Яр ашалыу — (ингл. Meander scar, рус. Грива (форма рельефа)) - бормалы йылға йырҙаларының яры ашалыу арҡаһында барлыҡҡа килгән геологик үҙенсәлек[1]. Ағым бөгөлдө дуғаландырып өңөп инә, ярын йыуа. Улар йыш ҡына үле йылғалар үҙәндәрендә барлыҡҡа килә[2]. Йыуылған ярҙарҙың сағыштырмаса бейеклеге бер нисә дециметрҙан алып бер нисә метрға тиклем тирбәлә.

Яр ашалыу
Рәсем
Башҡортостан, Белорет районы Асы ауылындағы Тоҙ йылғаһының ашалған ярҙары
Үҫемлектәр менән ҡапланған Ҡаратал ярлауы

Яр ашалыу йылға ағымы тиҙлеге үҙгәреп тороу арҡаһында килеп сыға. Йылға бөгөлө яғына ағым көслөрәк бәрелә һәм эрозияға килтерә, ярлауҙар барлыҡҡа килә.

Ҡайһы бер еүеш урындарында ташылдыҡтар тула-тула яр һаҙмыртлана, һаҙ үләндәре үҫә башлай йәки үле йылға һаҙлыҡҡа әүерелергә мөмкин.

Ярлауҙар йылға йырҙаһының һөҙәк ярына аллюзийҙың яңы порциялары даими рәүештә өҫтәлеп барыу арҡаһында формалаша. Ваҡыт үтеү менән, бөгөлдәр ҙурая барған һайын, йырҙа ярының элекке һикәлтәһе «йырағая» тора, ташҡын ваҡытында ғына һыу аҫтында ҡала һәм ярлауға әүерелә. Ярлауҙы үҫемлек баҫа, ул ағымдарҙы әкренәйтә, был үҙе яңы яңы ваҡ ташылдыҡтар килеүе өсөн шарттар тыуҙыра.[3] Артабан ярлау күтәрелеүе ташҡында эрерәк ташылдыҡтар ҡалыуына һәм башта үҙән уртаһында, ә артабан бөтөнләйе менән үҙәндең үрге өлөшөнә етеп берегергә ярҙам итә[4].

Иҫкәрмә үҙгәртергә

  1. Тимофеев Д. А. Терминология флювиальной геоморфологии / Геоморфологическая комиссия АН СССР, Институт географии РАН ; отв. ред. С. С. Коржуев. — М. : Наука, 1981. — С. 30. — 270 с. — (Материалы по геоморфологической терминологии). — 950 экз.
  2. Ҡалып:Геологический словарь
  3. Рычагов Г. И. Общая геоморфология. — М. : Изд-во МГУ, 2006.
  4. Щукин, И. С. Общая геоморфология. Том 1. — Москва, 1960.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Чалов Р.С., Завадский А.С., Панин А.В. Речные излучины. Научный редактор Р.С. Чалов. М.: изд-во МГУ. 2004 г. 371 с. илл.
  • Энциклопедический словарь по географии , MS Rao, 2005, ISBN 81-7488-154-9 , стр. 745 на англ.)