Ғәрәп мәҙәни үҙәге (Одесса)

Ғәрәп мәҙәни үҙәгеОдесса ҡалаһындағы мәсет, Украина.

Ғәрәп мәҙәни үҙәге
Нигеҙләү датаһы 1998
Рәсем
Дәүләт  Украина
Административ-территориаль берәмек Одесса һәм Приморский район[d]
Урынлашҡан урамы Улица Ришельевская[d]
Карта
 Ғәрәп мәҙәни үҙәге (Одесса) Викимилектә

Ҡаланың баш архитекторы Борис Бровин, мәҙәни мираҫ ҡомартҡыларын һаҡлау буйынса ҡала идаралығы начальнигы В. Мещеряков, Одесса төҙөлөш һәм архитектура дәүләт академияһының деканы В. Уренев фекере буйынса Ғәрәп мәҙәни үҙәге һуңғы йылдарҙағы иң уңышлы архитектура ижады булып тора[1][2].

Тарихы үҙгәртергә

Ғәрәп мәҙәни үҙәгеСүриә сығышлы эшҡыуар Аднан Киван аҡсаһына төҙөлгән. Мәсеттең проектын Архпроект МДМ архитектура-реставрация бюроһы эшләй. Проекттың баш архитекторы — Голодонюк Юрий Васильевич. Интерьерҙы һәм фасадтарҙы реконструкциялау буйынса М. Г. Повстанюк, ә төп архитектор Д.М. Повстанюк була.

Тасуирламаһы үҙгәртергә

Бинаның аҡ фасадына күп семәрле биҙәктәр һалынған. Ҡыйығында йәшел төҫкә буялған бик ҙур көмбәҙ күтәрелә. Бинаны арка формаһында тәҙрәләр биҙәй.

Күп төрлө архитектура элементтары мәсеткә еңеллек һәм яҡтылыҡ бирә. Ҙур залдарының иҙәндәрендә матур балаҫтар түшәлгән, түшәмдә ҡупшы гәлсәр люстра эленеп тора. Мәрмәр баҫҡыстар һәм ҙур витражлы тәҙрәләр бинаның бай интеьеры менән тап килә.

Галереяһы үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә