Яуын (Ҡыйғы районы)

Яуын (рус. Ягуново) — Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы ауыл. Ибрай ауыл Советы составында. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 176 кеше[2]. Почта индексы — 452503, ОКАТО коды — 80236830005.

Ауыл
Ягуново
башҡ. Яуын
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ҡыйғы районы

Ауыл биләмәһе

Ибрай ауыл Советы

Координаталар

55°15′56″ с. ш. 58°31′35″ в. д.HGЯO

Халҡы

176[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452503

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 236 830 005

ОКТМО коды

80 636 430 121

Ягуново (Рәсәй)
Ягуново
Ягуново
Яуын (Ҡыйғы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Ягуново

Географик урыны үҙгәртергә

  • Район үҙәгенә тиклем (Үрге Ҡыйғы): 29 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ибрай): 13 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һилейә): 72 км

Яуын ауылы Әй йылғаһы буйында, район үҙәге Үрге Ҡыйғы ауылынан көньяҡҡа 29 километрҙа һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа 72 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарихы үҙгәртергә

Яуын ауылына XVIII быуаттың уртаһында Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Шулай уҡ Сыуаш (Чувашево) тип тә билдәләнгән. Атамаһы Тырнаҡлы улусы старшинаһы Пугачёв етәкселегендәге 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡан Яуын Сыуашевтың бер аҙ боҙолоп яҙылған исеменән алынған.

Яуындың улы Фәйзулла Яуынов 1816 йылда 51 йәштә булған, Фәйзулланың улы — Ейәнгилде (Жейәнгилде).

1795 йылда 9 йортта 37 кеше йәшәгән (9 ғына йорт булыуы ауылға яңы нигеҙ һалынғанын раҫлай.

1816 йылда — 15 йортта 77 кеше, 1834 йылда — 27 хужалыҡта 148 кеше, 1859 йылда 20 йортта 163 кеше йәшәгән.

1834 йылда башҡорттар араһында 4 ҡаҙаҡ булған. XIX быуат аҙағында улар ауылдың бер осонда 2 йортта 14 кеше йәшәгән.

Игенселек менән шөғөлләнгәндәр: 1842 йылда 129 кешегә 25 сирек ужым һәм 122 сирек яҙғы иген сәселгән[4].

Ҡолбаҡ, Күлбай (Лапаҫ), Әбдрәзәҡ, Шүләм ауылы башҡорттары йәйләүҙәргә сыҡҡан, ә ҡалған ауылдарҙың күсеп йөрөү урындары булмаған.

Биләмә берәмектәренә инеүе үҙгәртергә

Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 Тырнаҡлы улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 8-се йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1834 8-се йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1847 8-се йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1859 8-се йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1895 Иҫке Балаҡатай улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй Империяһы
1920 Дыуан-Ҡошсо улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан)   РСФСР
1926 Үрге Ҡыйғы улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы   СССР
1935 Ибрай ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1941 Ибрай ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1990 Ибрай ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡортостан Республикаһы   Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше үҙгәртергә

1865 йылда 32 йортта — 182 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған.

1870 йылда — 39 йортта 182 кеше йәшәгән.

1895 йылда Яуын ауылында 1-әр елгәргес һәм һуҡҡыс булған. Малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр: 28 йортҡа 107 ат, 99 һыйыр, 86 һарыҡ, 78 кәзә аҫыралған. Шулай уҡ умартасылыҡ һәм солоҡсолоҡ үҫешкән булған: 29 умарта һәм 49 солоҡ.

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше үҙгәртергә

1920 йылда Яуында — 54 йортта 237 кеше донъя көткән.

XX быуаттың 30‑сы йылдарынан Яуын ауылы хәҙерге исеме менән атала[4].

Әлеге ваҡытта Яуын ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар[3].

Халыҡ һаны үҙгәртергә

Яуын ауылында башҡорттар йәшәй.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл 216
1920 йыл 26 август 237
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 241
1959 йыл 15 ғинуар 249
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 160
2002 йыл 9 октябрь 167
2010 йыл 14 октябрь 176 95 81 54,0 46,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле кешеләре үҙгәртергә

Хәтер үҙгәртергә

Урамдары үҙгәртергә

  • Әй урамы (рус.  Айская (улица)
  • Ялан урамы (рус.  Полевая (улица)
  • Биктимеров урамы (рус.  Биктимирова (улица)
  • М. Хәлил урамы — (рус.  М. Халиля (улица)
  • Яңы урам — (рус.  Новая (улица)[6]

Тирә-яҡ мөхит үҙгәртергә

Ер-һыу атамалары

Тауҙар: Күҫтәр, Сисәкәй, Тирмән, Янбулат, Олотау, Остоҡай

Йылғалар: Әй

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә