Ҡарасабан
Ҡарасабан
Ата һәм инә ҡарасабан, рис. А. Торбёрна[1]
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Ҡаҙ һымаҡтар
Ғаилә: Өйрәктәр
Ырыу: Melanitta
Төр: Ҡарасабан
Латинса исеме
Melanitta fusca
(Linnaeus, 1758)
ITIS 175163
NCBI 371864

Ҡарасабан, ҡара өйрәк, торпан(рус. трупан) (лат. Melanitta fusca) —

Melanitta fusca
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 141561

Ҡылыҡһырлама үҙгәртергә

Һуна өйрәктәй. Күмәкләшеп йөрөйҙәр. Яҡшы сума. Муйынын, башын йыйыңҡырап йөрөй. Ата ҡоштоң ҡауырһындары ҡара, тик ҡанаттарындағы көҙгөләре генә аҡ. Ҡыҙғылт һары суҡышының төбө ҡалҡып тора. Инә һәм йәш өйрәктәрҙең дөйөм төҫө һорғолт көрән, кәүҙәһенең аҫ яғына ҡарай ағара бара. Башҡа өйрәктәр менән бутарлыҡ түгел.

Тауышы үҙгәртергә

Тауышы тоноҡ һәм тупаҫ: «ҡррааҡ-ҡррааҡ».

Йәшәү рәүеше үҙгәртергә

Урмандарҙағы һәм тауҙарҙағы күлдәрҙә йәшәй, һыу үҫемлектәре һәм бөжәктәре менән туҡлана. Ризыҡ артынан һыуға сумған саҡта, һыу аҫтына 10 метрғаса сума һәм бер минут тотҡарлана ала. Күсмә ҡош. Бик һирәк осрай. Беҙҙә яҙлы-көҙлө үтеп барышлай ғына туҡтап китәләр. Башҡортотанда Талҡаҫ күлендә күпләп оялайҙар. Ите өсөн аулайҙар.


Таралышы үҙгәртергә

Был төр Евразияның төньяғында һәм Төньяҡ Америкала таралған. Ҡоштар бореаль (төньяҡ) ылыҫлы урмандарҙа, шулай уҡ тауҙағы күлдәрҙә оя ҡора. Урта бүлкәттәрҙә ҡышлайҙар. Рәсәй биләмәһендә - Ҡара һәм Каспий диңгеҙҙәрендә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Рисунок из книги: Мензбир М. А. Охотничьи и промысловыя птицы Европейской России и Кавказа. 2 тома и атлас. М., типо-литография Т-ва И. Н. Кушнерев и Ко., 1900-1902.