Юныс үҙәге (Yunus Centre) — Даккала (Бангладеш) урынлашҡан аналитик үҙәк. 2006 йылда Нобель тыныслыҡ премияһы лауреаты Мөхәммәт Юныс тарафынан фәҡирлекте кәметеү өлкәһендә социаль эшҡыуарлыҡ менән бәйле проблемаларҙы хәл итеү, шулай уҡ профессор Юныстың идеяларын таратыу маҡсатында ойошторола. Үҙәктең башҡарма директоры — Ламия Моршед[1][2][3].

Юныс үҙәге
ингл. Yunus Centre
Адресы

Дакка, Бангладеш

Етәкселәре

Ламия Моршед

Нигеҙләнгән
Нигеҙләнгән ваҡыты

2006

Бөтөрөлгән
-
Сайт

www.yunuscentre.org

Юныс үҙәге урынлашҡан «Grameen Bank» штаб-фатиры

Тарихы үҙгәртергә

2006 йылда Мөхәммәт Юныс һәм уның «Grameen Bankы» Нобелдең тыныслыҡ премияһына лайыҡ булғас, профессорҙың шәхси офисы асыла («Юныстың секретариаты»). Ул Юныстың идеяларын һәм бизнес-философияһын тарата, социаль эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләүселәр өсөн универсаль мәғлүмәт майҙансығына әүерелә. 2008 йылдың июлендә «Юныс секретариаты» рәсми рәүештә Юныс үҙәге тип атала башлай[1]. 2009 йылдың ғинуарында Юныс үҙәге һәм «CR» немец консалтинг компанияһы «Grameen Creative Lab»ты нигеҙләй[4].

Бурыстар һәм проекттар үҙгәртергә

Юныс үҙәге Мең йыллыҡтың үҫеш маҡсаттары сиктәрендә яңы социаль проекттарҙы үҫтерә, яңы социаль стартаптарға ярҙам итә, партнёрҙар таба һәм социаль эшҡыуарлыҡтың ниндәй ҙә булһа бер өлкәһендәге уртаҡ фекерле кешеләрҙе берләштерә. Үҙәк шулай уҡ квартал һайын социаль бизнес өлкәһендәге яңы эшкәртмәләр тураһында белешмә бюллетене сығара, һәр кем ала алырлыҡ сифатлы тауарҙар һәм хеҙмәттәр тураһында фәҡирлектә йәшәгәндәрҙе мөмкин тиклем киңерәк мәғлүм итеү сараһын күрә. Юныс үҙәге һәм «Grameen Healthcare Trust» булышлығы менән Бангладешта социаль эшҡыуарлыҡҡа BASF, Danone[5][6][7][8], Intel[9] һәм Veolia кеүек халыҡ-ара корпорациялар инвестициялар һала[10].

2009 йылда Юныс үҙәге менән «Grameen Creative Lab» Социаль бизнестың глобаль саммитын ойошторҙо. 2014 йылда Юныс үҙәге «Яңы эшҡыуарлыҡ проекты» аша 385 төрлө проектты финансланы.

Гарвард университеты, Боккони университеты, Флоренция университеты, Макгилл университеты, Каледония университеты, Салфорд университеты (Ҙур Манчестер) һәм Азия технологик институты (Патхумтхани) менән хеҙмәттәшлектә Юныс үҙәге социаль эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәренә өйрәтеү өсөн уҡыу әсбаптары эшләй.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 The Yunus Centre (ингл.). To Catch A Dollar: Muhammad Yunus Banks on America. Дата обращения: 28 апрель 2015. 2015 йыл 10 октябрь архивланған. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «autogenerated1» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  2. About Us (ингл.). YunusCentre. Дата обращения: 28 апрель 2015. 2015 йыл 15 апрель архивланған.
  3. Интервью - Мухаммад Юнус, лауреат Нобелевской премии мира. Ведомости. Дата обращения: 28 апрель 2015.
  4. History of The Grameen Creative Lab (ингл.). Grameen Creative Lab. Дата обращения: 28 апрель 2015. 2015 йыл 18 апрель архивланған.
  5. Social Business - a new business idea from Bangladesh (ингл.). German Embassy Dhaka. Дата обращения: 28 апрель 2015. 2016 йыл 5 декабрь архивланған.
  6. BASF invests in Social Business in Bangladesh (ингл.). German Embassy Dhaka. Дата обращения: 28 апрель 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
  7. BASF Grameen (ингл.). YunusCentre. Дата обращения: 28 апрель 2015. 2015 йыл 8 апрель архивланған.
  8. Grameen Danone (ингл.). YunusCentre. Дата обращения: 28 апрель 2015. 2015 йыл 8 апрель архивланған.
  9. Grameen Intel (ингл.). YunusCentre. Дата обращения: 28 апрель 2015. 2015 йыл 16 апрель архивланған.
  10. Grameen Veolia (ингл.). YunusCentre. Дата обращения: 28 апрель 2015. 2015 йыл 7 апрель архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә