Ғәйфуллин Миңләхмәт Зиннәт улы

Ғәйфуллин Миңләхмәт Зиннәт улы (28 август 1914 йыл19 апрель 2002 йыл) — алдынғы нефтсе, 1933—1969 йылдарҙа «Ишембайнефть» нефть промыслаһы идаралығында быраулаусы, быраулау мастеры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1959).

Ғәйфуллин Миңләхмәт Зиннәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 28 август 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Тыуған урыны Бүреҡаҙған, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 19 апрель 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (87 йәш)
Вафат булған урыны Ишембай, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Миңләхмәт Зиннәт улы Ғәйфуллин 1914 йылдың 28 авгусында Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районы) Бүреҡаҙған ауылында тыуған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1930 йылда «Игенселәр» колхозында башлай.

«Ишембайнефть» быраулау контораһында (1933—1969) быраулау эшсеһе, быраулаусы, быраулау мастеры.

БАССР-ҙа беренсе булып бәләкәй диаметрлы скважиналар быраулау, турбиналы быраулауҙы үҙләштергән; скважиналарҙы тиҙ проходкалау инициаторы.

Введеновский, Грачевский, Ишембай, Кинйәбулат, Тирекле нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙә әүҙем ҡатнаша.

1959 йылдың 19 мартында СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән нефть һәм газ сәнәғәте үҫешендә ҙур уңыштар ҡаҙанғаны өсөн Миңләхмәт Ғәйфуллинға, Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

2002 йылдың 19 апрелендә Ишембай ҡалаһында вафат була.

Хәтер үҙгәртергә

Ишембай ҡалаһындағы бер урамға геройҙың исеме бирелгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Бикметов В. «Слежу за делами…»: встреча с Героем Социалистического труда, бывшим буровым мастером М. Э. Гайфулиным // Восход. — 1980. — 6 сентября.
  • Наймушин Н. Сложное задание // Герои труда Башкирии. — Уфа: Баш.кн. изд-во, 1969. — С. 256—259.
  • ГАЙФУЛЛИН МИНИАХМЕТ ИННАТОВИЧ // Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 274. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.

Һылтанмалар үҙгәртергә