Яйыҡ (Ҡыҙыл Гвардия районы)

Яйыҡ (рус. Яиково) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Ҡыҙыл Гвардия районындағы ауыл. Пролетарка ауыл биләмәһе составына инә.

Ауыл
Яйыҡ
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ырымбур өлкәһе

Муниципаль район

Ҡыҙыл Гвардия районы (Ырымбур өлкәһе)

Координаталар

52°52′ с. ш. 53°19′ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

56

ОКАТО коды

53 223 831 006

ОКТМО коды

53 623 431 121

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Яйыҡ (Рәсәй)
Яйыҡ
Яйыҡ
Яйыҡ (Ҡыҙыл Гвардия районы) (Ырымбур өлкәһе)
Яйыҡ

Географик урынлашыуы үҙгәртергә

Туҡ йылғаһы буйында урынлашҡан.

Тарихы үҙгәртергә

Тәүге тапҡыр 1786 йылда телгә алына[1]. Ырымбур губернаһы (1860 йылдан — Һамар губернаһы) Быҙаулыҡ өйәҙе Йомран-Табын улусы ҡарамағында була[1]. Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 9-сы башҡорт кантонының 35-се йортона керә. 1920 йылда Үрге Яйыҡ (421 кеше) һәм Түбәнге Яйыҡ (263 кеше) ауылдары теркәлә[2].

Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Туҡ-Соран кантоны составына инә. 1923 йылдан республиканың Бәләбәй кантоны ҡарамағында була. ВЦИК ҡарарына ярашлы 1924 йылдың 21 октябрендә Ҡаҙаҡ АССР-ы составына бирелә. 1934 йылдан — Ырымбур өлкәһе составында.

Халҡы үҙгәртергә

1795 1834 1859 1900 1920[2][1]
181 404 502 509 421
Халыҡ иҫәбе
2005[3]2006[3]2007[3]2008[3]2009[3]2010[4]2011[3]
219218202213212194207

2002 йылғы бөтә Рәсәй йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (94 %) йәшәй[5].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Населённые пункты оренбургских башкир, входившие в Оренбургскую губернию (с населением свыше 100 человек в 1866 году // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2013—2017.
  2. 2,0 2,1 История башкирских родов. Табын. Том 28. Ч. 3 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2018. — С. 183-185, 194. — 616 с.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Сведения по населению Пролетарского сельсовета в динамике с 2005 по 2011 годы. Дата обращения: 17 ғинуар 2015. Архивировано 17 ғинуар 2015 года.
  4. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
  5. Абсалямова Ю. А., Юсупов Р. М. Оренбургские башкиры // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.

Һылтанмалар үҙгәртергә