Ялан кантоны (рус. Яланский кантон) — Башҡортостан автономияһы (1919 йылдан —Башҡортостан АССР-ы) кантоны.

Ялан кантоны
Ялан кантоны
Ил Башҡортостан автономияһы

Башҡортостан АССР-ы

Үҙәге Тәңрекүл ауылы
Ойошторолған 1919
Майҙаны 4 621 км²
Халҡы 40 921 кеше (1920)
Рәсми телдәр башҡорт теле

Административ үҙәге — Тәңрекүл ауылы, 1922 йылдың 7 мартынан — Парамоново ауылы.

Тарихы үҙгәртергә

1917 йылдың декабрендә III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайы «Башҡортостандың автономиялы идараһы тураһында» ҡарарын ҡабул итә, уға ярашлы Башҡортостан мөхтәриәте туғыҙ кантондан тора: Барын-Табын, Бөрйән-Түңгәүер, Ете ырыу, Иҫкен-Ҡатай (аҙаҡ Ялан кантоны тип үҙгәртелә), Ҡыпсаҡ, Ҡыуаҡан, Тамъян, Туҡ-Соран һәм Үҫәргән[1][2]. 1919 йылдың башына ҡарата Башҡортостан мөхтәриәте 13 кантондан тора: Арғаяш, Бөрйән-Түңгәүер, Дыуан, Ете ырыу, Көҙәй, Ҡошсо, Ҡыпсаҡ, Табын, Тамъян-Ҡатай, Туҡ-Соран, Үҫәргән, Юрматы һәм Ялан[3].

1919 йылдың 20 мартындағы «Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт совет автономияһы тураһында килешеү»гә ярашлы республика территорияһы 13 кантондан тора, уның араһында Ялан кантоны ла була.

1922 йылда кантон бөтөрөлә, уның территорияһы Урал өлкәһе Һарт-Ҡалмаҡ һәм Ҡатай (хәҙерге Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районы һәм Әлмән районы) административ райондары составына инә.

 
Башҡортостан кантондары, 1920

Халҡы үҙгәртергә

1920 йылда — 40 921 кеше.

География үҙгәртергә

Майҙаны — 4 621 км² (1922). Силәбе өйәҙе менән сиктәш була.

Кантон башҡармаһы (ревкомы) рәйестәре үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 128. — 468 с.
  2. Әсфәндиәров Ә. З. Кантон // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — С. 72. — 304 с.

Һылтанмалар үҙгәртергә