Яңы Юлдаш[1][2] (рус. Новоюлдашево) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Ҡыҙыл Гвардия районындағы ауыл. Плешаново ауыл биләмәһе составына инә.

Ауыл
Яңы Юлдаш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ырымбур өлкәһе

Муниципаль район

Ҡыҙыл Гвардия районы (Ырымбур өлкәһе)

Координаталар

52°50′ с. ш. 53°35′ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

56

ОКАТО коды

53 223 824 006

ОКТМО коды

53 623 424 126

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Яңы Юлдаш (Рәсәй)
Яңы Юлдаш
Яңы Юлдаш
Яңы Юлдаш (Ырымбур өлкәһе)
Яңы Юлдаш

Географик урынлашыуы үҙгәртергә

Туҡ йылғаһы буйында урынлашҡан.

Атамаһы үҙгәртергә

Яңы Юлдаш (рус. Новоюлдашево) һәм Кесе Юлдаш (рус. Малоюлдашево) ауылдары халыҡ телендә — Абдулла ауылы. Абдулла ауылының уртаһынан изге шишмә үтә. Ауыл кешеләре бер-береһен аръяҡтар, биръяҡтар тип йөрөтә. Шул аръяҡ менән биръяҡты икегә бүлеп, рус телендә ауылды айырып Новоюлдашево, Малоюлдашево тигән исем биргәндәр.

Тарихы үҙгәртергә

XIX быуатта Иҫке Юлдаш ауылы кешеләре тарафынан нигеҙләнә. Ырымбур губернаһы (1860 йылдан — Һамар губернаһы) Быҙаулыҡ өйәҙе ҡарамағында була. Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 9-сы башҡорт кантонының 31-се йортона ҡарай[3].

Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Туҡ-Соран кантоны составына инә. 1923 йылдан республиканың Бәләбәй кантоны ҡарамағында була. ВЦИК ҡарарына ярашлы 1924 йылдың 21 октябрендә Ҡаҙаҡ АССР-ы составына бирелә. 1934 йылдан — Ырымбур өлкәһе составында.

Халҡы үҙгәртергә

1834 1859 1920[3]
54 361 800
Халыҡ иҫәбе
2010[4]
146

2002 йылғы бөтә Рәсәй йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (94 %) йәшәй[5].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Йосопов Р. М., Әбсәләмова Ю. М. Ырымбур башҡорттары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. Красногаврдейский районы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. 3,0 3,1 История башкирских родов. Табын. Том 28. Ч. 3 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2018. — С. 181-182, 194. — 616 с.
  4. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
  5. Абсалямова Ю. А., Юсупов Р. М. Оренбургские башкиры // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.