус.  Ленина (улица)
  • Яр буйы урамы (рус.  Набережная (улица)
  • Сәскәле урам (рус.  Цветочная (улица)[10]

Тирә-яҡ мөхит үҙгәртергә

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.] (рус.)

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Ҡарлыхан // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. ЦГИА Переселенцы и переселенческое дело в Златоустовском уезде Уфимской губернии. Сборник статистических сведений по Уфимской губернии. Т. 5. Златоустовский уезд. См. эти сбор­ники и по другим селам. Наша жизнь. 18 августа 1995 г.
  7. Ҡарлыхан // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  8. Белокатайский район история и современность.pdf / Историко-краеведческое издание. / Автор-составитель В. А. Ощепков. — Уфа: Издательство «Диалог», 2004. — 476 с. — ISBN 5-94524-028-1. Известные люди Белокатайского района: Бунаков Павел Павлович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 апрель 2021)
  9. Башҡорт энциклопедияһы — Усова Антонина Васильевна (Тикшерелеү көнө: 7 апрель 2021)
  10. Карта села Карлыханово. Улицы