Яҡупов Мансур Ҡалтай улы

рәссам, скульптор

Яҡупов Мансур Ҡалтай улы (17 сентябрь 1939 йыл — 27 сентябрь 1973 йыл) — башҡорт биҙәү-ғәмәли сәнғәт рәссамы, скульптор. 1965 йылдан РСФСР Художество фондының Башҡортостан бүлексәһе рәссамы. 1968 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (1969).

Яҡупов Мансур Ҡалтай улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 17 сентябрь 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Новоурусовка[d], Красноярский район[d], Астраханский округ[d], Волгоград өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 27 сентябрь 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (34 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө рәссам
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Мансур Ҡалтай улы Яҡупов 1939 йылдың 17 сентябрендә Сталинград өлкәһенең Новоурусовка ауылында тыуа.

1962 йылда Мәскәү өлкәһенең Хотьково ҡалаһындағы В. М. Васнецов исемендәге Абрамцево сәнғәт-сәнәғәт училищеһының керамика бүлеген тамамлай. Училищены тамамлағандан һуң Пенза ҡалаһында эшләй .

1965 йылдан алып РСФСР Сәнғәт фондының Башҡортостан бүлексәһендә рәссам булып эшләй .

Башкортостандың биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлкәһендә скульптура, тимер сүкеү буйынса иң беренселәрҙән булып эшләй. Өфөләге «Башҡортостан» рестораны, «Моторостроитель» мәҙәниәт һарайы, «Башҡортостан» сауҙа-күңел асыу комплексы биналарын биҙәй

Мансур Ҡалтай улы Яҡуповтың эштәре Өфөнөң М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында һаҡлана.

Эштәре үҙгәртергә

Нәфис керамика: «Легенда» монументаль панноһы, 1965; «Онотолмаған», «Быуат», икеһе лә — 1966; "Шүрәле"гә яҡтыртҡыстар һәм битлектәр, яҡынса 1972; «Бәләкәй буденовсы», «Икмәк-тоҙ» сувенир һындары.

Скульптура: «Әкиәтсе», «Тормош тәгәрмәсе», «Ҡарт яугир», «Ҡыҙыл ат», «Башҡорт башы», «Ассоль» (1960—1970) — барыһы ла ағастан эшләнгән.

Сүкелгән тимер: «Башҡортостан улдары», «Ҡымыҙ», икеһе лә — 1966; «Уралда», «Башҡорт бесән сабыусылары», триптих «Вьетнам» (1960—1970).

Күргәҙмәләре үҙгәртергә

1965 йылдан алып Яҡупов Мансур Ҡалтай улының эштәре илебеҙҙең төрлө күргәҙмәләрендә, 1970 йылда — халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә күрһәтелә.

Шәхси күргәҙмәһе — Өфө (1969).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Ғәлимов Сәләм исемендәге премия (1969).

Ҡыҙыҡлы факттар үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Башкирская энциклопедия. т. 7. — УФа, 2007.
  • БСЭ, т. 3, раздел «Башкирская АССР». Изд. «Советская энциклопедия». — Москва, 1970.
  • Г. С. Кушнеровская: Изобразительное искусство Башкирской АССР. Изд. «Советский художник». — Москва, 1974.
  • Скульптура Башкортостана: кат. 1 й респ. выст. / авт.-сост. И. Н. Оськина. Уфа, 1996; Профессиональное декоративно прикладное искусство Башкортостана: кат. 1 й респ. выст. / авт. сост. С. В. Евсеева. — Уфа, 1997.
  • Нехорошев Ю. Образы Башкирии //Творчество, − 12, 1969; М. Якубов: Буклет. Авт.-сост. А. Г. Янбухтина. — Уфа, 1969.

Һылтанмалар үҙгәртергә