Яңғаҙы (рус. Янгазино) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 173 кеше[1]. Почта индексы — 453652, ОКАТО коды — 80206825005.

Ауыл
Яңғаҙы
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Баймаҡ районы

Координаталар

52°21′19″ с. ш. 58°29′09″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 206 825 005

ОКТМО коды

80 606 425 116

Яңғаҙы (Рәсәй)
Яңғаҙы
Яңғаҙы
Яңғаҙы (Башҡортостан Республикаһы)
Яңғаҙы

Тарихы үҙгәртергә

Риүәйәт буйынса, XVII быуаттың аҙағында Алғаҙы улы Яңғаҙы ошо ерҙәрҙе оҡшатып һайлап ала ла ошонда төйәкләнә. Яңғаҙының 9 улы була: Тимербулат, Абҙан, Ҡылыс, Йосоп, Рәжәп, Байғужа, Теүәлбай, Шәйәхмәт, Муса. Ошо исемдәрҙән нәҫелдәр таралған (Тимербулатовтар, Ҡлысовтар, Шәйәхмәтовтар һәм башҡалар)[2].

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, тораҡ пункты Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙенең 9-сы башҡорт кантонындағы Алғаҙы ауылы башҡорттары тарафынан нигеҙләнгән. Ауылдың атамаһы ауылға нигеҙ һалыусы Яңғаҙы Турдасынов (1767 йылғы) исемен йөрөтә. Беренсе тапҡыр ауыл 1817 йылдың ноябрендә Шәһиәхмәт Турдасыновтың Яңғаҙы ауыл мәсетенә мулла һәм мөҙәрис вазифаһына тәғәйенләүе менән бәйле телгә алына. Тораҡ пункты рәсми документтарҙа Ангазино, Нугай, Нугайляр, Яныгазино тип тә күрһәтелгән[3].

Октябрь революцияһына тиклем Яңғаҙы ауылы — Ырымбур губернаһының Ырымбур өйәҙе 9-сы башҡорт кантоны составында (1817—1847), Ырымбур губернаһының Ырымбур өйәҙе 10-сы башҡорт кантонының 9-сы йорто составында (1847—1855), Ырымбур губернаһының Ырымбур өйәҙе 4-се башҡорт кантонының 6-сы йорто Әбделнасир ауыл йәмғиәте составында (1856—1863), Ырымбур губернаһының 2-се Верхнеурал кантоны Ырымбур өйәҙе Түңгәүер улусының Әбделнасир ауыл йәмғиәте составында (1863—1865), Ырымбур губернаһының Орск өйәҙе Түңгәүер улусы составында (1865—1914), 1914—1917 йылдарҙа — Ырымбур губернаһының Орск өйәҙе 2-се Түңгәүер улусы составында. 1917 йылдың декабренән 1919 йылдың 20 мартына тиклем Кесе Башҡортостандың Бөрйән-Түңгәүер кантоны 2-се Түңгәүер улусы составында була[3]. Совет осоронда Яңғаҙы ауыл Советы үҙәге була (1923—1930), Баймырҙа ауыл Советына (1933—1955), 1955 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем Ишмөхәмәт ауыл Советы составына инә[3].

Ауыл өс мәртәбә тулыһынса яна, аҙаҡҡы яңғын 1928 йылда сыға, мәсет тә яна, әммә ауыл халҡы тыуған тупрағын ташлап китмәй. Ҡабаттан ауылды һәм мәсетте тергеҙәләр. Мәсет бинаһы бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланып ҡала һәм илдә демократик үҙгәрештәр башланыу менән ғибәҙәтхана имам-хатип Абрар Ҡлысов (1990—2000) етәкселегендә үҙ функцияларын башҡара башлай[2].

Яңғаҙы мәсете мәхәлләһе тарихынан (тикшеренеүсе Маннапов М. М. тапҡан мәғлүмәттәрҙән алынды)

1857 йылдың 30 июнендә мосолман мәхәлләһе — биш ваҡытлы мәсет статусында; 1890 йылдың 22 ноябрендә йәмиғ мәсете итеп күрһәтелә. 1851 йылда Әбделнасир ауылы халҡы Яңғаҙы мәсете ҡарамағында була, с 22 января 1857 йылдың 22 ғинуарында Исмәғил ауылы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Түбәнге исмаҡай ауылы) халҡы мәхәллә составына индерелә.

Мәхәлләнең дини етәкселәре: указлы имам Шаһиәхмәт Турдасын улы Йосопов (1791 йылғы) (8 ноябрь 1817 — 27 февраль 1854); указлы имам Ишмөхәмәт Шаһиәхмәтов (Шаһиәхмәт Турдасыновтың улы) (1831 йылғы) (27 февраль 1854 — 18 февраль 1908), указлы аҙансы Ғиләзетдин Шаһиәхмәт улы Турдасынов (1814 йылғы); имам, мөҙәрис һәм мөхтәсип Ғабдрахман Тимербулат улы Турдасынов (1873 йылдың 12 февраленән); аҙансы, мөәдзин һәм мөғәллим Мөхәмәтхәсән Кәлимулла улы Ҡлысов (1890 йылдың 22 ноябренән).

1908 йылдың февралендә Яңғаҙы ауылы йыйылышы мосолман мәхәлләһе Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙе Дед улусы Балыҡлы ауылы кешеһе Ғиҙитдин Хәсәновты имамы итеп һайлай. 1911 йылдың декабрендә Ергән йәмиғ мәсете имамы булған Ғ. Хәсәнов вазифанан баш тартыуы сәбәпле эш башҡарыу туҡтатыла.

1908 йылдың 24 мартында Яңғаҙы мәсетенә имам итеп Рафиҡ ауылынан (Әбдел насир ауыл йәмғиәтен инә) Рамаҙан Әбүзәр улы Сөрөбаев һайлана.

1932 йылға тиклем дини бурыстарҙы Мусин Шәмсимөхәмәт (Тәмәй мулла), Йосопов Зиннәт хажи, Ҡлысов Аралбай Хәсән улы башҡаралар, ә 1932—1933 йылдарҙа Ҡлысов Ғәҙелша Мөхәмәткирәй улы мосолман мәхәлләһе вәкиле була, 1933 йылда ҡулға алына һәм репрессиялана[3].

Халыҡ һаны үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 130 60 70 46,2 53,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Милли составы

Ауылда 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, башлыса түңгәүер ырыуы башҡорттары (99 %) йәшәй[4].

Географик урыны үҙгәртергә

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 35 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ишмөхәмәт): 4 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 57 км

Ауылдың билдәле шәхестәре үҙгәртергә

  • Әбүбәкерова (Тимербулатова) Мәҙинә Мостафа ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1999).
  • Ҡлысов Абрар Мырҙағәриф улы — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1957), СССР ВДНХ-һы лауреаты (1954, 1957, 1964).
  • Ҡлысов Ирнис Әшрәф улы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2004).
  • Ҡлысов Ишбулды Хөрмәт улыч — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар төҙөүсеһе (2005).
  • Рәжәпов Мазһар Кәрим улы — III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры
  • Салихов Салават Кунакбаевич — Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1979).
  • Тимербулатов Азамат Рамаҙан улы — имам-хатип, хажи.
  • Тимербулатов Ғәлимйән Фазылйән улы — отставкалағы полиция майоры, «Газпром» ААЙ-ының Сибай филиалы белгесе.
  • Тимербулатов Зәйнетдин Мостафа улы — Рәсәй Федерацияһының Почётлы башланғыс профессиональ белеме хеҙмәткәре
  • Тимербулатов Рамаҙан Заһит улы — II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
  • Тимербулатов Хәлим Абдрахман улы — Яңғаҙы ауыл Советы рәйесе һәм сәркәтибе.
  • Тимербулатов Шайморат Азамат улы — «Йәш ғаилә — 2010» республика һәм ҡала конкурсында Гран-приға эйә.
  • Теүәлбаев Зиннур Шәйәхмәт улы — Ленин ордены кавалеры (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1976).
  • Шәйәхмәтов Нуретдин Фәтих улы — Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
  • Йәнғазин Морат Хәйбулла улы — «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).
  • Йәнғазин Хәйбулла Аллабирҙе улы — II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985)[3].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. 2,0 2,1 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Яңғаҙы ауылы
  4. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..

Әҙәбиәт үҙгәртергә