Яҡтыкүл (археологик ҡомартҡы)

Яҡтыкүл (рус. Банное) — энеолит-таш быуаттар заманындағы Башҡортостанда урынлашҡан археологик ҡомартҡылар комплексы. Беҙҙең эраға тиклемге 400—100 меңенсе — 3 меңенсе йылдар менән билдәләнә.

Урынлашҡан урыны үҙгәртергә

Таш быуаттар заманындағы археологик ҡомартҡылар комплексы Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Күсем руднигы ауылы эргәһендәге Яҡтыкүл буйында урынлашҡан. Урта быуаттар дәүере комплекста ҡараяҡуп керамикаһы табылдыҡтары менән күрһәтелгән.

Ҡаҙыу эштәре тарихы үҙгәртергә

Комплекс 1961 йылда асыла. Г. Н. Матюшин тарафынан 1961—1989 йылдарҙа тикшерелә. 50 туҡталҡанан, шул иҫәптән, Банное IV, Банное V (Яҡтыкүл), Банное VI (Күсем) һәм Банное Vа (Березки) тора.

Банное IV — энеолит туҡталҡаһы (Яҡтыкүлдең көнбайыш яры, «Яҡтыкүл» шифаханаһының көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан). 1967, 1979 йылдарҙа тикшерелгән. 63 м² асылған.

Суртанды мәҙәниәте керамикаһы, таштан һалынған усаҡ, ике яҡлап эшкәртелгән әйберҙәр һәм ярсыҡтар табылған.

Банное V (Яҡтыкүл) — мезолит туҡталҡаһы (күлдең төньяҡ-көнсығыш яры, ауылдан көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 1,5 километр). 1972, 1975 йылдарҙа өйрәнелә. 571 м² асылған.

Түңәрәк формалағы 3 торлаҡ табыла, шуларҙың береһендә таштан һалынған усаҡ урыны һаҡланған. Йәнгел мәҙәниәтенең геометрик микролиттары, бысаҡҡа оҡшаған яҫмалар табыла.

Банное VI (Күсем) — мезолит-энеолит туҡталҡаһы (күлдең төньяҡ яры, ауылдан көньяҡ-көнсығышҡа табан 1 километр). 1972, 1976 йылдарҙа тикшерелгән. 240 м² асылған. Түбәнге ҡатламдарында йәнгел мәҙәниәтенең бысаҡҡа оҡшаған яҫмалары, өҫкө ҡатламдарында — ике яҡтан да эшкәртелгән ҡоралдар, суртанды мәҙәниәтенең ҡырғыстары һәм керамикалары (тальк, слюд, ҡом ҡатнашмалы балсыҡтан эшләнгән, тулҡынлы мөһөр эҙҙәре менән биҙәлгән).

Банное Vа (Берёзки) — күп ҡатламлы неолита-энеолит туҡталҡаһы (күлдең төньяҡ-көнсығыш яры, «Яҡтыкүл» шифаханаһы биләмәһендә). 1972, 1975—1976 йылдарҙа тикшерелгән. 500 м² асыла.

Диуары булған 5 ер аҫты ярым торлаҡтары табыла, улар эре таштарҙан һәм яҫмаларҙан һалынған. Суртанды мәҙәниәте керамик һауыт-һабалары (түңәрәк төплө, ситкә бөгөлөп торған тажлы, өҫтө тулыһынса өҙөк-өҙөк һыҙыҡтар, ромбтар, өсмөйөштәр менән биҙәлгән, улар тальк, шамот, ҡабырсаҡ ҡушылмалы балсыҡтан эшләнгән).

Таштан (йөк тейәгес, ҡыҫҡа һаплы һөңгөләр, сүкештәр, уҡ остары, бысаҡтар, ҡырғыстар, «үтектәр» һ.б.) һәм баҡырҙың саф бөртөктәренән (доллото, энәләр, бысаҡтар, ҡойолмалар, беҙҙәр) эщләнгән әйберҙәр һәм хайуан һөйәктәре (аттарҙың, эре малдың һәм ваҡ малдың, мышының) табыла. Яҡтыкүл (Банное) буйынса материалдар РФА Археология институты (Мәскәү фондында һаҡлана).

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Матюшин Г. Н. Мезолит Южного Урала. М., 1976; его же. Энеолит Южного Урала. М., 1982.
  • Котов В. Г., Савельев Н. С. Разведочные работы на озёрах Якты-Куль (Банное) и Сабакты в Башкирском Зауралье // Археологические открытия 2005 г. — М., 2007. С.377 — 381.

Һылтанмалар үҙгәртергә