Ғази Хөсрәв бей мәҙрәсәһе

Ғази Хөсрәв-бег мәҙрәсәһе (Ғази Хөсрәв бей мәҙрәсәһе; босн. Gazi Husrev-begova medresa) — Босния һәм Герцеговинаның баш ҡалаһы Сараеволағы мәҙрәсә. 1537 йылда Ғази Хөсрәү-бәк тарафынан нигеҙләнгән. Босния һәм Гецеговинаның иң боронғо уҡыу йорто.

Ғази Хөсрәв бей мәҙрәсәһе
Нигеҙләү датаһы 1537
Рәсем
Нигеҙләүсе Гази Хусрев-бег[d]
Дәүләт  Босния һәм Герцеговина
Административ-территориаль берәмек Сараево
Мираҫ статусы Босния һәм Герцеговинаның милли ҡомартҡыһы[d]
Карта
 Ғази Хөсрәв бей мәҙрәсәһе Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

XVI быуаттың беренсе яртыһында Босния санджагының санджак бейе Ғази Хөсрәв-бег (Ғази Хөсрәв бей; 1480—1541) булған Ул Сараево инфраструктураһы үҫешенә ҙур өлөш индергән. 1537 йылдың 8 ғинуарында Ғази Хөсрәү-бәк ҡала мәҙрәсәһенә ниеҙ һалған, ул хәҙер уның исемен йөрөтә[1].

Мәҙрәсә поливалентлы булып тора. Уның үҙәк өлөшө уҡыу аудиториялары өсөн тәғәйенләнгән, ә сит яҡтарҙа торлаҡ бүлмәләре урынлашҡан.

Мәҙрәсә бинаһы Сараево ҡалаһының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан һәм Ғосман империяһының шул дәүерҙәге алдынғы архитекторы фарсы Аджем Эзир-Алиның проекты буйынса төҙөлгән. Бинаны Дубровниктан килгән оҫталар, шулай уҡ урындағы төҙөүселәр төҙөгән. Мәҙрәсә истанбул (константинополь) стилендә таштан ҡоролған, ә ҡыйығы ҡара ҡурғаш менән ҡапланған. Компактлы, гармоник һәм монументаль бина Сараевоның символдарының береһе булып китә. Артабанғы бинаны реконструкциялауҙар башлыса уның оригиналь стилен һаҡлап ҡалған[1].

Мәҙрәсә профессорҙары Ғази Хөсрәв-бәк тарафынан билдәләнгән ҡәтғи критерийҙар нигеҙендә һайланған. Мәҙрәсәлә эшләү бик престижлы булған, шунлыҡтан унда күп кенә уҡытыусылар дәғүә иткәндәр, улар араһында ғәрәптәр, төрөктәр, албандар һәм босняктар булған. Мәҙрәсәлә заманса класстар, уҡыусылар өсөн яҡшы туҡланыу һәм уңайлы йәшәү шарттары булған. Белемдең юғары стандарты арҡаһында мәҙрәсәне тамамлаусылар артабан уңышлы карьера яһаған. Улар араһында судьялар, генералдар, имамдар, мөфтөйҙәр, профессорҙар, ғалимдар, академиктар, мэрҙар, дипломаттар, министрҙар һәм чиновниктар булған[1].

Ғази Хөсрәв бей мәҙрәсәһе ике бинаға бүленгән: малайҙар һәм ҡыҙҙар мәҙрәсәһе, уларҙа бөтә кәрәк-яраҡтары менән уҡыу аудиториялары булған. Шулай уҡ мәҙрәсәлә айырым малайҙар һәм ҡыҙҙар ятаҡтары бар[1].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 The Gazi Husrev Bey’s Madrasah marks the 480th Anniversary of its Existence. sarajevotimes.com (8 ғинуар 2017). Дата обращения: 19 май 2017.