Ғафури халыҡ театры

Ғафури халыҡ театры — Ғафури районы Красноусол ауылы мəҙəниəт һарайында эшләп килгән башҡорт халыҡ театры. Театр 1972 йылда драма түңəрəге булараҡ ойошторола, 1994 йылда «халыҡ театры» исеме бирелә. 1972—2011 йылдарҙа 45‑кə яҡын спектакль ҡуйыла.

Ғафури халыҡ театры
Эшләй башлаған

1972 йыл

Театр бинаһы
Урынлашҡан

Ғафури районы Красноусол ауылы мəҙəниəт һарайы

Етәкселәре
Баш режиссёр

Зәйтүнә Зәйнешева

Тарихы үҙгәртергә

50 йылға яҡын данлы тарихы бар үҙешмәкәр театрҙың. Тәүге көндәр­ҙән үк Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедия­­һын сәхнәләштереүгә баҙнат ит­кән ға­фу­риҙар әк­ренләп ижад баҫҡыс­тарын яулай бара. М. Ға­фуриҙың «Ҡара йөҙҙәр», Н. Асан­баевтың «Рәйсә + Фәйзи», Х. Иб­ра­һимовтың «Баш­ма­ғым», «Зәңгәр шәл», Ә. Ат­на­баевтың «Законлы никах ме­­нән», «Ба­ла­­ҡай­­ҙа­рым», «Иге­ҙәктәр», Т. Миң­нул­линдың «Гөргөри ке­йәү­ҙәре», Ә. Мир­­за­һитов­тың «Әсәләр көтәләр улдарын» спек­­такл­дәрен тама­ша­сылар әле лә һа­ғынып иҫкә ала[1].

Коллектив составы А. Ш. Абдуллин, И. Х. Абсатарова, А. М. Баймөхəмəтов, Г. Т. Бəширова, Н. Р. Вəлиев, Ə. Ə. Ғəзизов, Х. М. Нəзиров, Э. Н. Насирова, Ф. А. Садиҡова,Р. З. Ураҙғолов, Д. М. Ураҙғолова, Р. Р. Хəбибуллина һәм башҡалар эшләй. Спектаклдəрҙе Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мəҙəниəт хеҙмәткәрҙəре З. Ə. Зəйнəшева һəм Ə. Ғ. Исҡужина (1‑се художество етəксеһе), А. М. Смирнова сəхнəгə ҡуя; сəхнəне художестволы биҙəүсе — Р. Ш. Хəкимов; музыкаль яҡтан биҙəүсе — Р. А. Степанов.

1972, 1979 йылдарҙа Республика драма коллективтары смотрында ҡатнаша, Өфөлә 1985 йылда Еңеүҙең 40 йыллығына арналған фестивалендә ҡатнаша.

2000 йылда Миәкә районы Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында һәм 2003 йылда Дүртөйлө ҡалаһында үткән «Алтын тирмə — Золотая юрта» халыҡ театрҙары фестивалендә лауреат исемен яулай.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә