Ҡалдыҡтар — етештереү процесында, эш барышында, хеҙмәт күрһәткәндә йә ҡулланған ваҡытта барлыҡҡа килгән предметтар. Уларҙы ташлайҙар, йәки ташлау өсөн тәғәйенләнгәндәр.

Ҡалдыҡтар
Рәсем
Ҡайҙа өйрәнелә Гарбология[d]
Һештег garbage
Обрабатывается, смягчается или управляется система управления отходами[d][1]
Берекмәләре исемлекте ҡарағыҙ[d]
 Ҡалдыҡтар Викимилектә

Дөйөм мәғлүмәт үҙгәртергә

 
Рәсәйҙә ҡалдыҡтар күләме үҫеше

Етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары һаны ХХ быуатта йылдам арта бара, был ҙур ҡалаларҙа һәм етештереү предприятиеларында оло проблемаға әйләнде.

Тәбиғи фәндәр һәр матдәне ғәмәлдә теге йәки был рәүештә ҡулланырға мөмкин тип аңлата. Тик иҡтисади йәһәттән маҡсатҡа ярашлы булыу-булмауы тәбиғи рәүештә быны сикләп тора.

Ҡалдыҡ кластары үҙгәртергә

Ҡалдыҡтар ошолай айырыла -

килеп сығышы буйынса:

  • етештереү ҡалдыҡтары (сәнәғәт ҡалдыҡтары)
  • ҡулланыу ҡалдыҡтары (коммуналь-көнкүреш)[
  • хәрби ҡалдыҡтар

составы буйынса:

  • биологик сығышлы ҡалдыҡтар
  • техноген ҡалдыҡтар

агрегат хәле буйынса:

  • ҡаты
  • шыйыҡ
  • газ хәлендә
  • хәүефлелеге буйынса (кеше һәм/йәки тирә-яҡ мөхит өсөн)

Рәсәйҙә Ҡалдыҡтарҙың федераль классификация каталогы (ФККО) бар, унда ҡалдыҡтарҙың килеп сығышына бәйле код бирелә.

 
Рәсәй(недоступная ссылка) һәм Европа

Рәсәйҙә ҡалдыҡтарға бәйле проблемалар үҙгәртергә

Рәсәй иҡтисадында йыл да 3,4 млрд. тонна ҡалдыҡтар барлыҡҡа килә, шул иҫәптән 2,6 миллиард тоннаһы — сәнәғәт ҡалдыҡтары, 700 миллион тоннаһы — ҡошсолоҡ һәм малсылыҡтың шыйыҡ ҡалдыҡтары, 35-40 млн тонна — ТБО, 30 млн т — таҙартҡыс ҡоролмалар ҡалдыҡтары. Уны уртаса ҡулланыу кимәле яҡынса 26 процент тәшкил итә.

Ҡалдыҡтарҙы рациональ ҡулланмау — технологиялар юҡлыҡтан түгел, ә икенсел сеймал сифатында ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү күп осраҡтарҙа рентабелле булмауынан килә .

Хәҙерге ваҡытта Рәсәйҙә ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм эшкәртеү өсөн тәүшарттар барлыҡҡа килгән:

  • сит илдәрҙә ҡалдыҡтарҙы йыйып эшкәртеү буйынса үҙәкләштерелгән идара итеү милли системалары тәжрибәһе бар, улар экологик түләүҙәр иҫәбенә эшләнә, йәғни бюджеттан маҡсатлы финанслау юҡ (байырым махсус дәүләт программаларынан тыш);
  • 70-80 йылдар икенсел сеймал йыйыуҙы һәм эшкәртеүҙе ойоштороу буйынса совет осоро тәжрибәһе бар, был территориаль принцип буйынса эшләнә ине. Уның айырым система элементтары килеп тыуған иҡтисади шарттарҙа ла эшләүен дауам итә;
  • Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә иң ҙур ҡалаларҙа (Мәскәү, Санкт-Петербург һ. б.) уларҙың административ органдарының финанс ярҙамында ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү һәм локаль йыйыу системаларын булдырыу тәжрибәһе бар.

Шулай уҡ ҡара үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә