Ямалиев Памир Камалетдин улы

биатлонсы, тренер

Ямалиев Памир Камалетдин улы (26 май 1942 йыл — 27 март 1999 йыл) — СССР һәм Рәсәй биатлонсыһы, тренер. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1994), биатлон буйынса спорт мастеры (1969).

Ямалиев Памир Камалетдин улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 26 май 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Тыуған урыны Ташауыл ауылы, Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 27 март 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (56 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Яман шеш
Һөнәр төрө тренер
Уҡыу йорто П. Ф. Лесгафт исемендәге Физик культура, спорт һәм сәләмәтлек милли дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
заслуженный тренер России

Биографияһы үҙгәртергә

Памир Камалетдин улы Ямалиев 1942 йылдың 26 майында Башҡорт АССР-ының Салауат районы Ташауыл ауылында тыуған.

Юғары белемле, П. Ф. Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура институтын тамамлай (1976). Халыҡ-ара класлы 2 спорт мастерын, 30 спорт мастерын тәрбиәләгән. Улар араһында Европа чемпионы, 2 тапҡыр Бөтә донъя универсиадаһы чемпионы Павел Мөслимов, 2 тапҡыр СССР чемпионы Любовь Дюпина, СССР спорт мастеры (1979) һәм биатлон буйынса халыҡ-ара категориялы судья (2003)[3], Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1999) Альберт Сафаров.

1974 йылдан алып Н. Ф. Гастелло исемендәге спорт клубы тренеры, бер үк ваҡытта 1986 йылдан алып — биатлон буйынса Олимпия резервы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе һәм Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһының өлкән тренеры.

1999 йылдың 27 мартында яман шеш ауырыуынан Өфө ҡалаһында вафат була.

Өфөлә 2002 йылдан башлап йыл һайын, тренер Памир Ямалиев иҫтәлегенә арналған, «Памир Ямалиев призына» Бөтә Рәсәй асыҡ ярыштары үткәрелә, (Памир Ямалиев иҫтәлегенә биатлон буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары[1]).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә