Эт ҡарағаты һымаҡтар ғаиләһе

Эт ҡарағаты һымаҡтар ғаиләһе (лат. Solanaceae) — ике өлөшлөләр класына ҡараған үҫемлектәр булып тора. Был семьяла 2000-гә яҡын төр иҫәпләнә. Уларҙың ҙур күпселеге — ҡырағай үҫә торған үлән үҫемлектәр. Шулай уҡ был ғаилә эсендә хужалыҡта мөһим һаналған үҫемлектәр байтаҡ. Аҙыҡ үҫемлектәре (картуф, помидор, баклажан, ҡыҙыл борос, декоратив үҫемлектәр (гибридлы петуния, хуш еҫле тәмәке) һәм дарыу үҫемлектәре (эт еләге) инә.

Паслёновые
Паслён чёрный. Типовой вид типового рода
Паслён чёрный.
Типовой вид типового рода
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Solanaceae Juss., nom. cons.

Синонимдар
Номенклатура тибы
Бүлендек таксондар

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
GRIN  1043

Дөйөм билдәләре үҙгәртергә

Тышҡы яҡтан күп төрлө булыуҙарына ҡарамаҫтан, бөтә эт ҡарағаты һымаҡтарҙың айырмаларын күрһәтә торған дөйөм билдәләре бар.

  • Был үҫемлектәрҙең сәскәләрендә ҡушылып үҫкән 5 япраҡсалы каса, ҡушылып үҫкән 5 япраҡсалы таж, 5 һеркәс, 1 емешлек бар.
  • Эт ҡарағаты һымаҡтарҙың емеше — йә еләк (ҡара эт ҡарағаты, помидор), йә ҡап емеш (тәмәке, гибридлы петуния, тилебәрән) була.

Сәскә төҙөлөшө: латинса —    (һирәкләп)  , урыҫса— Ч(5) Л(5) Т5 П1 ; башҡортса К(5) Т(5) Һ5 Е1.

Систематикаһы үҙгәртергә

Хәҙерге систематикала барлыҡ эт ҡарағатлыларҙы 95 ырыуға бүләләр. Шуларҙың 10 ырыуға ҡараған 30 төрө Рәсәйҙә осрай.Ҡайһылары ҡырҙан килтерелгән һәм культурала ғына осрай ((картуф, помидор, баклажан, гибридлы петуния, хуш еҫле тәмәке). Ҡалғандары ҡырағай хәлдә тәбиғәт шарттарында осрай.

Мөһим вәкилдәре үҙгәртергә

Был семьялағы иң характерлы үҫемлектәрҙең береһе — ҡара эт ҡарағаты. Ул емеш-еләк, йәшелсә, ҡауын-ҡарбуз баҡсаларында үҫә. Был ҙур булмаған бер йыллыҡ үлән үҫемлек йәй ҙә, көҙ ҙә ҡырау төшә башлағанға тиклем йондоҙ кеүек аҡ сәскә ата.

Эт ҡарағатының өлгөргән ҡара еләктәре ашарға яраҡлы, ә йәшел емештәре, япраҡтары һәм һабаҡтары ағыулы. Сәскәһе был семья үҫемлектәренә хас. Ҡара эт ҡарағатының таж япраҡсаларының төбө, ҡушылып үҫеп, ҡыҫҡа ғына көпшә барлыҡҡа килтерә.

Хуш еҫле тәмәке менән петуния сәскәләре шундай уҡ төҙөлөшлө. Улар сәскә түтәлдәрендә ҡар яуғансы сәскә ата.

Хуш еҫле тәмәкенең таж япраҡсалары оҙон көпшә барлыҡҡа килтерә; емеше — бик күп ваҡ орлоҡтары булған ҡап емеш. Петунияның сәскәләре хуш еҫле тәмәке сәскәләренә оҡшаған, тик уларҙың сәскәһенең сағыу төҫлө 5 таж япраҡсаһы үҙ-ара ҡушылып үҫеп буранканы хәтерләтә. Хуш еҫле тәмәкенең сәскәләре биш мөйөшлө йондоҙҙо хәтерләтә.

Помидорҙың үҙ-үҙенән һеркәләнеүсе һары сәскәләре 5 тешле касанан, 5 йәки күберәк таж япраҡсанан һәм 5 йәки күберәк һеркәстән тора. Помидорҙың емештәре — эт ҡарағатыныҡы кеүек еләктәр (помидорҙар), ләкин улар эре, ҡып-ҡыҙыл, ҡайһы саҡта һары йәки аҡ була. Помидорҙың тыуған ере — Көньяҡ Америка. Беҙҙең илгә был үҫемлектәр 1850 йылда Көнбайыш Европанан килтерелгән һәм бик киң таралып киткән.

Эт ҡарағаты һымаҡтар семьяһына ағыулы үҫемлектәр: тилебәрән, ҡаразирә, эт еләге инә. Башҡаларға ҡарағанда ҡара тилебәрән йышыраҡ осрай. Уның сәскәләренең һорғолт аҡ таж япраҡсалары күкшел төҫтәге һеңерсәләр селтәре менән ҡапланған.

Тилебәрәндең йәбешкәк йөнтәҫ һабағынан насар еҫ аңҡып тора. Үҫемлек тотош бик ағыулы. Уның менән ағыуланғанда баш ауырта, йөрәк тибеше йышая, тын ҡыҫыла, нервылар ныҡ ярһый, күҙ ҡараһы ҙурая, ауыҙ эсе кибә. Тилебәрәнде һәм эт ҡарағаты һымаҡтар семьяһына инеүсе башҡа үҫемлектәрҙе тоторға ярамай.

Тәмәке япраҡтарының составында ағыулы матдәләр күп. Бигерәк тә никотин ныҡ ағыулы. Ул ҡанды ағыулай, йөрәкте, һулыш алыу органдарын ҡаҡшата. ҙың хәтере насарая. Һыуыҡ тейеүгә һәм башҡа ауырыуҙарға тиҙ генә бирешеүсәнлек арта. Нервы системаһын ҡаҡшата.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Миркин Б. М., Наумова Л. Г., Мулдашев А. А. Высшие растения: краткий курс систематики с основами науки о растительности: Учебник. — 2-е, перабот. — М.: Логос, 2002. — 256 с. — 3000 экз. — ISBN 5-94010-041-4.