Ғималова Фәнүзә Арыҫлан ҡыҙы

ғалим- химик-органик

Ғималова Фәнүзә Арыҫлан ҡыҙы (3 октябрь 1957 йыл) — ғалим-химик-органик, химия фәндәре докторы (2007), профессор (2010).

Ғималова Фәнүзә Арыҫлан ҡыҙы
Тыуған көнө

3 октябрь 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (66 йәш)

Биографияһы үҙгәртергә

Фәнүзә Арыҫлан ҡыҙы Ғималова (ҡыҙ фамилияһы — Аҡбутина) 1957 йылдың 3 октябрендә Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Түбәнге Бикбирҙе ауылында тыуған.

Өфөләге 1-се башҡорт интернат-мәктәбен (хәҙер — Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт университетының химия факультетына инә.

1979 йыл — БДУ-ны тамамлай һәм СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Органик химия институтына эшкә инә.

Аспирантура тамамлай. 1993 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2008 йылдан алып — түбән молекуляр биокөйләүселәр синтезы лабораторияһының төп ғилми хеҙмәткәре. Әле лә шул уҡ институтта эшләй.

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Фәнүзә Ғималова — простаноидтар, циклопентаноидтар химияһы, шешкә ҡаршы тәбиғи берләшмәләр синтезы һәм уларҙың аналогтары өлкәһендә юғары квалификациялы белгес. Ғилми хеҙмәттәре 11-дезоксипростагландиндарҙы, простагландиндарҙың ω-перфторароматик аналогтарын тикшереү һәм синтезлауға бағышланған.

1987 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Простагландиндарҙың перфторароматик аналогтарын синтезлауҙы, простагландиндарҙың ферутинол нигеҙендә оптик яңы нораналогтарын алыуҙы беренсе булып тормошҡа ашыра, (ЖОрХ, 1992, т.28, вып.10, с.2081). Уның тарафынан ферутинолдың «тулы» дециклизацияһының каскад тибындағы яңы реакцияһы асыла (MendeleevCommun., 1993, N.6, p.253). Эпотилондарҙың яңы карбааналогы өсөн блок-синтондар синтезының оригиналь ысулдары эшләнә (химия фәндәре кандидаты Н. К. Селезнева менән бергә). Фәнүзә Арыҫлан ҡыҙы өсхлорциклопентенондарҙың лабораторияла эшләнгән оригиналь серияһының химик үҙенсәлектәрен өйрәнеү буйынса эштәр программаһын башҡара. Тривиаль булмаған әүерелештәр һәм реакцияларҙың тотош теҙмәһе табыла, мәҫәлән, аминдар менән реакция ваҡытында тетрахлорциклопентадиенондың каскадлы фрагментацияһы (химия фәндәре кандидаты О. А. Гаврилов менән берлектә; MendeleevComm., 2003, N.5, p.232), өсхлорфурилциклопентенондарҙың икенсел аминдар ҡатнашлығында оригиналь дециклизацияланыу реакцияһы (химия фәндәре кандидаты Э. М. Миңлебаева менән берлектә; ЖОрХ, 2007, т.43, вып. 11, с.1651) һ.б. Шулай уҡ H1N1 һәм башҡа вирустарға ҡаршы юғары әүҙемлектәге L-метионинлы трихлорциклопентенон конъюгаты тәҡдим ителә (химия фәндәре кандидаты В. А. Егоров менән берлектә). Был препарат әүҙем тәьҫир көсө буйынса Арбидолдан ҡалышмай, етмәһә, уны синтезлау еңел һәм ябай. Тамифлюҙың ациклик аналогы, пирролидиндарҙың яңы серияһы һ. б. синтезлана (химия фәндәре кандидаты Г. М. Халиҡова менән берлектә; Изв. АН, сер. хим., 2013, № 5, с.1227; ЖОрХ, 2013, т.49, вып.7, с.1062).

2007 — Ғималова Ф. А. «Биологик әүҙем циклопентаноидтарҙы һәм эпотилондарҙың элгәрҙәрен синтезлау» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Йәмһеһе 80-ләп ғилми мәҡәлә нәшер иткән (авторҙаштар менән), 1 авторлыҡ танытмаһы һәм 2 патенты бар. Ғималова Ф. А. етәкселегендә 6 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана.

Бүләктәре үҙгәртергә

1985 — Ф. Ғималованың һәм авторҙаштарының фәнни уңыштары СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең бронза миҙалы менән билдәләнә.

2003 — «Наука/Интерпериодика» халыҡ-ара академик нәшриәт компанияһы нәшер иткән журналдарҙа баҫылған иң яҡшы публикация өсөн Ғималова лабораторияның бер нисә хеҙмәткәре менән компанияның премияһына лайыҡ була.

Ғаиләһе үҙгәртергә

Фәнүзә Арыҫлан ҡыҙының ире биология фәндәре докторы Ғималов Фуат Рамазан улы Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге Биохимия һәм генетика институтының ғилми секретары булып эшләй. Ике ҡыҙҙары бар. Өлкәне Ғәлиә Ғималова биология фәндәре кандидаты, Биохимия һәм генетика институты хеҙмәткәре, 2016 йылда йәш ғалимдар һәм аспиранттарҙың РФ Президенты стипендияһын алыу буйынса конкурсында еңә. Ғималовтарҙың кинйә ҡыҙы Гөлли Ғималова — юрист, Мәскәүҙә Юғары иҡтисад мәктәбен тамамлаған.

Һылтанмалар үҙгәртергә