Яңы Балапан (рус. Новобалапаново) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 417 кеше[1]. Почта индексы — 453611, ОКАТО коды — 80201813006.

Ауыл
Яңы Балапан
Яңы Балапан
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Әбйәлил районы

Координаталар

53°44′44″ с. ш. 58°45′08″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 201 813 006

ОКТМО коды

80 601 413 126

Яңы Балапан (Рәсәй)
Яңы Балапан
Яңы Балапан
Яңы Балапан (Башҡортостан Республикаһы)
Яңы Балапан


Халыҡ һаны үҙгәртергә

Халыҡ иҫәбе
2002[2]2009[2]2010[3]
384442417
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 100 % тәшкил итә[2].


Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 417 197 220 47,2 52,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны үҙгәртергә

  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 76 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Байым): 9 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мораҡай): 5 км

Урамдары үҙгәртергә

  • Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев урамы (рус. Ишмухамета Мырдакаева (улица))
  • Кайынлы урамы (рус. Каенлы (улица))
  • Ҡужанбәтов урамы (рус. Кужанбетова (улица))
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
  • Муса Мортазин урамы (рус. Мусы Муртазина (улица))
  • Салауат Юлаев урамы (рус. Салавата Юлаева (улица))
  • Саңдүҙәк урамы (рус. Сандузяк (улица))
  • Солтан Боҫҡонов урам (рус. Султана Бускунова (улица))
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))[4]

Тарихы үҙгәртергә

Балапанда V ревизияла 28 ихата була, ул күбәләк ырыуының сағыштырмаса ҙур тораҡ пункттарынан һаналған. 1813 йылда 7 ғаилә — Абҙаҡ, 2 ғаилә — Байым, 7 ғаилә — Туйыш, 1 ғаилә Мәскәү һәм Аслай ауылдарына күсерелә. 1859 йылда 79 йортта 414 кеше йәшәгән. 1920 йылға ҡарата унда 338 кеше һәм 72 ихата булған. 1850 йылдан алып ауыл Иҫке Балапан тип атала. Балапан һәм Йәнекәй ауылдарынан 19 ғаилә Яңы Балапан ауылына нигеҙ һалғанда, бында Балапандың ейәндәре — Мырҙаҡай, Баязит, Иҡсан, Хисаметдин Мәһәҙиевтар күсеп килә. 9 йыл үткәс, һуңғыһында 200 кеше йәшәгән 19 ихата булған. Ауыл 1732—1812 йылдарҙа йәшәгән Балапан Матисовтың исемен йөрөтә.

Йыл һайын йәйләүгә 342 кеше йәшәгән 48 хужалыҡтың 40-ы сыҡҡан. Урҙа, Һарбай йылға, Ҡыҙыл һәм Батҡыл йылғалары буйлап күсеп йөрөйҙәр. Яңы Балапан ауылы халҡы бының өсөн Нияз, Ҡараһаҙ, Кесе Ҡыҙыл йылғалары бассейндарын һайлай. 40-сы йылдарҙа Балапан ауылының 250 аты, 200 һыйыры, 400 һарығы, 50 кәзәһе булған. Ауылдың төп өлөшө 725-әр бот яҙғы иген сәскән, шул иҫәптән Әбдрәхим Боҫтанов, Яҡуп Ҡудашев, Йәнсәйет Дуланов 100-әр бот сәскән[5][6].

Тағы уҡығыҙ:Балапан[7]

Сайттарҙа үҙгәртергә

Матбуғатта үҙгәртергә

Аралар үҙгәртергә

Видеояҙмалар үҙгәртергә

  1. YouTube сайтында Видео Бессмертный полк деревни Новобалапаново

Халыҡ ижады үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә