Юнай

Башҡортостандың Ейәнсура районы тораҡ пункты

Юнай (рус. Юнаево) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Юнай ауылы Үтәғол ауыл Советына ҡарай[2]. Почта индексы — 453394, ОКАТО коды — 80226840005.

Ауыл
Юнай
рус. Юнаево
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Муниципаль район

Ейәнсура

Ауыл Советы

Үтәғол

Координаталар

51°43′51″ с. ш. 57°04′12″ в. д.HGЯO

Халҡы

183[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453394

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 226 840 005

ОКТМО коды

80 626 440 116

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Юнай (Рәсәй)
Юнай
Юнай
Юнай (Башҡортостан Республикаһы)
Юнай

Тарихы үҙгәртергә

Үҫәргән башҡорто Нәҙерғәле Хәсән улы Аҡъюловтың яҙыуына ҡарағанда, Үҫәргәндең ике улы Болоҡ менән Таймаҫ урыҫ батшаһы Иван III (1425—1505) хакимлыҡ иткән осорҙа йәшәгән. Таймаҫтың ете улы булған: Шишәй, Бишәй, Аҫҡаҡ, Ҡунаҡ, Абаҙа, Сураш һәм Ҡыҙрас. Шишәй менән Бишәй хәҙерге Хәйбулла районы ауылдарын нигеҙләй. Аҫҡаҡтың улдары Бикбау, Үтәғол, Ҡыуат, Буранғол (Ырымбур өлкәһендә) ауылдарына нигеҙ һала. Ҡунаҡтың улдары Тирәкле, Сиреғол ауылдарында йәшәй. Абаҙа улдары Ҡаҙанболаҡ, Аҡбулат, Ергәйеш, Һунарсы, Сәңкем ауылдарында төпләнгән. Сураштың нәҫеле Абҙан, Юлдаш, дүрт Муйнаҡ ауылына, ә Сураштың Ейәнсура тигән улы Яңыбай, Юнай, Юлдыбай, Әлебай, Ғәббәс ауылдарына нигеҙ һалған. Ҡыҙрас улдары Аҫҡар, Таҙлар, Аҡҡондоҙ, Үрген, Ҡужанаҡ, Кинйәбулат ауылдарына төйәкләнгән[3] Ауыл 1765 йылдан алып билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме менән аталған, уның улы Шоңҡар Юнаев билдәле. 1795 йылда 5 йортта 36 кеше йәшәгән, 1866 йылда 46 йортта — 286 кеше. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. 1900 йылда мәсет, һыу тирмәне теркәлгән[4][5].

Юнай ауылында фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар[6].

Халыҡ һаны үҙгәртергә

1900 йылда — 260 кеше, 1920 йылда 416 кеше иҫәпләнгән.[6]. 2009 йылда 232 кеше тәшкил иткән[3]

Йыл Халыҡ һаны
1939 332 [7]
1959 321 [8]
Йыл Халыҡ һаны
1970 372 [8]
1979 301 [9]
Йыл Халыҡ һаны
1989 216 [9]
2002 235 [10]
Йыл Халыҡ һаны
2010 183 [10]
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (98 %)[11].

Ревизия материалдарында үҙгәртергә

1816 йылда[12] Юнай ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.

Географик урыны үҙгәртергә

Юнай ауылы Ҡаҫмарт йылғаһы буйында урынлашҡан[6].

Урамдары үҙгәртергә

  • Ҡаҫмарт урамы (рус. улица Касмарка)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[14]

Тирә-яҡ мөхит үҙгәртергә

Ер-һыу атамалары

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Юнай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. 3,0 3,1 Түләбаев М. С. Үҫәргәндәр ере — Ейәнсура.— Өфө, 2000. — 240 бит. ISBN 5-85051-175-Х.
  4. Юнай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
  6. 6,0 6,1 6,2 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; Ю төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  7. Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.1 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // ӨфөКитап, 2018. — Т. 1.
  8. 8,0 8,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // ӨфөКитап, 2018. — Т. 2.
  9. 9,0 9,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // УфаКитап, 2018. — Т. 3.
  10. 10,0 10,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.4 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // УфаКитап, 2018. — Т. 4.
  11. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  12. ревизия материалдары(недоступная ссылка)
  13. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  14. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан