Юкатан боғаҙы — Куба утрауы һәм Юкатан ярымутрауы араһындағы боғаҙ. Мексика ҡултығы һәм Кариб диңгеҙен тоташтыра.

Юкатан боғаҙы
исп. Canal_de_Yucatán
Координаты: пропущена долгота
ТоташтыраМексика ҡултығы, Кариб диңгеҙе
Илдәр
БүләКуба утрауы һәм Юкатан ярымутрауы 
Киңлеге217 км
Иң тәрән урыны2779 м
Урта Америка
Точка
Юкатан боғаҙы
 Yucatan Channel Викимилектә

География үҙгәртергә

Минималь киңлеге — 217 км. Иң тәрән урыны 2779 м (Кубаутрауы янында)[1].

Юкатан боғаҙы аша көньяҡтан төньяҡҡа Юкатан ағымы (Кариб ағымының дауамы) үтә, уның тиҙлеге 2—9 км/сәғ тәшкил итә[2]. Был ағым Мексика ҡултығында һыуын арттыра һәм ҡултыҡтан Флорида боғаҙы аша сыҡҡан Гольфстримде башлаусы ағымының барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә.

Юкатан боғаҙы Үҙәк һәм Көньяҡ Америкаларынан АҠШ-ҡа һәм Мексикаға барған суднолар өсөн йөрөү юлы булараҡ ҙур әһәмиәткә эйә. Төп порттары: Канкун (Мексика) һәм Ла-Фе (Куба)[2].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Юкатан боғаҙы — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  2. 2,0 2,1 Юкатанский пролив(недоступная ссылка) — Словарь современных географических названий

Һылтанмалар үҙгәртергә