Яубүләк (Салауат районы)

Яубүләк (рус. Яубуляково) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл. Арҡауыл ауыл советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 26 кеше[1]. Почта индексы — 452493, ОКАТО коды — 80247810006[2].

Ауыл
Яубүләк
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Салауат районы

Координаталар

55°22′20″ с. ш. 57°57′26″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 247 810 006

ОКТМО коды

80 647 410 121

Яубүләк (Рәсәй)
Яубүләк
Яубүләк
Яубүләк (Салауат районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Яубүләк

Географик урыны үҙгәртергә

  • Район үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 30 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Арҡауыл): 6 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Кропачево): 61 км

Тарихы үҙгәртергә

1795 йылғы V йәниҫәп уҙғарғанда икенсе Бишәүҙәр ауылы йәғни Яубүләк ауылы билдәле булмаған. Ауылдың ике атамаһы туғандары менән Бишәүҙәр ауылынан күскән Яубүләковтар утары булғанына күрһәтә[3].

Биләмә берәмектәренә инеүе үҙгәртергә

Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Мырҙалар улусы Өфө өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 Мырҙалар улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы   РСФСР
1926 Мырҙалар улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы   СССР
1935 Мырҙалар-Мәсетле ауыл советы Малаяҙ районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1941 Арҡауыл ауыл советы Салауат районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1990 Арҡауыл ауыл советы Салауат районы Башҡортостан Республикаһы   Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше үҙгәртергә

Яңы ауыл бик аҡрын үҫкән.

1816 йылда ул 15 ир-ат һәм 16 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән 6 хужалыҡтан торған. Улар араһында Яубүләктең улы - 45 йәшлек поход старшинаһы Яугилде Яубүләков (уның улдары Ишбулды, Уразбай, Уразмәт, Төхвәтулла), уның туғанының улы Ишмөхәмәт Сәғитов һәм һирәк осрай торған исемле башҡа кешеләр - Килдеш Борханов, Шаршан Бултаҡаев, Балтай Туйсин(уның улдары - Рәхмәтулла, Хужиәхмәт), Өмбәкәй Абдуллин (уның улдары- Дауыт, Ғүмәр) булған.

1834 йылдағы VIII рәүиздән алып ауылдың атамаһы Яубүләк булған. Ул Йүрүҙән йылғаһының һул ярында, Арҡауылдан 2 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Ауылдың төп ер биләмәһе бер участкала, туғай һәм урман - дөйөм ҡулланышта булған. Һөрөнтө ерҙәре Ҡаратау янында ятҡан. Игенселектең өс баҫыу әйләнеше өҫтөнлөк итмәгән булған. Ерҙе 2-3 ат һабандары менән һөргәндәр.

1842 йылда 59 кеше 17 сирек ужым, 91 сирек яҙғы ашлыҡ сәскән. Бер нисә хужалыҡ 3 сирек картуф сәскән. Йәшелсә баҡсалары ла булған.

1859 йылда Яубүләктең 13 хужалығында 50 кеше иҫәпкә алынған[4].

Ауылдың XX быуаттағы үҫеше үҙгәртергә

1920 йылда Яубүләк ауылындағы 17 хужалыҡта 93 кеше йәшәгән[5].

Халыҡ һаны үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 26 13 13 50,0 50,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Урамдары үҙгәртергә

Ер-һыу атамалары үҙгәртергә

Тауҙар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

Билдәле шәхестәр үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ: Мырҙалар ырыуы үҙгәртергә

Ҡушаматтар үҙгәртергә

Яубүләк һәм яубүләктәр тураһында ваҡытлы матбуғат үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 113-114 с. – 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә