Ғарифуллина Аида Эмиль ҡыҙы

Ғарифуллина Аида Эмиль ҡыҙы (30 сентябрь 1987 йыл) — опера һәм эстрада йырсыһы. Татарстандың атҡаҙанған артисы (2013).

Ғарифуллина Аида Эмиль ҡыҙы
Lua хатаһы: expandTemplate: template "lang-tt-cyrl" does not exist.
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
 Австрия[1]
 СССР
Тыуған көнө 30 сентябрь 1987({{padleft:1987|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (36 йәш)
Тыуған урыны Ҡазан, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө опера йырсыһы
Эшмәкәрлек төрө классик музыка[2] һәм пение[d][2]
Уҡыу йорто Венский университет музыки и исполнительского искусства[d]
Йырсы тауышы сопрано[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]
Жанр Опера
Тауыш яҙҙырыу лейблы Decca Records[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы
Рәсми сайт aidagarifullina.net
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][3]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 4705
 Ғарифуллина Аида Эмиль ҡыҙы Викимилектә
Файл:AidaGarifullina4.jpg
Аида Ғарифуллина һәм Илдар Абдразаҡов, «Женитьба Фигаро», Мария Театры, Санкт-Петербург, 2013 йыл

Биографияһы үҙгәртергә

Аида Эмиль ҡыҙы Ғарифуллина 1987 йылдың 30 сентябрендә Ҡазан ҡалаһында тыуған.

2012 йылдың йәйендә Европаның иң ҙур сәхнәһендә — "Arena di Verona"ла (Италия), декабрҙә беренсе тапҡыр Мария Театрында (Санкт-Петербург) «Женитьба Фигаро» спектаклендә сығыш яһай, Лондонда Йәйге Олимпия уйындарында Рәсәй Йортон асыу тантанаһында ҡатнаша, Евровидениела сығыш яһау өсөн һайлау ярышында ҡатнаша, «Голубой Огонек», «Песня года», «Песенка года», «Новая Волна» кеүек телевизион йыр шоуҙарында ҡатнаша.

Аида Ғарифуллина бөтә донъяға танылған опера йырсылары Алессандро Сафина, Майкл Болтон, Андреа Бочелли, Илдар Абдразаҡов менән сығыш яһай, шулай уҡ Рәсәй эстрадаһы йырсылары Дима Билан, Филипп Киркоров, Тимати менән йырлай.

2013 йылдың авгусында Ғарифуллина «Арена ди Верона» сәхнәһендә үткән «Опералия-2013» конкурсында ҡатнаша. Аида «Опералия-2013» халыҡ-ара опера йырсылары конкурсының беренсе премияһын яулай[4]. Конкурста ул Нанетта («Фальстаф»), Снегурочка («Снегурочка»), Сюзанна («Свадьба Фигаро»), Джульетта («Монтекки и Капулетти» Беллини) арияларын башҡара. "Опералия"ла еңгәндән һуң, Пекинда Пласидо Доминго менән бергә йырлай. Валерий Гергиев Аиданы Мария Театрына саҡыра.

Аида Ғарифуллина 2013 йылда Ҡаҙанда үткән Йәйге Универсиада илсеһе була. Әле Ҡазанда йәшәй. Аида Ғарифуллинаның репертуары татар, рус, инглиз, француз, итальян телдәрендәге әҫәрҙәрҙән тора.

Немец телендә һөйләшә ала[5].

2015 йылда Европаның төп Вена балында ҡатнаша[6].

Репертуары үҙгәртергә

  • В. А. Моцарт — «C — Moll Messe» (нем.)баш.
  • Дж. Пуччини — «Богема», Мюзетта
  • Дж. Верди — «Бал-маскарад», Оскар
  • Дж. Верди — «Риголетто», Джильда
  • Дж. Верди — «Фальстаф», Нанетта
  • Г. Доницетти — «Дон Паскуале», Норина
  • Г. Доницетти — «Любовный напиток», Адина
  • В. А. Моцарт — «Волшебная флейта», Памина
  • В. А. Моцарт — «Так поступают все», Деспина
  • В. А. Моцарт — «Свадьба Фигаро», Сюзанна
  • В. А. Моцарт — «Дон Жуан», Церлина
  • Дж. Россини — «Итальянка в Алжире», Эльвира
  • Ф. Галеви — «Иудейка», принцесса Евдоксия
  • С. С. Прокофьев — «Война и мир», Наташа Ростова
  • Н. А. Римский-Корсаков — «Золотой петушок», Шәмәхә батшабикәһе
  • Н. А. Римский-Корсаков — «Снегурочка», Снегурочка
  • П. Этвёш — «Три сестры», Ирина

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

  • «Академик вокал» номинацияһында Ф. И. Шаляпин исемендәге «Йылдың иң яҡшы тауышы» фонды премияһы стипендиаты (2001).
  • Мөслим Магомаев исемендәге вокалсылар конкурсы лауреаты (2010).
  • «Oпералия—2013» халыҡ-ара опера йырсылары конкурсының беренсе премияһы
  • Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисткаһы (2013)
  • Татарстан Республикаһы Президентының Рәхмәт грамотаһы (2013)
  • «Ҡаҙан ҡалаһындағы 2013 йылғы XXVII Бөтә донъя Йәйге универсиадаһы» иҫтәлекле миҙалы
  • Рәсәй Милли музыкаль премия (2015)

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Ғарипова Рәйлә Мөхәмәтхан ҡыҙы

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә