Ҡарата́у — Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе сиктәрендә урынлашҡан тау армыттары, тау һырты.

Ҡаратау
Дәүләт  Рәсәй
Иң юғары нөктә Аджигардак
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 600 метр
Оҙонлоҡ 80 km
Карта

Тасуирламаһы үҙгәртергә

Тау һыртының оҙонлоғо 80 километрға яҡын, бейеклеге 691 м.

Көнбайышта киңлеге 10—13 км, үҙәк өлөшөндә 5—6 км һәм көнсығышта 8—10 км.

Буйынан буйына Рәсәй Федерацияһының ике субъекты — Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе сигендә ята һәм уларҙы айырып тороусы сик булып тора. Ҡаратау һыртының уртаса бейеклеге — диңгеҙ кимәленән 600 метр тәшкил итә. Иң юғары нөктәһе — Аҡ Түбә тауы (Ағаҙарҙаҡ тауы (Аджигардак) 691 м), Ҡаратауҙың көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Ҡаратауҙың үҙәк өлөшөндә — 667 м һәм көнсығышта — 615 м тиңләшкән бейек тауҙар бар.

Ҡарата́у һырты Йүрүҙән һәм Һалдыбаш йылғалары араһындағы үҙәндәрҙә көнбайыштан көнсығышҡа һуҙылып киткән параллель тауҙар теҙеменән тора һәм Ҡаратау комплексының состав өлөшө. Ҡаратау комплексына тағы ла Силәбе өлкәһенең көнбайыш сиктәре биләмәһендә һырттан көньяҡҡараҡ Әшә районының төньяғында урынлашҡан — Турғай тауҙары, Арҡа (Кряж), Аджигардак (Ағаҙарҙаҡ тауы), Эҫем һәм Ҡайын тауҙары инә. Улар барыһы ла айырым сусаҡтарҙан (урында урыҫсалап шишка тип йөрөтәләр) тора. Һәм был ландшафтҡа айырыуса үҙенсәлекле төҫ бирә.

Ҡаратау эргәһендә Йүрүҙән буйҙарында урынлашҡандарынан башҡа тораҡ пункттар юҡ. Ҡасандыр урман ҡырҡыусылар йәшәгән ҡасабалар юҡҡа сыҡҡан. Туристар ҙа бында килмәй тиерлек.

Һырт, тау битләүҙәре эзбизташ, балсыҡлы һәүерташ, кварцлы ҡомташ ҡатлауҙарынан ҡоролған. Һоро күмер сығанағы бар. Тауҙан ағып төшкән һыу ағымдары, аҫҡа төшкәс, ҡомташ араһына һеңеп бөтә.

Тау битләүҙәре тәрән уялар, үҙәктәр, үҙәндәр менән телгеләнеп бөткән. Улар буйлап тауҙан ағып сыҡҡан шишмәләр аға. Һырттың көньяҡ битләүҙәренән Әшә,

Ҡаратауҙың көньяҡ битләүҙәренән Әшә, Минйёр, Үрге Биянка, Илек йылғалары башланғыс ала.

Тау битләүҙәрендә ҡайын, уҫаҡ, шыршы, аҡ шыршы, йүкә ағастарынан торған ҡатнаш урман менән ҡапланған. Берәмләп кенә ҡарағас (был урындарҙа реликт) ағастары ла осрай. Һырттан көнсығышҡа ҡарай айырым участкаларҙа йүкә, имән, саған, йыла һәм ҡарама урмандарының сиктәре үтә.

Эҫем тау округы заводтары ағас күмер менән домна мейестәрен эшләткән саҡтарҙа бында урман бик ныҡ ҡырыла. Шуның өсөн Ҡаратау урмандарын икенсел урман тип атарға кәрәк.

Этимологияһы үҙгәртергә

Ҡаратау атамаһы ҡара — ҡараңғы тау йәки ҡуйы ылыҫлы урмандарға бәйләнгән тип һанайҙар. Урман эсе ҡараңғы, шомло, ҡуйы тәпәш ағастар ярусы баҫып алған. Юлһыҙ, үткеһеҙ төпкөл тауҙар теҙмәһе. Тау башынан ҡыҙыҡлы күренештәр ҙә асылмай.

Һылтанмалар үҙгәртергә