.

Яңалиф менән яҙылған башҡортса текст
Файл:Crimea propaganda.png
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Ҡырымтатар телендә нацизм пропагандаһы яҙыуы – ғәрәп әлифбаһы һәм яңалиф менән яҙылған.

Яңалиф (яңы əлифба һүҙҙәренән ҡыҫҡартыу; рәсми совет матбуғатында - Новый тюркский алфавит) — Советтар Союзының бар төрки телдәре өсөн (шулай уҡ ҡайһы бер Төньяҡ Кавказ телдәре, монгол теле һәм был осорҙа бойондороҡһоҙ дәүләтле тыва теле өсөн) 1928-1940 йылда ҡулланылған латин яҙмаһына нигеҙләнгән алфавит. 1920-1930 йылдарҙа Совет власы илдең аҙсылыҡ телдәрен латин әлифбаһына күсереүгә йүнәлтелгән сара алып барҙы. Тәүҙә (1921) күрше төрөк теленән үрнәк алып, латин әлифбаһына әзербайжан теле күсте; тиҙҙән быға өс Төньяҡ Кавказ теле - осетин, ингуш һәм балҡар теле ҡушылды. 1926 йылдың мартында Баҡыла үткән тюркология съезында төрки халыҡтар вәкилдәре ошо тәжрибәне өйрәнеп, уны башҡа телдәргә лә киңәйтеү файҙалы булыр, тип тапты. Махсус ойошторолған Яңалиф комитеты 1927 йылда ҡайтанан Баҡыла йыйылып, бар төрки телдәр өсөн латин яҙмаһында нигеҙләнгән яңы әлифбаны ҡабул итте. Яңы "Дөйөм төрки әлифба" 34 хәрефтән торған; айырым төрки телдәр өсөн (шул иҫәптән башҡорт теле өсөн дә) кәрәкле осраҡта өҫтәлмә хәрефтәр индерелгән. Яңалиф 1928 йылда СССР-ҙың бөтә төрки телдәре өсөн рәсми рәүештә индерелә. 1930 йылдарҙа Төркиә менән Советтар Союзының мөнәсәбәттәре шаҡтай насарайғас, яңалиф ашығыс рәүештә кирилл әлифбаһына нигеҙләнгән яңы алфавиттарға күсерелә. Хәҙерге ваҡытта яңалиф ҡулланыуҙан сыҡҡан. Яңалифтың 34 хәрефенең туғыҙы һуҙынҡы өндәрҙе билдәләй; береһе - тамаҡ төбө ҡымтыу өнө өсөн (башҡортса Ҡөрьән, тәьҫир һүҙҙәрендә һымаҡ) ҡулланылған апостроф ('). Сит телдәрҙән алынған исемдәрҙә өҫтәлмә хәрефтәр ҡуллынылыуы ла ихтимал булған.

Башҡорт яңалифы үҙгәртергә

A a B ʙ C c Ş ş D d Đ đ Ə ə
F f G g Ƣ ƣ H h I i K k L l
M m N n Ŋ ŋ O o Ɵ ɵ P p Q q
R r S s T t Ѣ ѣ U u У y V v
X x Z z Ƶ ƶ Ь ь E e
 
Башҡорт яңалифында Ҙҙ хәрефе.
 
Башҡорт яңалифында Ҫҫ хәрефе.

Башҡорт яңалифы дөйөм яңы төрки әлифбаһына нигеҙләнеп, үҙенсәлекле өндәр өсөн ике өҫтәлмә хәреф индергән. 1930-сы йылдарҙа күп башҡорттар яңалиф нигеҙендә уҡырға-яҙырға өйрәнә. Бөйөк Ватан һуғышына киткән башҡорт ир-атының күпселеге туған-ырыуҙарына хаттарын был алфавитта яҙған; ошо осорҙа ситкә күскән башҡорттар 19501960 йылдарҙа ла яңалиф менән яҙыуы билдәле. 1940 йылда башҡорт теле хәҙерге кириллица нигеҙле алфавитҡа күсерелә.