Ислам · Мәсет · Хаж

Ҡәғбә өлөштәре:

1 — Ҡара таш , 2 — Ҡәғбәгә ингән ер, 3 — улаҡ, 4 — шадырван, 5 — әл-хәтим, 6 — мөлтазам, 7 — Мәҡамы Ибраһим, 8 — Шәрҡи, 9 — Йәмәни, 10 — Шами (Сүриә), 11 — Ғираҡи, 12 — Ҡәғбәнең кисүәһе, 13 — тауафтың башланыуын белдереүсе һыҙат, 14 — Мәҡамы Ябраил

Шулай уҡ ҡарағыҙ

әл-ХарамЗәм-зәмҠиблаТауаф Бәни ШайбаҮмрә

Викисклад

Ҡара таш, һәжәр әл-әсүәд (ғәр. الحجر الأسود‎‎) — йомортҡа рәүешле таш , Ҡәғбәнең бер ҡабырғаһына урынлаштырылған. Ислам риүәйәттәренән күренеүенсә, Ҡара таш ҡасандыр йәннәттә булған[1].

Тышҡы күренеше үҙгәртергә

 
Ҡара таштың алғы яғы.

Ҡара таш Ҡәғбәнең көнсығыш яғында 1,5 м бейеклектә ҡуйылған һәм көмөш менән көпләнгән [2].

Күренеп торған урынының майҙаны яҡынса 16,5 × 20 см тәшкил итә.

Ҡара таш ҡараһыу ерлеккә ҡуйылған ҡыҙғылт-ҡара төҫтәге бер нисә киҫәктән тора. 7-8 киҫәк күренә.

Килеп сығышы үҙгәртергә

Ҡара таштың ҡайҙан килеп сыҡҡаны тураһында бер нисә фараз бар.

Риүәйәттәрҙән күренеүенсә, Аллаһ уны Әҙәмгә бүләк иткән, башта яҡут аҡ төҫтә булған, мәгәр тора-бара кешеләрҙең гонаһтарынан ҡарая башлаған [2].

Мосолман булмағандар иһә, ҡағиҙә булараҡ, уны метеорит тип һанай, мәгәр ошоғаса быны төплө генә иҫбат итә алғандары юҡ[3][4]. Лондон Тәбиғәт белеме музейында ташты псевдометеорит тип фаразлайҙар, икенсе төрлө әйткәндә, метеорит түгел, ә ерҙән табылған таш тип һанайҙар [5].

Тарихы үҙгәртергә

Ҡәғбәтулланы төҙөкләндереү үҙгәртергә

 
Таш һалыу. Джами ат-таварихтан һүрәт (1315 йыл).

Ислам иңдерелерҙән алда Ҡәғбәне тергеҙеү, ипкә килтереү хәжәте тыуған, сөнки ямғырҙар арҡаһында уның ҡабырғалары ярылып киткән [6]. Нигеҙен ҡутарып, Ҡара ташты сығарып алғас, Ҡәғбәтулланың ҡабырғаларын яңынан төҙөгәндәр. Ҡара ташты кире урынына ҡуйырға булғас, ҡорайыштар араһында кем быны эшләргә тейеш тип бәхәс сыҡҡан. Атаҡлы һәр зат-ырыу ошондай иҫтәлекле ғәмәлдә ҡатнашҡыһы, хөрмәтле бурысты атҡарғыһы килгән. Ығы-зығы 5 көн буйы барған, саҡ ҡан ҡойошҡа барып етмәгән[7].

Ҡорайыштарҙың иң оло, абруйлы аҡһаҡалы Әбү Үмәйә ибн әл-Муғирә ошолай тип кәңәш итә: «Ҡорайыштарым!Кем ғибәҙәтханаға ҡапҡанан беренсе булып килеп инә, шул ҡарар сығарһын». Барыһы ла ризалаша, ҡапҡаны күҙәтә башлай. Шул мәл һәммәһе лә ҡапҡанан Мөхәммәт ибн Абдуллаһтың килеп ингәнен күрә. Буласаҡ Пәйғәмбәргә эштең айышын аңлатҡас, ул бишмәтен һала ла ергә түшәй, Ҡара ташты уның уртаһына һала. Ул ырыу башлыҡтарына бишмәтте төрлө яғынан тотоп, ташты урынына алып барырға ҡуша. Шунан Ҡара ташты үҙ ҡулы менән тотоп Ҡәғбәтулланың мөйөшөнә урынлаштыра. Барлыҡ ҡәбиләләр ҙә Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ҡарарынан ҡәнәғәт ҡала һәм Ҡәғбәтулланы төҙөкләндереү дауам итә. [7].

Ҡара таштың урланыуы үҙгәртергә

930 йылда ҡарматтар Мәккәне баҫып ала, Ҡәғбәтулланы талай һәм Ҡара ташты Бахрейнға алып китә, шунда уны 22 йыл тоталар. Шул тиклем ваҡыт үткәс кенә бик күп түләп, ташты Мәккәгә кире алып ҡайталар [8].

Хөрмәт күрһәтеү үҙгәртергә

Хаж мәлендәге ғәмәлдәрҙең береһе - Ҡара ташты үбеү. Был йола Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙән башланған. Ышаныслы хәҙистәрҙән күренеүенсә, хаҡ хәлифә Ғүмәр Ҡара ташты үпкәс, былай тигән: «Мин уның ябай таш икәнен беләм, ул ярҙам да, зыян да итә алмай. Тик, әгәр мин уны Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһиссәләмдең үпкәнен күрмәгән булһам, мин дә үпмәҫ инем». Ҡара ташты үбеүҙең мәғәнәһе шунда - хажи Хаҡ тәғәләгә тулыһынса буйһоноуын күрһәтә, Аллаһы тәғәлә ҡанундарында һәм ғибәҙәттәрендә тәрән мәғәнә һәм бәрәкәт барын аңлауға ирешә.[9].

Сәнғәт үҙгәртергә

1903-1906 йылдарҙа Иван Алексеевич Бунин Ҡара таш тураһында шиғыр яҙа һәм уны «Ҡәғбәнең Ҡара ташы» тип атай[10].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Али-заде, А. А., 2007
  2. 2,0 2,1 Ислам: Словарь атеиста, 1988, с. 120
  3. Forbes.ru
  4. Мәккәгә юл. xadj.ru. Дата обращения: 28 июль 2013. Архивировано 12 июль 2013 года. 2015 йыл 17 апрель архивланған.
  5. Grady, Monica M.; Graham, A.L. Catalogue of meteorites: with special reference to those represented in the collection of the Natural History Museum. — London: Cambridge University Press, 2000. — 263 с. — ISBN 978-0-521-66303-8.
  6. Ҡәғбә һәм Ҡара таш islam.ru 05 ноября 2011
  7. 7,0 7,1 Арраид
  8. Али-заде, А. А., 2007, Карматы
  9. Ислам для всех!
  10. И. А. Бунин Чёрный камень Каабы 2016 йыл 18 август архивланған.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Али-заде, А. А. Хаджар аль-Асвад (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.
  • Кааба // Исторический словарь. — 2000.
  • Кааба // Энциклопедия Кольера. — Открытое общество, 2000.
  • Кааба // Ислам: Словарь атеиста / Под общ. ред. М. Б. Пиотровского , С. М. Прозорова. — М.: Политиздат, 1988.— С.120
  • Гүзәл Ситдиҡова. Йәннәт баҡсаһы - Өфө: Уфимский полифграфкомбинат ДУП. 2014. — 232 бит (баш.)

Һылтанмалар үҙгәртергә