Ҡазан юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстары

Ҡазан юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстары - Рәсәй империяһының Ҡазандағы юғары уҡыу йорто.

Казанские высшие женские курсы
(КВЖК)
Казань Высшие женские курсы(1).jpg
Асылған йылы

1876 год

Ябылған йылы

1920 год

Үҙгәртеп ҡоролған йылы

1906 год

Урынлашыуы

Казань,
современная ул. К. Маркса, 74

Ҡазан ҡатын-ҡыҙҙар курстарында 575 ҡатын-ҡыҙ уҡый, шуларҙың ике йөҙ тирәһе курсты диплом менән тамамлай.

Тарих үҙгәртергә

Ҡазан ҡатын-ҡыҙҙар курстары, ул ваҡытта Рәсәй империяһының Ҡазан губернаһы, 1876 йылда ғалим — профессорҙар Сорокин Николай Васильевичтың хәстәрләп юллауы буйынса асыла. Уның үтенесе буйынса министрлыҡ рөхсәте 1876 йылдың 8 майында бирелә, әммә төҙәтмәләр менән: юғары уҡыу йорто ике йыл тәжрибә рәүешендә эшләргә тейеш була. Юғары уҡыу йортона инеү шарттары, уҡыу предметтарының күләме, курстарҙың дөйөм белем биреү мәсьәләләре характеры, уҡыу хаҡының күләме — быларҙың барыһы ла Ҡазан һәм Мәскәү курстарыныҡы кеүек үк була. Шарттар буйынса ҡаралған срок үткәндән һуң, "Женское образование" журналында профессор Н. А. Осокин курстарҙың уңыштары тураһындағы отчеты баҫыла, ул отчетта курстарҙың беренсе уҡыу йылы һөҙөмтәләре «превзошли ожидания» тип билдәләй.[1]

Башта курстарВ. И. Гурье курстары өлгөһөндә ойошторола, әммә 1879 йылда курстарҙың дөйөм белем биреү программаһы ике бүлеккә (һөнәргә): һүҙ-тарих һәм физика-математикға - бүленә. Һүҙ-тарих бүлегендә рус әҙәбиәте тарихы һәм урыҫ грамматикаһы, тәбиғәтте өйрәнеү, дөйөм тарих, рус тарихы, физика-математика фәндәре тарихы, философия тарихы, эстетика, немец әҙәбиәте, инглиз теле, гигиена уҡытыла. ККурсың физика-математика бүлегендә тәбиғәтте өйрәнеү, геометрия, алгебраның геометрияға ҡушымтаһы, география, физика, философия тарихы, гигиена, химия, физика-математика фәндәре тарихы, инглиз теле уҡытыла. 1884 йылда мәжбүри булмаған сифатта латин теле уҡытыла. Курстарҙың яңы программаһында дөйөм белем биреү предметтарын юғары белем һөнәрен биреү менән берҙәм татыулыҡта бирергә ынтылыш күренә; был мөнәсәбәттә ҡазан курстары башҡа уҡыу йорттарының курстарынан бер аҙ айырылып тора.

Ҡазан курстарының матди сығанаҡтары бик насар була — курстарҙың бағыусы (попечитель) комитеты булмай, тимәк, уға ирекле иғәнәләр ҙә индерелмәй. Курстарҙың уҡытыу һәм хужалыҡ эштәре бөтәһе лә педагогтар советы ҡарамағында тора, унда эҙмә-эҙлекле профессорҙар Н. А. Фирсов (1876-1877 йылдар), Н. А. Осокин (1877-1880 йыл), С. М. Шпилевский (1880-1882) һәм Н. В. Сорокин в. (1882 йылдан алып) рәйеслек итә. Ҡазан курстарының профессорҙары уҡыу йортоноң иң тәүге хеҙмәткәрҙәре һәм беренсе иғәнә индереүселәр булып тора. Уҡытыусыларҙың сәғәт һанына ярашлы лекциялар уҡығаны өсөн эш хаҡы курстарҙың сығымдарын ҡаплауҙан ҡалған аҡсанан ғына түләнгән ( лекциялар уҡыған өсөн бирелгән гонорарҙарын күп профессорҙар уҡый йортоноң файҙаһына биргәндәр, мәҫәлән Петербургта); шул уҡ ваҡытта практик дәрестәр сәғәт иҫәбенә индерелмәгән дә (ә уларҙың күплеге ҡазан курстарының айырмалы һыҙаттарын тәшкил иткән була). Ҡазан курстарының хатта үҙ аудиторияһы ла булмаған; лекцияларҙы кистәрен Ҡазан университеты. бинаһында уҡығандар. Курстарҙың етди, уңайлы матди базаһының булмауы һөҙөмтәһендә 1886 йылда Ҡазан юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстарына уҡыусыларҙы ҡабул итеү туҡтатылған.[1]

Курстар ябылғандан һуң тиҫтә йылдар үткәндән һуң Ҡазан университетының бер төркөм профессорҙары был курстарҙы тергеҙе юлында яңы аҙымдар яһай. Ҡазан уҡыу округының попечителе В. А. Попов адресына үтенес хаты яҙыла, уға 15 кеше ҡул тамғаһын ҡуйған. Оҙаҡ ваҡыт хат алышҡандан һуң, ыңғай һөҙөмтә ала алмағас, үтенескә ҡултамғаһын ҡуйыусыларҙың береһе — профессор Николай Алексеевич Осокин — 1895 йылдың 2 ноябрендә туранан-тура Рәсәй империяһының Халыҡ мәғарифы министрлығына туранан -турамөрәжәғәт итә. 1906 йылдың октябрь айында ғына профессорҙарҙың сираттағы үтенесенә яуап итеп, Ҡазан университетының тарих-филология факультеты составында ҡатын-ҡыҙ курстарын асырға рөхсәт алына.[1]

Тергеҙегән курстарҙың ике бүлеге булдырыла: тарихи-ижтимағи, шулай уҡ тел һәм әҙәбиәт. 12916 йылда курстар эргәһендә уҡыусыларҙы педагогик эшмәкәрлеккә әҙерләү өсөн педагогия семинарияһы асыла. 1920 йылда, Граждандар һуғышы ваҡытында Ҡазан юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстары ябыла.

Татарстан Республикаһының Милли архивында Ҡазан юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстарына ҡараған документтар бар.[2][3]

Иҫкәрмә үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә