Юлбирҙин Арыҫланбәк Харис улы

совет дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәт эшмәкәре.

Арыҫланбәк Харис улы Юлбирҙин (тыу. 10.10.1925, Стәрлетамаҡ кантонының Тирмән-Йылға ауылы , Башҡорт АССР-ы, хәҙер Ишембай ҡалаһы һыҙатында — 03.03.1996, Өфө ҡалаһы) — совет дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәт эшмәкәре. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1985). БАССР Юғары Советының 9 — 11 саҡырылыштары депутаты. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. БАССР‑ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1985).

Юлбирҙин Арыҫланбәк Харис улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 10 октябрь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Ишембай
Вафат булған көнө 3 март 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (70 йәш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
премия Совета Министров СССР Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Октябрь Революцияһы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Биографияһы үҙгәртергә

1949 йылда Мәскәү химия машиналары эшләү институтын тамамлай. Йүнәлтмә буйынса Үзбәкстандың Чирчик ҡалаһындағы Урта Азия химия машиналары эшләү заводына инженер‑конструктор итеп эшкә ебәрелә. 1952 йылда ул тыуған яғына ҡайтып төпләнә һәм Башҡортостанда «Двигательмонтаж» тресының Салауат монтажлау идаралығында өлкән мастер булып эшләй башлай. 1954 йылда А. Х. Юлбирҙин цех начальнигы, 1956 ййылда бүлек начальнигы, 1957 йылда баш инженер вазифаларына тәғәйенләнә.

1968 йылда Өфөгә күсенә һәм «Востокнефтезаводмонтаж» тресының производство‑технологик комплектация идаралығында баш инженер вазифаһын башҡара, ә 1969 йылдан Башҡортостан производство‑ойоштороу идаралығында начальник урынбаҫары була.

Сәнәғәт тармағын яҡшы белгән белгес булараҡ, ул 1970 йылда КПСС‑тың Башҡортостан өлкә комитетына сәнәғәт бүлеге мөдире урынбаҫары итеп эшкә саҡырыла. 1975—87 йылдарҙа бүлек мөдире вазифаһын башҡара. Юлбирҙин етәкселегендә республикала нефть, химия, машиналар эшләү, оборона һ.б. сәнәғәт тармаҡтары объекттары файҙаланыуға индерелә, Белорет ­металлургия­ комбинатында 150‑се прокатлау цех‑станы төҙөлә[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

  • СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты(1985);
  • Октябрь революцияһы ордены (1981);
  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985);
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1973);
  • «Почет билдәһе» ордендары (1963, 1971);
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1985);
  • Башҡортостан республикаһының Почет грамотаһы (1995)[2];
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1987)[3];
  • Бер уйлап табыу авторы.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә