Ғәйнә һөйләше (икенсе классификацияла Барҙым һөйләшсәһе) — төрлөсә төркәмләп йөрөтөлгән көнкүреш һөйләше. Башҡорт ҡәбиләһе ғәйнә атамаһынан - ғәйнә (башҡорт ҡәбиләһе ғәйнә атамаһынан) һөйләше. пермь башҡорттары һөйләшкән башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты[1]. Икенсе төрлө классификацияла татар теле урта диалектының барҙым һөйләшсәһе һәм ғәйнәләргә һәм пермь татарҙарына ҡарай тип аңлатыла[2].

Ғәйнә һөйләше (Барҙым һөйләшсәһе)
Илдәр

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Регионы

Пермь крайы

Классификация
Категория

Евразия телдәре

Алтай телдәре (бәхәсле)

Төрки телдәр
Әлифба

кириллица

Таралыу ареалы үҙгәртергә

Башҡорт теленең Төньяҡ-көнбайыш диалектының ғәйнә һөйләше Пермь крайы Барҙым, Көйәҙе, Пермь, Уинский, Чернушкинский һ.б. [3] райондарында таралған.

Тарихы үҙгәртергә

Ғәйнә һөйләше башҡорт теленең таралыу ареалы конкрет ырыу [4] таралышы сиктәренә тулыһынса тап килгән берҙән-бер һөйләш булған. Р. Г. Кузеев фекеренә ярашлы, ғәйнә  башҡорттары башҡа: юрматы, йәнәй, бүләр, кесе, үҫәргән, бөрйән, түңгәүер ырыуҙары менән бергә болғар-уғыр уратыуыда булған. Ғәйнәләр үҙҙәре ата-бабаларын «Миңзәлә яҡтарынан» күсеп килгән «Болғар сығышлы» йәиһә «ысын (аҫаба) башҡорттар» тип һанай. Ғәйнә башҡорттары оҙаҡ йылдар буйына үҙҙәренең иҙел болғарҙарына һәм сыуаштарға[5] этномәҙәни яҡынлығын күрһәткән ҡайһы бер үҙенсәлектәрен һаҡлаған.

Ғәйнә ерҙәре башҡорт ҡәбиләләре урынлашҡан иң төньяҡ ареалды тәшкил иткән. Тол һәм Сылва йылғалары бассейнында урынлашҡан осоронда, ғәйнә башҡорттары урындағы уғыр халҡына, тел һәм мәҙәни яҡтан көслө тәьҫир итеп, тығыҙ бәйләнештә йәшәгән. Башҡорт ырыуҙары Рус дәүләтенә ингәндән һуң, башҡорт ерҙәренә рус, татар һ.б. халыҡтар күпләп күсеп ултырған. Пермь башҡорттары балалары оҙаҡ йылдар инде татар әҙәби телендә уҡытыла. Пермь башҡорттары телдәрен үҙебеҙҙеке, ҡайһы берҙә башҡорт теле[6] тип иҫәпләй.

Тамырҙары башҡорт теле менән бәйле булған ғәйнә һөйләше күп быуаттар дауамында Урал- Иҙел буйы төрки телдәренең төньяҡ ареалында таралған булған. Иртә изоляция арҡаһында һөйләштә Пермь крайының хәҙерге төрки телдәрендә бер ҙә осрамаған локаль диалект үҙенсәлектәре һаҡланған. С. Ф. Миржанова фаразлағанса, был үҙенсәлектәр боронғо башҡорт-болғар тел бәйләнештәре (уның ҡайһы бер рефлекстары татар теленең урта диалектының айырым һөйләштәрендә һәм башҡорт теленең көньяҡ диалекты[7] урта һөйләшендә күҙәтелгән)  нигеҙендә үҫешкән.

Өйрәнеү тарихы һәм төркөмләү  (классификация) үҙгәртергә

1963 йылда Пермь өлкәһенең 14 тораҡ пунктында СССР ФА Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (РФА Өфө фәнни үҙәге) фольклор экспедицияһы эшләгән һәм шул саҡта пермь башҡорттары тураһында ла мәғлүмәт йыйылған.

1973 йылда 8 тораҡ пунктында (Бисер, Елпачиха, Ишем, Ҡыҙылъяр, Түбән Искилде, Ольховка, Солтанай, Танып) СССР ФА ИИЯЛ Башҡорт филиалы диалектология экспедицияһы эшләгән.

1987 йылда ғәйнә һөйләше лексикаһынан  айырым һүҙҙәр индерелгән «Башҡорт һөйләштәре һүҙлеге. Көнбайыш диалект»[8] хеҙмәтенең 3-сө томы, ә 2002 йылда — «Башҡорт теленең диалектологик һүҙлеге» баҫылып сыҡҡан. Һөйләш лексикаһы шулай уҡ 1970 йылда баҫылған «Башҡорт һөйләштәре һүҙлеге»нең 2-се томында сағылған.

Пермь башҡорттарының теле башҡорт теленең Төньяҡ-көнбайыш диалектының ғәйнә һөйләше тип атала[4][9][1][10]. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр Ҡама буйы башҡорттары һәм татарҙары һөйләшен бер төрлө тип иҫәпләй һәм уны татар теленең урта диалекты һөйләштәренең береһе ти[11]. Миҫал өсөн, Д. Б. Рамазанова классификацияһына ярашлы, ғәйнә һәм пермь татарҙары һөйләше барҙым һөйләшсәһенә ҡарай[12]. Йосопов Ринат Мөхәммәт улы фекеренсә, ғәйнәләр телен «татарлаштырыу»ҙа дөйөм белем биреү мәктәптәрендә уҡытыу, киң мәғлүмәт сараларын һәм баҫмаларҙы, шулай уҡ радио тапшырыуҙарын татар телендә ойоштороу ҙур роль уйнаған[12].

Ҡайһы бер телселәр шулай уҡ ғәйнәләр телен башҡорт теленең Көньяҡ диалектына индерә.

Лингвистик характеристикаһы үҙгәртергә

Ғәйнә һөйләше башҡорт һәм татар диалекттарының башҡа һөйләштәренән боронғо тел һыҙаттарын һаҡлауы менән айырыла.

Фонетикаһы үҙгәртергә

Ғәйнә һөйләшенең төп үҙенсәлектәренең береһе булып баҫымлы ябыҡ ижек позицияларында киң һуҙынҡыларҙы тарайтып әйтеү тора, йәғни [ы] һуҙынҡыһы урынына [е], [а] урынына [ә] ҡулланыу: әҙәби «ҡырау» (заморозки) ҡыр[а]у — диал. ҡыр[ы]у, әҙәби «берәү» (один) бер[ә]ү — диал. бер[е]ү һ.б.

Бындай диалект үҙенсәлектәре даими рәүештә түбәндәгесә сағыла:

  • һүҙ һуңындағы дифтонг бәйләнештәрендә, [ай]—[әй] урынына [ый], [ей] ҡулланыла: әҙәби «алай» (бына ҡалай) ала[ай] — диал. ал[ый], әҙәби «былай» (бына ниндәй) был[ай] — диал. был[ый], әҙәби «шулай» (шундай) шул[ай] — диал. шул[ый] һ.б.
  • һүҙ һуңындағы дифтонг бәйләнештәрендә, [ау]—[әү] урынына [ыу]—[еү], [оу]—[өү] ҡулланыу: әҙәби «йәйәү» (пешком) йәй[әү] — диал. жей[еү], әҙәби «ҡырау» (заморозки) ҡыр[а]у — диал. ҡыр[ы]у, и т. д.[13]
  • йомшаҡ бышылдатып әйтә торған (фрикатив) шышылдаулы тартынҡылар ҡулланыу, [с] урынына [ч]: әҙәби «ысын» (истина) ы[с]ын — диал. [ч]ын, әҙәби «күгәрсен» (голубь) күгәр[с]ен — диал. күгер[ч]ин, әҙәби «сәкмән» (чекмень) [с]әкмән — диал. [ч]екмин һ.б.
  • дөйөм төрөк [с] өнөн күптәнге (исконно) төрөк сығышлы һүҙҙәрҙә: әҙәби «һин» (ты) [һ]ин — диал. [с]ин, әҙәби «һыу» (вода) [һ]ыу — диал. [с]уу һ.б.
  • һүҙ башында [й] урынына йомшаҡ [ж] тартынҡыһын ҡулланыу: әҙәби «егәрле» (трудолюбивый) [йе]гәрле — диал. [ж]игәрле, лит. «ете» (семь) [йе]те — диал. [жи]те, әҙәби «яурын» (плечо) [йа]урын — диал. [жа]урын һ.б.

Ғәйнә һөйләше фонетикаһының икенсе үҙенсәлеге булып, һүҙ һуңында киң баҫымлы [ә] һуҙынҡыһы урынына тар [и] ҡулланылыуы: әҙәби «сепрәк» (тряпка) сепр[ә]к — диал. чепр[и]к, әҙәби «билсән» (осот) билс[ә]н — диал. билч[и]н, әҙәби «сәкмән» (чекмень) сәкм[ә]н — диал. чекм[и]н и т. д.[13]

Грамматикаһы үҙгәртергә

Ғәйнә һөйләшенең төп грамматик үҙенсәлеге булып[13]:

  • йыш ҡына башҡа изафет формаларҙы алмаштырған беренсе типлы изафет һүҙбәйләнеше формаһын регуляр ҡулланыу: «ишек төп сике» (кровать около дверей), «мич ара йаҡ» (часть дома где находится печь) һ.б.;
  • -ма инфинитивын (сыуаш теленә хас) һәм -маға формаһын (башҡорт теленең көньяҡ диалекты урта һөйләшенә хас) ҡулланыу;
  • исемдәр эйәлек категорияһының үҙенсәлекле формаһы: әҙәби «минең ҡыҙҙың малайы» (сын моей дочери) — диал. «меңке ҡызныҡы малай» һ.б.

Лексикаһы үҙгәртергә

Пермь башҡорттары теленең лексика үҙенсәлектәре уларҙың башҡорт, татар һәм башҡа төрки һәм төрки булмаған телдәр һөйләштәре менән боронғо һәм хәҙерге тел контакттарын сағылдыра.

Башҡорттарҙың күпселеге аҙна көндәрен билдәләү өсөн нигеҙҙә фарсы-ғәрәп үҙләштермәләрен ҡулланһа, ғәйнә башҡорттарының дүшәмбе, шишәмбе, шаршамбы һәм шәмбе төшөнсәләре сыуаштарҙыҡы кеүек билдәләнә. Пермь башҡорттары һәм сыуаштар ғәрәп-фарсы мосолман календарынан тик кесаҙна һәм йоманы ғына үҙләштергән. Көнсығыш һәм төрөк тарихын өйрәнеүсе А. Н. Самойлович пермь башҡорттарының, сыуаштар, мариҙар, удмурттар һәм башҡа ҡайһы бер халыҡтарҙың аҙна көндәре атамаларының дөйөм системаһында төрлө дәүерҙәрҙең һәм диндәрҙең үҙенсәлектәрен күрә. Был системаға «мәжүси-иудей-христиан-мосолман» тигән шартлы атама бирелгән[14].

Аҙна көндәре атамаларын сағыштырыу
Рус телендә суббота воскресенье понедельник вторник среда четверг пятница
Пермь башҡорттары телендә[15] ҡоро көн («буш көн») урыҫ атна көн («рус атнаһы көнө») тыуған көн («тәүге тыуған көн») атланған көн («һыбай ултыра торған көн») ҡан көн («ҡан көнө») четне көн («аҙна алдындағы көн») жума («доға атҡарыу көнө»)
башҡорт әҙәби телендә[16] шәмбе йәкшәмбе дүшәмбе шишәмбе шаршамбы кесе йома/кесаҙна йома/аҙна
  • ҡушма ҡыҫҡартылан һүҙҙәр «ҡорт + мәле — черника», ҡорт + мә (әй һөйләше) «черника», ҡорт + мәле (ҡыҙыл һәм мейәс һөйләшәтәре) «брусника», ҡорт + мәлин (мейәс һөйләше) «мүк еләге — клюква»;
  • ҡушма һүҙҙәр составында: «күк көртмәле — голубика, ҡара көртмәле — черника, ҡыҙыл көртмәле — брусника»;
  • фин-уғыр телдәрендә: (удм) нюрмоль «мук еләге - клюква», кудымульы (куд «һаҙ - болото, болотный» + мульы «еләк - ягода, плод»), нюрмульы (нюр «һаҙ - болото, болотный» + мульы «еләк - ягода, плод») «мүк еләге - клюква», пушмульы (пуш «эске - внутренний» + мульы «еләк - ягода, плод») «сәтләүек - орех», тыпымульы (тыпы «имән - дуб» + мульы «еләк - ягода, плод») «жёлудь», ягмульы (яг «бор; боровой, йәғни, ҡарағай» + мульы «еләк - ягода, плод») «ҡыҙыл көртмәле - брусника»[17].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Черных А. В., Шитова С. Н., Юсупов Р. М. Пермские башкиры 2017 йыл 4 июль архивланған..// Башкирская энциклопедия. В 7 т. Т. 5. П—С. — Уфа, 2009. — 576 с. ISBN 978-5-88185-072-2
  2. Башкиры-гайнинцы: история и современность. — Уфа: Китап, 2012. С.13.
  3. Миржанова С. Ф., 1991, с. 206
  4. 4,0 4,1 Шәкүров Р. З., 2012, с. 35
  5. Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. — М.: Наука, 1974. — С. 343.
  6. Миржанова С. Ф., 1991, с. 208
  7. Миржанова С. Ф., 1991, с. 210
  8. Словарь башкирских говоров. Западный диалект. Т.3. Уфа: Башк. кн. изд-во, 1987.  (баш.)(баш.)
  9. Башкиры-гайнинцы, 2012, с. 7
  10. Миржанова С. Ф., 2006, с. 210
  11. Черных А. В. Тулвинские татары и башкиры. Энциклопедия «Пермский край». Дата обращения: 14 май 2016. 2016 йыл 7 май архивланған.
  12. 12,0 12,1 Башкиры-гайнинцы, 2012, с. 13
  13. 13,0 13,1 13,2 Миржанова С. Ф., 1991, с. 209
  14. Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. — М.: Наука, 1974. — С. 344.
  15. По А.
  16. Заимствования из персидского языка, кроме йома и кесе йома — арабского языка.
  17. Мукимова Н. А. О словообразовательной структуре финно-угорских заимствований в литературном башкирском языке и его диалектах // Фундаментальные исследования. — 2013. — № 11-5. — С. 1063. — ISSN 1812-7339.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Миржанова Сария Фазулловна. Северо-западный диалект башкирского языка. — Уфа: Китап, 2006. — 296 с. — ISBN 5-295-03923-4.
  • Башкиры-гайнинцы: история и современность. — Уфа: Китап, 2012. — 264 с. — ISBN 978-5-295-05131-9.
  • Диалект северо-западный. // Башкирская энциклопедия. В 7 т. Т.2. В—Ж. — Уфа, 2006, С.474—475.
  • Хөсәйенова Л. М. Башҡорт диалектологияһы. — Стәрлетамаҡ, 2011. — 155 б.  (баш.)(баш.)
  • Рәшит Шәкүр. Башҡорт диалектологияһы. — Өфө: Китап, 2012. — 250 с. (баш.)(баш.)

Тәҡдим ителгән әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Байышев Таһир Ғәлләм улы (Баишев Т. Г.) Башкирские диалекты в их отношении к литературному языку. М., 1955.
  • Диалектологический атлас башкирского языка. — Уфа: Гилем, 2005. 234 с.
  • Диалектологический словарь башкирского языка. — Уфа: Китап, 2002. — 432 с. — ISBN 5-295-03104-7. (баш.)(баш.)
  • Илишев И. Г. Язык и политика в многонациональном государстве. Уфа, 2000. 270 с.
  • История башкирского литературного языка./ Ишбирҙин Эрнст Фәйзрахман улы (Э. Ф. Ишбердин), Ғәләүетдинов Ишмөхәмәт Ғилметдин улы (И. Г. Галяутдинов), Халиҡова Рәйсә Хәлил ҡыҙы (Р. Х. Халикова): Уфа, Башк. изд-во «Китап», 1993. 320 с.(баш.)
  • Ишбулатов Нәғим Хажғәле улы. Башҡорт теле һәм уның диалекттары. — Өфө: Китап, 2000. — 212 с. — ISBN 5-295-02659-0.
  • Ишкильдина Л. К. Историческое развитие консонатизма башкирского языка (на материале диалектов). 2017 йыл 17 май архивланған. Казань, 2013.
  • Мәҡсүтова Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы (Максютова Н. Х.) Башкирские говоры, находящиеся в иноязычном окружении. — Уфа: Китап, 1996.
  • Миржанова Сәриә Фазулла ҡыҙы (Миржанова С. Ф.). Северо-западный диалект башкирского языка (формирование и современное состояние): монография. — Уфа: Башк. кн. изд-во, 1991. — С. 208. — 296 с. — ISBN 5-295-00642-5.
  • Poppe N. N. Bashkir manual. Descriptive grammar and texts with a Bashkir-English glossary. Bloomington, 1964.
  • Северо-западный диалект башкирского языка. Научный отчет диалектологической экспедиции 1954 года. — Уфа: Гилем, 2008. — 372 с.
  • Словарь башкирских говоров. Западный диалект. Т.3. Уфа: Башк. кн. изд-во, 1987.(баш.)
  • Рәшит Шәкүр (Шакуров Р. З.) Диалектная система башкирского языка // Ватандаш. — 2012. — № 8. — С. 40—61. — ISSN 1683-3554.