Ғәбд әл-Моталлип

Пәйғәмбәрҙең олатаһы

Шәйбә ибн Хашим әл-Ҡорайши (ғәр. شيبة ابن هاشم القرشي‎), ‘Ғәбд әл-Моталлип ҡушматы менән билдәле (ғәр. عبد المطلب‎; 497, Мәҙинә — 578, Мәккә) — Мөхәммәт Рәсүлуллаһның олатаһы.

Ғәбд әл-Моталлип
Зат ир-ат
Ҡушамат الفياض
Тыуған көнө 480
Тыуған урыны Мәҙинә
Вафат булған көнө 579
Вафат булған урыны Мәккә, Хижәз[1]
Ерләнгән урыны Джаннат аль-Муалля[d]
Атаһы Хашим ибн Абд Манаф[d]
Әсәһе Сальма бинт Амр[d]
Бер туғандары Асад ибн Хашим[d]
Хәләл ефете Фатима бинт Амр[d][1], Хала бинт Вухайб[d][1], Сумра бинт Джундаб[d][1], Любна бинт Хаджар[d][1], Натиля бинт Джанаб[d][1] һәм Муманнаа бинт Амр[d][1]
Балалары Абу Талиб ибн Абд аль-Мутталиб[d], аз-Зубайр ибн Абд аль-Мутталиб[d], Ғәббәс ибн Ғәбд әл-Моталлип[2][3], Харис ибн Абд аль-Мутталиб[d], Хәмзә ибн Ғәбд әл-Моталиб[2], Сафия бинт Абд аль-Мутталиб[d], Әбү Ләһәб[2], Атика бинт Абд аль-Мутталиб[d], аль-Гайдак ибн Абд аль-Мутталиб[d], аль-Мукаввим ибн Абд аль-Мутталиб[d], Дирар ибн Абд аль-Мутталиб[d], Касум ибн Абд аль-Мутталиб[d], Хаджль ибн Абд аль-Мутталиб[d], Умама бинт Абд аль-Мутталиб[d], Умм Хаким бинт Абд аль-Мутталиб[d], Барра бинт Абд аль-Мутталиб[d], Арва бинт Абдул Мутталиб[d] һәм Ғабдулла ибн Ғәбд әл-Моталлип
Һөнәр төрө сауҙагәр

Биографияһы үҙгәртергә

Шәйбә ибн Хашим Мәҙинәлә 497 йылда тыуған. Ул Хашим ибн Ғәбд Манафтың улы була (хашимиҙар нәҫеленең башлаусыһы).

Хашим ибн Ғәбд Манафтың вафатынан һуң хажды ойоштороу бурысы уның бер туғаны Моталлип ибн Ғәбд Манафҡа күсә. Моталлип ибн Ғәбд Манаф Мәҙинәгә килгәс, Шәйбәне лә үҙе менән Мәккәгә ала. Мәккәлә Шәйбәне Моталлиптың ҡоло тип уйлайҙар Ғәбд әл-Моталлип тип йөрөтә башлайҙар (ғәр. عبد المطلب‎ — Моталлип ҡоло). Моталлиптың вафатынан һуң Ғәбд әл-Моталлип хаж ойоштороу эштәрен үҙ өҫтөнә ала һәм кешеләрҙең ихтирамын яулай[4].

Мөхәммәттең (салләЛлаһу ғәләйһи үә сәлләм) әсәһе Әминә бинт Ваһаб үлгәс, Ғәбд әл-Моталлип аоты йәшлек ейәнен үҙенә ала. Әммә ул да ике йылдан баҡыйлыҡҡа күсә, һәм баланы ҡарарға уның улы Әбү Талип үҙенә ала[4].

Балалары үҙгәртергә

Ғәбд әл-Моталлиптың 10 улы һәм 6 ҡыҙы була[4]:

  1. Харис ибн Ғәбд әл-Моталлип (инг.)баш.
  2. аз-Зубайр ибн Ғәбд әл-Моталлип (инг.)баш.
  3. Әбү Талип ибн Ғәбд әл-Моталлип — хаҡ хәлифә Али ибн Әбү Талиптың атаһы, Алиҙәр династияһы башлығы
  4. Ғабдуллаһ ибн Ғәбд әл-Моталлип — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең атаһы
  5. Хамза ибн Ғәбд әл-Моталлип — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ағаһы, Мәккә мөшриктәренә ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнашҡан
  6. Әбү Ләһәб (Ғәбд әл-Ғүззә ибн Ғәбд әл-Моталлип) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең яуыз дошманы
  7. Ғидаҡ ибн Ғәбд әл-Моталлип
  8. Мәкүәм ибн Ғәбд әл-Моталлип
  9. Сәфәр ибн Ғәбд әл-Моталлип
  10. Ғәббәс ибн Ғәбд әл-Моталлип (566—653) — Ғәбд әл-Моталлиптың кесе улы, Ғабдуллаһ ибн Ғәббәстең атаһы (ғәббәсиҙәр династияһы башлаған)
  11. Сафия бинт Ғәбд әл-Моталлип (инг.)баш. — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең инәһе, Зөбәйер ибн Әүүәмдең әсәһе [4].

Пәйғәмбәрҙең олатаһы үҙгәртергә

Ҡорбан килтереү нәҙере үҙгәртергә

Балалары араһынан Ғабдуллаһ бик яратҡан улы була. Бәйән ителеүенсә, Ғәбд әл-Моталлип ун улы тыуһа, береһен ҡорбанға килтерәм тип нәҙер әйткән булған. Улдары үҫеп еткәс нәҙере иҫенә төшкән. Ҡорбанға йәрәбә һалғас, ул Ғабдуллаһҡа сыҡҡан. Ҡорайыштар кәңәше менән ул нәҙерен үҙгәрткән һәм улы өсөн йөҙ дөйәне ҡорбан итеп салған[5][6]. Буласаҡ Пәйғәмбәрҙең атаһы булған ул йөҙ дөйә хаҡы менән алып ҡалған улы. Тик улы йәшләй — 25 йәшендә вафат булып ҡала.

Ғабдуллаһ ибн Ғәбд әл-Моталлип ҡайһы бер сығанаҡтарҙа улын күреп өлгәрмәгән, ҡайһы берҙәрендә ул үлгәндә буласаҡ Пәйғәмбәр ике айлыҡ булып ҡалған тип әйтелә[5].

Ейәне Мөхәммәтте аҫрауы үҙгәртергә

Ғәбд әл-Моталлип, килене лә үлеп ҡалғас, ейәне Мөхәммәтте үҙенә аҫрарға ала, әммә бынан һуң ике йыл ғына йәшәп ҡала, баҡыйлыҡҡа күсә.

Улы Ғәбд әл-Ғүззә һәм ейәне Мөхәммәт мөнәсәбәте үҙгәртергә

Ғәбд әл-Моталлиптың ысын исеме Ғәбд әл Ғүззә тигән улының ҡушаматы — Әбү Ләһәб. Уның исеме Ислам тарихында ҡара дошманлығы менән яҙылып ҡалған. Ул Пәйғәмбәрҙең рисаләтенә ышанмай, мыҫҡыллай, вәғәздәрен юҡҡа сығарып Ҡәғбәтуллаһ алдында сығыш яһай. Ҡатыны менән икәүләп Рәсүлуллаһны бик рәнйетәләр. Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ҡыҙҙары Әбү Ләһәб улдарына йәрәшелгән була: Руҡайяны — Ғүтбәгә, Өммөгөлсөмдө Ғүтәйбәгә бирергә тейеш булаллар. Әммә Әбү Ләһәб уларҙы килен итеп алыуҙан баш тарта.

Уның хаҡында исемләп «Ләһәб» («Бау») тигән сүрә иңә. Мосолмандар Ҡөрьәнгә ингән ошо 111-се сүрәгә ярашлы уны «Ут Атаһы», «Тамуҡ Әһеле» тигәнде аңлатҡан ҡушаматы менән генә атап йөрөтә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә